Ашҡаҙар
+17 °С
Облачно
Йәмғиәт
2 Июля , 08:35

БАРЫҺЫ ЛА ЕҢЕҮ ӨСӨН, ВАТАНЫБЫҘҘЫҢ ИМЕНЛЕГЕ ХАҠЫНА!

БАРЫҺЫ ЛА ЕҢЕҮ ӨСӨН, ВАТАНЫБЫҘҘЫҢ ИМЕНЛЕГЕ ХАҠЫНА!   “Ҡаршы ал, Стәрлетамаҡ!”   Бына шундай юғары рухта килеп етте “Юлдаш” радиоһынан журналист ирекмәндәр төркөмө Стәрлетамаҡтың “Йөрәк ҡушыуы буйынса” (“ZOV сердца”) халыҡ берләшмәһенә. Был иҫтәлекле, тәрән патриотик рухлы сараға “Атай” позывнойлы МХО ветераны,  БР МХО ветерандары ассоциацияһы директоры урынбаҫары, Өфө районы Советы депутаты, ирекмән Рәжәп Арыҫланов та ҡатнашты. Стәрлетамаҡтағы “ZOV сердца” штабы ул фонд та түгел, ойошмала түгел. Унда ябай кешеләр: эшселәр, пенсионерҙар, студенттар, эшҡыуырҙар яугирҙарыбыҙға ярҙам итеү өсөн берләшкән. Йөрәк ҡушыуы буйынса, “минән бәләкәй генә ярҙам булһын” тип башланған эш, халыҡты берләштереп, изгелек ҡылыу үҙәгенә әйләнде. Тыл геройҙары был эшкә йәне-тәне менән бирелеп, ысын илһөйәрлек һәм берҙәмлек өлгөһөн күрһәтә. 2023 йылдың февраленән алып фронтҡа 900-гә яҡын ылау оҙатылған, яугирҙәрҙең заявкалары буйынса меңәрләгән посылка ебәрелгән. Тиҫтәләрсә мең квадрат метр селтәр, меңәрләгән носилка, окоп шәмдәре, ҡоро душ, хаттар, һүрәттәр, ойоҡбаштар, туҡмас, бауырһаҡ һәм башҡа тәмлекәстәр... Һәм быларҙың барыһы ла битараф булмағандарҙың үҙ ирке менән башҡарыла. Осрашыуҙы Рәжәп Арыҫланов асты.  – Барыһы ла бынан ике йыл элек, 2024 йылдың июнендә башланды. Мин ул саҡта Лисичанск янында "Ахмад” спецназы составында алғы һыҙыҡта инем, - тип һүҙ башланы мәртәбәле сараның ҡунағы Рәжәп Миҙхәт улы. Ул ҙур тулҡынланыу менән, ҡыҫҡаса ғына булһа ла, хәтирәләргә әйләнеп ҡатты. – Бер мәлде беҙгә һигеҙ төргәк маскировка селтәре ебәрҙеләр. Шул саҡта беҙ беренсе тапҡыр ысын мәғәнәһендә Ватандың ярҙамын тойҙоҡ. Мин шунда “иҫән-һау әйләнеп ҡайтһам, мотлаҡ һеҙҙең менән осрашырмын”, тип үҙемә һүҙ бирҙем. Беҙҙең яугирҙарға ярҙам итеүҙә ниндәй өлөш индереүегеҙҙе үҙ күҙҙәрем менән күрҙем. Уларҙың заказдарына һеҙ һәр ваҡыт оператив яуап бирәһегеҙ.   Бер кем дә ситтә ҡалманы   “Юлдаш” радиоһы менән осрашыуҙың төп өлөшө Ҡала мәҙәниәт һарайының кесе залында дауам итте. Рәжәп Арыҫланов ундағы сығышында ирекмәндәр ойошмаларының эшмәкәрлеге дәүләт мәнфәғәттәрен яҡлауға туранан-тура хеҙмәт итә, фәҡәт ирекмәндәрҙең әүҙем гражданлыҡ позицияһы арҡаһында алғы һыҙыҡтағы яугирҙар ышаныслы тылдың ярҙамын тоя, тип билдәләне. Ул, шулай уҡ,  “Еңеүгә юл” отрядына, “Рәсәй еңеүенә бергә” ирекмәндәр хәрәкәтенә, ҡаланың ирекмәндәр структуралары эшендә һәм сараны ойоштороуға булышлыҡ иткәне өсөн, шәхсән ҡала хакимиәте башлығы кәңәшсеһе, “Ватан” хәрби-патриотик ойошмаһы директры Юрий Ордаға рәхмәт әйтте. “Зов сердца” халыҡ берләшмәһе координаторы Гөлнара Әмирова тыл геройҙары эшенең нисек ойошторолоуы, әүҙемселәр араһында мәктәп уҡыусыларынан алып, студенттар, хатта һикһән йәште үткән пенсионерҙар ең һыҙғанып эшләүе хаҡында һөйләне.   “Ашҡаҙар” гәзите мөхәррире Рәмил Мансуров журналистарҙың мәғлүмәт эшенә индергән өлөшө тураһында бәйән итте. “Башҡортостан” полкының хәрби-сәйәси эш буйынса тәьмин итеү ротаһы командиры урынбаҫары, “Эмир” позывнойлы яугир полк командованиеһы исеменән алғы һыҙыҡтағы яугирҙәргә ярҙам итеүселәргә рәхмәт белдерҙе. Яугир, умыртҡа һөйәге яраланып госпиталдә ятҡандан һуң, әле ике айға отпускыға ҡайтҡан. “Юлдаш” радиоһы менән осрашыу сараһында “Зов сердца” халыҡ берләшмәһе әүҙемселәренә, уның ҡалалағы һәм райондағы подразделениеларына,  Изге Никольский кафедраль соборына, ҡаланың күп профилле колледж коллективына, 62-се балалар баҡсаһына, 4-се китаханаға, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Стәрлетамаҡ бүлексәһенә, “Стерлитамакский рабочий“ гәзите мөхәррире Алексей Матвеевҡа, фотокорреспондент Сергей Крамсковҡа, “Ашҡаҙар” гәзите мөхәррире Рәмил Мансуровҡа, “Ашҡаҙар” гәзитенең бүлек мөхәррире Гүзәл Рәмиеваға маҡтау грамоталары, рәхмәт хаттары, “Фронтҡа ярҙам иткән өсөн” миҙалдары тапшырылды. Был һағышлы, тәрән патриотик рухлы кисәне Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актеры,  режиссер, Башҡортостандың халыҡ артисы Илнур  Лоҡманов алып барҙы. Ул шулай уҡ ялҡынлы йырҙары менән дә рухтарҙы күтәрҙе, күңелдәргә дәрт өҫтәне. Әйткәндәй, Илнур Лоҡманов үҙе лә махсус хәрби опеация зонаһында оҙайлы командировкаларҙа булып ҡайтҡан. Хәйер, илебеҙҙә махсус хәрби операция шауҡымы  ҡағылмаған ғаилә һирәктер. “Юлдаш” радиоһы журналист ирекмәндәре төркөмө лә юҡҡа ғына барлыҡҡа килмәгән.   Иҫтә ҡалырлыҡ сарала  ирекмәнлектең иң яҡшы тәжрибәләре менән таныштыҡ, көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшерҙек, киләсәккә проекттар билдәләнде. Яу яланында ғына түгел, тимер ҡоҙғондар һағалап торған аяуһыҙ заманда бындай саралар уҙғарыу бик ҙур әһәмиәткә эйә, халыҡты берләштерә, яугирҙәребеҙҙең яңғыҙ түгеллегенә ышаныс өҫтәй.  Сарала ҡатнашыусылар “Барыһы ла Еңеү өсөн,  Ватаныбыҙҙың именлеге хаҡына!” тигән оран-өндәмәне көн һайын иҫбатлаған ирекмәндәребеҙгә сикһеҙ рәхмәттәр әйтеп таралышты.   Роза САФИНА. Әлфиә МАНСУРОВА фотолары.   “Ҡаршы ал, Стәрлетамаҡ!” Бына шундай юғары рухта килеп етте “Юлдаш” радиоһынан журналист ирекмәндәр төркөмө Стәрлетамаҡтың “Йөрәк ҡушыуы буйынса” (“ZOV сердца”) халыҡ берләшмәһенә. Был иҫтәлекле, тәрән патриотик рухлы сараға “Атай” позывнойлы МХО ветераны,  БР МХО ветерандары ассоциацияһы директоры урынбаҫары, Өфө районы Советы депутаты, ирекмән Рәжәп Арыҫланов та ҡатнашты.

