Ашҡаҙар
+17 °С
Дождь
Йәмғиәт
2 Июля , 04:00

Ҡала тормошонда ҡайнап йәшәй татарҙар конгресы

Стәрлетамаҡ ҡалаһында милли хәрәкәт ХХ быуаттың 1980-се йылдарында башлана. Бөтә илдә милли ойошмалар барлыҡҡа килә. Беҙҙең был мәҡәләбеҙ ҡалабыҙҙағы татар милли хәрәкәте тураһында буласаҡ. Бының турала беҙгә Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы татар һәм сыуаш филологияһы кафедраһы мөдире Илсур Сәлихйән улы МАНСУРОВ һөйләне.

Ҡала тормошонда ҡайнап йәшәй татарҙар конгресыҠала тормошонда ҡайнап йәшәй татарҙар конгресы
Ҡала тормошонда ҡайнап йәшәй татарҙар конгресы

Ул сығышы менән Саҡмағош районы Яңы Ҡаръяуҙы ауылынан. Мәктәп йылдарынан журналист булырға хыяллана. “Һеҙҙең коллегағыҙ булғым килгән ине”, – тип көлөп ҡуйҙы ул әңгәмәбеҙ барышында. Әммә осраҡлы рәүештә уҡытыусы юлын һайлай. Университетта бер төркөмдә уҡыған Миәкә районы һылыуы Гөлшат исемле ҡыҙға өйләнә. Уҡыуын тамамлағас, 1996 йылда уны Стәрлетамаҡ педагогия институтына уҡытырға эшкә саҡыралар. Һәм быйыл ул – университетта, ә ҡатыны 31-се мәктәптә татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләүҙәренә инде 30 йыл була.

Әлеге көндә Илсур Сәлихйән улы филология фәндәре кандидаты, доцент. Университетта уҡытыу эше буйынса декан урынбаҫары булып эшләгән, 14 йыл кафедра мөдире йөгөн тартҡан. Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеме бирелгән,  Бөтә донъя татар конгресының “Татар халҡы алдындағы оло хеҙмәте өсөн” миҙалы, Ғабдулла Туҡайҙың 35 йыллығына бәйле юбилей миҙалы, “Татарстан мәғариф министрлығының мәғариф өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн”, “Маҡтаулы остаз” тигән күкрәккә таға торған билдәләр менән бүләкләнгән. 1996 йылда, ул эшкә килгәндә, татар теле буйынса 1-4 курстар ғына булған. Һәм татар теле бүлегенән кафедра  булдырыуҙа ул күп эштәр башҡара.

1997 йылда республика ярҙамы менән Башҡортостанда беренсе татарҙар съезы үтә. Был съезда Республиканың төрлө район һәм ҡалаларҙа бүлексәләр ойоштороу кәрәк тигән фекергә киләләр. Һөҙөмтәлә, Башҡортостан татарҙары ижтимағи ойошмаһының Стәрлетамаҡ бүлеге башҡарма комитеты барлыҡҡа килә, һәм Башҡортостан татарҙары конгресы тип исемләнә. Ул ваҡытта Стәрлетамаҡ педагогия институтында татар һәм сыуаш филолигияһы кафедраһы мөдире булып эшләгән Илшат Сәхиәтулла улы Насиповты етәксе итеп һайлайҙар. Әлеге көндә рәсми теркәүҙәр юстиция министрлығында үтә, ә 1998 йылда Башҡортостан татарҙары конгресының Стәрлетамаҡ бүлексәһе башҡарма комитеты ҡала хакимиәтендә рәсми теркәлә. Шул ваҡыттан алып татар йәмғиәтен мәғариф, мәҙәниәт һәм тарихи йүнәлештә үҫтереү эше алып барыла. Балалар баҡсаһы, мәктәптәр, юғары уҡыу йорттарында, Илсур Сәлихйәнович әйтеүенсә, татар телен үҫтереү буйынса бигерәк тә мәктәптәр менән тығыҙ эш алып барылған. Уларҙы дәреслектәр, методик күрһәтмәләр менән тәьмин иткәндәр.

– Илебеҙҙә булған бөтә ижтимағи ойошмалар бер-нисә закон нигеҙендә эшләй. Милли-мәҙәни автономия, һәм шулай уҡ ижтимағи ойошма тигән төшөнсә бар. Татарҙар конгресы һәм беҙҙең башҡарма комитет та ошо ижтимағи ойошмалар законы нигеҙендә эшләй. Беҙ конгрес эшендә лә, автономия эшендә лә ҡатнашабыҙ. 1997 йылдан 2012 йылға тиклем Илшат Сәхиәтулла улы эшләне. Ул Өфөгә күскәс Альберт Абдулғәни улы Әхтәмов эшләне. Һәм аҙаҡ инде, йәштәргә юл бирәбеҙ тиеп, 2015 йылдан был яуаплы вазифаны ул миңә йөкмәтте. Бөгөнгө көндә мин Башҡортостан татарҙарының милли-мәҙәни автономияһының башҡарма комитеты рәйесенең урынбаҫары. Башҡарма комитет етәксеһе булып, Мөҙәрис Хәсән улы Шиһабетдинов тора. Ул “Мехатрон” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең инжиниринг фирмаһы генераль директоры.

Бөгөнгө көндә Стәрлетамаҡ ҡалаһында ике татар милли ойошмаһы эшләй. Беҙ бергә уртаҡ йүнәлештә эш алып барабыҙ, әммә юридик яҡтан ике айырым ойошма булараҡ сығыш яһайбыҙ. Береһе - милли-мәҙәни автономия, уның етәксеһе Дәүләт Думаһы депутаты Римма Әмир ҡыҙы Үтәшева. Ә Башҡортостан татарҙары конгрессының башҡарама комитеты етәксеһе – БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Заһир Әхсән улы Хәкимов.  Беҙ бергәләшеп быйыл Муса Жәлилгә бағышланған “Ғүмерем минең моңло бер йыр ине” тип аталған фестиваль уҙғарҙыҡ. Бында балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәрҙән балып өлкәндәргә тиклем М.Жәлилдең шиғырҙарын яттан һөйләү, музыкаль инструментта уйнау, йырлау буйынса көс һынаштылар.

Йыл һайын балалар баҡсалары, мәктәп уҡыусылары араһында конкурстар, олимпиадалар үткәрелә. Мәҫәлән “Туҡай яҙы” конкурсында төрлө телдәрҙә шиғри әҫәрҙәрҙе яттан һөйләү  буйынса бәйге ойошторолдо. Унда балалар башҡорт, сыуаш, үзбәк, инглиз телдәрендә шиғырҙар һөйләне.

Ижтимағи ойошмалар ағзалары ярҙамы менән татар теле уҡытыусыларына балалар баҡсаһында татар телен өйрәнеү түңәрәктәре ойошторолдо. Беҙ ҡалабыҙҙың 19 балалар баҡсаһына “Әллүки” балалар журналын яҙҙырҙыҡ. Улар милли телдә тәрбиә алһындар өсөн тырышабыҙ.

Азат Мариус улы Мәҡсүтов оҙаҡ йылдар беҙҙең башҡарма комитеттың ағзаһы булып тора. Уның атаһы Мариус ағай Стәрлетамаҡта йәшәп, күп йылдар “Ҡыҙыл таң” гәзитенең махсус хәбәрсеһе булып эшләне. Башҡарма комитеттың инициативаһы менән Стәрлетмаҡ педагогия институты һәм академияһында студенттар өсөн оҙаҡ йылдар Мариус Мәҡсүтов исемендәге премия бирелеп килде.

Әлеге көнгә тиклем һаман да эшебеҙҙе дауам итәбеҙ. Бөтә донъя татарҙар конгресы, Татарстан мәғариф министрлығы, шулай уҡ Ғ.Ибраһимов исемендәге тел, әҙәбиәт һәм сәнғәт институты аша әҙәби китаптар, һүҙлектәр, методик һәм мәҙәни киңлектә төрлө плакаттар, таблицалар, портреттарҙы мәктәптәргә таратабыҙ. Шулай уҡ мәктәп, юғары уҡыу йорттарын берләштереп студенттар, уҡытыусылар менән мәктәптәрҙәге сараларҙы юғары дәрәжәлә үткәрергә ярҙам итәбеҙ, – тип һөйләне күп йыллыҡ эш тәжрибәһе тураһында Илсур Сәлихйән улы.

Татарҙар конгресы оҙаҡ йылдар ҙур ҡала сараларын да үткәреүҙә ярҙам итә. Ғ.Туҡай, “Наурыз гүзәле” байрамын үткәреү ҙә йолаға ингән. Ҡала мәҙәниәт һарайында милли ойошмалар менән бәйләнештә күп йылдар Рәмилә Ғаяз ҡыҙы Нәзипова, Хәлиҙә Фәйзрахман ҡыҙы Абдрахманова менән бергә “Яҙ гүзәле” тип аталған конкурс үткәргәндәр. Унда башҡорт һәм татар ҡыҙҙары әүҙем ҡатнашҡан. 2000-се йылдарҙа педагогия академияһында татар КВН командаһы төрлө конкурстарҙа әүҙем ҡатнашҡан. Уны финанслау яғынан да татар башҡарма комитеты ярҙам иткән.

