Ашҡаҙар
+15 °С
Ясно
Йәмғиәт
24 Июня , 11:11

Иң яҡшы троллейбус водителе- Стәрлетамаҡта

 Ошо көндәрҙә Санкт-Петербургта Бөтә Рәсәй «Иң яҡшы троллейбус водителе» конкурсы уҙҙы.

Иң яҡшы троллейбус водителе- СтәрлетамаҡтаИң яҡшы троллейбус водителе- Стәрлетамаҡта
Иң яҡшы троллейбус водителе- Стәрлетамаҡта

Унда Стәрлетамаҡтан троллейбус водителе Гөлназ Тәлғәт ҡыҙы Иванова уңышлы сығыш яһаны.
Конкурста  төрлө номинацияларҙа 36 ҡаланан барыһы 42 водитель ҡатнашҡан.
«Барыһы ла алда» номинацияһында Гөлназ Иванова иң яҡшыһы тип танылған һәм махсус бүләккә эйә булған. Ә дөйөм зачетта ул 4-се урынды алған.
Ҡатнашыусылар бер нисә йүнәлеш буйынса ярышҡан:
- «Автомобиль ҡоролошон, техник эксплуатация ҡағиҙәләрен, вазифа инструкцияһын, хәрәкәт хәүефһеҙлеге, хеҙмәт ҡануниәте нигеҙҙәрен, транспорт хәүефһеҙлеген белеү»;
- «Троллейбус йөрөтөү оҫталығы»;
- «Рәсәй Федерацияһының юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен белеү»;
- «Һыҙыҡҡа сығыр алдынан троллейбусты ҡабул итеү».

«Стәрлетамаҡ троллейбус идаралығы» мәғлүмәте буйынса.
Фото: «Стәрлетамаҡ троллейбус идаралығы».

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас