Ашҡаҙар
+19 °С
Облачно
Йәмғиәт
19 Июня , 12:45

ИМАН ЯҠТЫЛЫҒЫ ТАРАТЫП

“Нур әл-Иман” тигән һүҙ беҙҙеңсә “иман яҡтылығы” тигәнде аңлата. Ошо төшөнсәгә шәкерттәр ошонда алған белемдәрҙең, уның тормошон яҡтыртыу мәғәнәһе һалынған. Сөнки иман – ул кешенең ҡылыҡтары һәм телмәренә йоғонто яһаусы   асыолының бер өлөшө.

ИМАН ЯҠТЫЛЫҒЫ ТАРАТЫПИМАН ЯҠТЫЛЫҒЫ ТАРАТЫП
ИМАН ЯҠТЫЛЫҒЫ ТАРАТЫП

Дин – ул тура юл күрһәтеүсе, ҡатмарлы тормош хәлдәренә дөрөҫ яуап биреүсе, йән һәм йөрәк яраларын дауалаусы табип, күңелебеҙҙең иң ҡараңғы мөйөштәрен яҡтыртыусы. Шуға күрә йәмғиәт һәм кеше тормошонда дини уҡыу йорттарының роле шул тиклем ҙур.

Фәҡәт дини уҡыу йорттарында бөйөк аҡыл эйәләре һәм тыуған ил яҙмышы һәм тыуған дәүләттең сәскә атыуы борсоған ғалимдар барлыҡҡа килгән. Ошоларҙы алдан күҙаллап, 1800 йылда Стәрлетамаҡта беренсе мәсетте төҙөгәндән һуң, 60-сы йылдарҙа урындағы сауҙагәрҙәрҙең аҡсаһына мәҙрәсә төҙөргә ҡарар итәләр һәм ул икенсе йәмиғ мәсете ҡарамағында эшләй.

 Ҡала архивтарында мәҙрәсәгә нигеҙ һалыусы Бохарала уҡыған Шәрәфетдин бен Зәйнетдин әл-Эстәрлетамаҡи булған һәм шулай уҡ ул мөҙәрис булған тип күрһәтелгән. Ул саҡта мәсет ҡарамағында беренсе лекция кластары асыла. Һабаҡ биреүҙең дөйөм курсы ике синыф уҡытыла. 19-сы быуат аҙағында теология өлкәһендә белем кимәленең байтаҡ күтәрелеүе күҙәтелә, быға өлкән ахун Камалетдин бин Шәрәфетдин бен Зәйнетдин әл-Эстәрлетамаҡи (1808-1890) кеүек юғары белемле уҡытыусыларҙың килеүе булышлыҡ итә, ул донъяуи белем биреү яҡлы була.

Шәрәфетдиндың ғаиләһе математика һәм тарихи ғилемде яҡшы белгән.

Кесе ахун Бәхтегәрәй бен Әбделкәрим Рәмиев. Рәмиевтар – эшҡыуар мосолмандар, имамдар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре династияһы.

Ғаилә риүәйәте буйынса, Тимер Рәмиев Мәскәүҙә дәүләт хеҙмәтендә тәржемәсе сифатында торған. Уның 7-се быуын вариҫы Рәмиев Сәлим Рәхимҡол улы (Сәлим бен Рәхимҡол б. Урман б. Ҡапҡай б. Юлай б. Ҡолай б. Сөләймән б. Тимер б. Рәми б. Исхаҡ, 1733 –1819) Мөхәммәд бен Әли әд-Дағстани Ҡундырау биҫтәһендә белем алған.

Тәтер-Арыҫлан ауылында 2-се йәмиғ мәсете ҡарамағында Сәйет биҫтәһендә (Ҡарғалы) указһыҙ мулла, Стәрлетамаҡта ахун һәм мөдәрис була.

Уның улы Рәмиев Бәхтегәрәй Сәлим улы (1816–94йй.) Толынхужа әл-Ярҡаниҙан, Абдуррахман әл-Балыҡлы, Абдулла бен Яхъя әл-Чиртуши, Мөхәммәдкәрим бен Мөхәммәдрәхим әл-Ҡазаниҙан белем алған. Стәрлетамаҡта имам була. Ул тәбиғәт белеме, география, тарих, химия, арифметика кеүек фәндәр менән традицион программаны киңәйтә, шәкерттәргә дөйөм һәм дини белем биреүҙе юғары кимәлдә биреүгә ынтыла. Стәрлетамаҡ мәҙрәсәһендә күптәр дин әһелдәре сафын ғына түгел, ә иһә татар-башҡорт буржуазияһы һәм интеллигенцияһын да тулыландыра. Улар билдәле сауҙагәрҙәр булған.

Ошо мәҙрәсәне тамамлаусыларҙың береһе билдәле яҙыусы Имай Насыри була.

1878-1880 йылдарҙа ике йыл Стәрлетамаҡ мәҙрәсәһендә мәғрифәтсе-демократ, ғалим һәм шағир Өмөтбаев Мөхәмәтсәлим Ишмөхәмәт улы (1841-1907) рус теле уҡытыусыһы булып эшләй, ошо осорҙа ул фарсы-татар-урыҫ һүҙлеген төҙөй.

 Ошоларҙың барыһы мәҙрәсәлә уҡыусыларҙың артыуына булышлыҡ итә. 19-сы быуаттың 70-се йылдарында бында тирә-яҡтан килгән 200-гә яҡын шәкерт уҡый.

 Совет власы йылдарында, 1919 йылдан алып мәрҙәсәлә дини белем биреү туҡтатыла.

20-се быуат осоронда мәсет һәм мәҙрәсә бинаһы төрлө муниципаль хеҙмәттәрҙе һәм ойошмаларҙы индереүгә тапшырыла, әммә 1992 йылда мәсет бинаһы мосолман общинаһына кире ҡайтарыла.

Ришад хәҙрәттең башланғысы менән ҡала мосомандары исеменән мәсет бинаһын Диниә назаратына ҡайтарып биреүҙе һәм мәҙрәсәнең яңы уҡыу бинаһын төҙөүгә рөхсәт һорап, ҡала хакимиәтенә хат яҙыла.

 1993 йылдың декабрендә, элекке мәҙрәсә урынына яңы мәҙрәсә төҙөүгә старт бирелә, ә 1995 йылдың мартынан яңы мәҙрәсә тәүге студенттарҙы ҡабул итә. Тәүге остаздарҙың береһе Марокконан Хаммад Мөхтәр, һәм шулай уҡ Тажиҡстан Республикаһынан килгән остаздар була.

 1996 йылдың октябрендә “Нур әл-Иман” тигән матур исем ҡушылған мәҙрәсә рәсми рәүештә асыла. 1998 йылда мәҙрәсә ҡарамағында ҡатын-ҡыҙҙар өсөн бүлек асыла һәм ул әлеге көндә лә уңышлы эшләп килә. Төрлө теологик һәм донъяуи фәндәр уҡытыла.

Әлеге ваҡытта “Нур әл-Иман” мәҙрәсәһендә студенттарҙы уңышлы уҡытыу өсөн барлыҡ тейешле шарттар булдырылды: иркен кластар, өс тапҡыр туҡланыу, егеттәр һәм ҡыҙҙар өсөн айырым бүлмәләр менән айырым ятаҡ, әҙәбиәт һәм ғилемле уҡытыусылар эшләй. Ошо йылдарҙа “Нур әл-Иман” мәҙрәсәһен 200-гә яҡын кеше тамамланы, уларҙың ҡайһы берҙәре республика мәсеттәрендә эшләй. 15 кеше уҡыуын Мысырҙа, Ҡаһирә ҡалаһының Әл Азхар университетында дауам итә. Рәсәйҙең төрлө тарафтарынан (Дағстан, Татарстан, Нижневартовскиҙан) күпләп килеп уҡыуы “Нур әл-Иман” мәҙрәсәһенең юғары әҙерлек кимәле тураһында һөйләй.

 Рөстәм ҒӘЙФИЕВ,

 “Нур әл-Иман” мәҙрәсәһе директоры.

Фотолар мәҙрәсә архивынан алынды.

ИМАН ЯҠТЫЛЫҒЫ ТАРАТЫП
ИМАН ЯҠТЫЛЫҒЫ ТАРАТЫП
ИМАН ЯҠТЫЛЫҒЫ ТАРАТЫП
Автор:Роза Сафина
Читайте нас