– Халыҡтар дуҫлығы һәм ҡала көндәрендә лә ҙур тирмәләр ҡуйып, милли мәҙәниәтебеҙҙе сағылдырған күргәҙмәләр ойошторорға тырышабыҙ. Ике йыл һайын “Беҙ бергә” тип аталған бөтә милли ойошмалар менән осрашыу үткәреп торабыҙ. Бер-беребеҙҙең фестиваль һәм конкурстарыбыҙҙа әүҙем ҡатнашып торабыҙ.

Туймазы, Әлмәт, Яр Саллы ҡалаларынан Стәрлетамаҡҡа концерт һәм спектакль ҡуйыусылар килгәндә беҙ ташламалы хаҡҡа билеттар эшләйбеҙ. Бындай билеттарҙы бигерәк тә студенттар, татар теле уҡытыусылары, тәрбиәселәргә таратабыҙ. Һәм шуны ла әйтеп үтергә кәрәк, беҙ бының менән артистарға түгел, ә милләттәштәребеҙгә ярҙам итәбеҙ, телдәрҙе үҫтереү мөмкинселеген тыуҙырабыҙ.

Телебеҙҙе үҫтереүгә шулай уҡ ҙур өлөш индереүсе яҙыусы һәм шағирҙарыбыҙ араһынан Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәп ижад иткән Салауат Рәхмәтулла тураһында һөйләп үтер инем. Беҙ бер нисә тапҡыр уның юбилейҙарын төрлө майҙанда, төрлө кимәлдә үткәрҙек. Ул балалар өсөн дә, өлкәндәр өсөн дә яҙған, тере саҡта 20-гә яҡын китабы нәшер ителгән. Яҙыусыларыбыҙың китаптары баҫылып сыҡҡас беҙ презентациялар, кисәләр үткәреп торабыҙ.

Шулай уҡ Земфира Муллағәлиеваны миҫалға килтерер инем. Ул балалар һәм йәштәр өсөн шиғырҙар, әкиәттәр, пьесалар ижад итә. Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт театрында балалар өсөн пьесалары уйнатылып тора. Ғәли Ибраһимов исемендәге премия лауреаты ул. Стәрлетамаҡ телерадиокомпаниеһы “Экран”да мөхәррир булып эшләгән сағында татар-башҡорт телендә “Йондоҙ” балалар студияһын ойоштора. Мәктәптәр өсөн “Туҡай майҙаны” исемле өс телдә (рус, башҡорт, татар) гәзит тә сығара.

Башҡортостанда йәшәп ижад иткән шағир Салауат Рәхмәтулла Стәрлетамаҡ ҡалаһында шаҡтай йылдар эшләне. Уның йәшәгән йортонда таҡтаташ урынлаштырырға планлаштырабыҙ. Ғалимйән Ибраһимовтың “Татар ҡатыны ниҙәр күрмәй” тигән беренсе китаптарының береһе Стәрлетамаҡ “Нур” типографияһында нәшер ителгән. Әйткәндәй, был типографияла татар телендә 36 китап сыҡҡан.

Башҡортостан татарҙары конгресы һәм Бөтә донъя татарҙары конгрессының төрлө проекттары бар. Ул проекттарҙа ла беҙ әүҙем ҡатнашабыҙ. Күптән түгел Бөтә донъя йәштәр форумы “Татарса диктант” акцияһын башланы. Беҙҙең мәктәптәр һәм юғары уҡыу йорто ла был акцияға  ҡушылды.

Шулай Бөтә донъя татарһпоы конгресының төрлө даирәләге, төрлө һөнәр йүнәлешендә, төрлө өлкәгә ҡараған ошондай ҙур форумдарын үткәреп торабыҙ. Яңыраҡ Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Нәсимә Мөкимова менән бөтә донъя кимәлендәге “Туған тел” форумында булып ҡайттыҡ.

Беҙ тарихи йүнәлештә лә әүҙем эш алып барабыҙ. Бына быйыл беҙҙең Стәрлетамаҡ ҡалаһына 260 йыл тула. Әммә шуны ла әйтеп үтергә кәрәк, ул ҡала булып рәсми рәүештә “уездный город” тигән атама бирелгәндән һуң ғына һанала. Бынан да иртәрәк Стәрлетамаҡ ҡалаһы тураһында төрлө документтарҙа, яҙмаларҙа һаҡланған сығанаҡтар ҙа бар. Беҙ киләсәктә ошо сығанаҡтарҙы табып, тарихтың төпкөлөн тағы 20 йылға иртәрәк тикшереп, китап сығарырға планлаштырабыҙ.

Татар телен ил кимәлендә беҙ иң беренсе “Әлифба” китабынан өйрәнә башлайбыҙ. Ошо китап 60-сы йылдарҙан алып бөгөнгө көнгә тиклем мәктәп уҡыусыларының беренсе китабы булып тора. Инде ҡырҡтан ашыу тапҡыр ҡабат-ҡабат баҫылған ул. Был дәреслектең авторҙашы – ҡалабыҙҙа тыуып үҫкән Рәмзиә Вәлитова. Ул Стәрлетамаҡта педагогия техникумын тамамлап, Стәрлебаш районында уҡытыусы булып эшләгәс, Ҡазандағы педагогия институтына уҡырға китә, шунда кейәүгә сыға һәм оҙаҡ йылдар Арса педагогия училищеһында эшләй. “Әлифба”нан башҡа, ул “Башланғыс синыфтарҙа татар телен уҡытыу методикаһы” тигән ҡулланма ла сығара. Беҙ Рәмзиә Вәлитоваға бағышлап уҡыу йортобоҙҙа бер мөйөш булдырҙыҡ. Киләсәктә ҡалабыҙҙа ошондай күренекле кешеләребеҙгә мәғлүмәт стендтары, таҡтаташтар булдырырға теләйбеҙ. Әлифбаға бәйле арт-объект эшләгәндә лә бик яҡшы булыр ине, – тип уй-ниәттәре менән бүлеште Илсур Сәлихйән улы.

– Алдағы пландарҙа “Тыуған тел” телеканалы һәм Ю.Гагарин паркы менән берлектә йыр фестивален дә үткәрергә планлаштырабыҙ.

Ҡалабыҙға мәртәбәле ҡунаҡтар килгәндә беҙ ҡалабыҙ, сауҙагәрҙәр йорттарын, уҡыу йортобоҙ, кафедрабыҙ, мәктәп һәм гимназияларыбыҙ эшмәкәрлеге менән таныштырабыҙ. Киләсәктә ҡалабыҙға ҡунаҡҡа килеүселәрҙе ҡыҙыҡһындырырлыҡ урындар артыр тип ышанабыҙ.

Әлеге көндә милли телдәргә ҡолас йәйеп торған заман түгел. Мәктәптәрҙә сәғәттәр ҙә кәмей, театрҙар ҙа, шиғриәт тә, милли телдәге гәзиттәр һәм башҡа өлкәләр ҙә юғалтыу кисерә. Милли телдә уйлаусы кешеләр әҙәйә. Телде 1 сәғәттә генә өйрәнеп бөтөп булмай. Шуға күрә мин студенттарға һәр саҡ, башҡа  йүнәлештә уҡыған студенттарға ҡарағанда, бер-нисә тапҡырға күберәк тырышып эшләргә кәңәш итәм, – тип һүҙен тамамланы Илсур Сәлихйән улы.

Г. РӘМИЕВА.

Фотолар И.Мансуровтың шәхси архивынан алынды.

Ҡала тормошонда ҡайнап йәшәй татарҙар конгресы
Ҡала тормошонда ҡайнап йәшәй татарҙар конгресы
Ҡала тормошонда ҡайнап йәшәй татарҙар конгресы
Ҡала тормошонда ҡайнап йәшәй татарҙар конгресы
Ҡала тормошонда ҡайнап йәшәй татарҙар конгресы
Ҡала тормошонда ҡайнап йәшәй татарҙар конгресы
Ҡала тормошонда ҡайнап йәшәй татарҙар конгресы
Ҡала тормошонда ҡайнап йәшәй татарҙар конгресы
Ҡала тормошонда ҡайнап йәшәй татарҙар конгресы
Ҡала тормошонда ҡайнап йәшәй татарҙар конгресы
Ҡала тормошонда ҡайнап йәшәй татарҙар конгресы
Ҡала тормошонда ҡайнап йәшәй татарҙар конгресы
Автор:Гүзәл Рәмиева
Читайте нас