БАРЫҺЫ ЛА ЕҢЕҮ ӨСӨН, ВАТАНЫБЫҘҘЫҢ ИМЕНЛЕГЕ ХАҠЫНА!БАРЫҺЫ ЛА ЕҢЕҮ ӨСӨН, ВАТАНЫБЫҘҘЫҢ ИМЕНЛЕГЕ ХАҠЫНА!
БАРЫҺЫ ЛА ЕҢЕҮ ӨСӨН, ВАТАНЫБЫҘҘЫҢ ИМЕНЛЕГЕ ХАҠЫНА!

“Ҡаршы ал, Стәрлетамаҡ!”

Бына шундай юғары рухта килеп етте “Юлдаш” радиоһынан журналист ирекмәндәр төркөмө Стәрлетамаҡтың “Йөрәк ҡушыуы буйынса” (“ZOV сердца”) халыҡ берләшмәһенә.

Был иҫтәлекле, тәрән патриотик рухлы сараға “Атай” позывнойлы МХО ветераны,  БР МХО ветерандары ассоциацияһы директоры урынбаҫары, Өфө районы Советы депутаты, ирекмән Рәжәп Арыҫланов та ҡатнашты.

Стәрлетамаҡтағы “ZOV сердца” штабы ул фонд та түгел, ойошмала түгел. Унда ябай кешеләр: эшселәр, пенсионерҙар, студенттар, эшҡыуырҙар яугирҙарыбыҙға ярҙам итеү өсөн берләшкән.

Йөрәк ҡушыуы буйынса, “минән бәләкәй генә ярҙам булһын” тип башланған эш, халыҡты берләштереп, изгелек ҡылыу үҙәгенә әйләнде. Тыл геройҙары был эшкә йәне-тәне менән бирелеп, ысын илһөйәрлек һәм берҙәмлек өлгөһөн күрһәтә.

2023 йылдың февраленән алып фронтҡа 900-гә яҡын ылау оҙатылған, яугирҙәрҙең заявкалары буйынса меңәрләгән посылка ебәрелгән. Тиҫтәләрсә мең квадрат метр селтәр, меңәрләгән носилка, окоп шәмдәре, ҡоро душ, хаттар, һүрәттәр, ойоҡбаштар, туҡмас, бауырһаҡ һәм башҡа тәмлекәстәр... Һәм быларҙың барыһы ла битараф булмағандарҙың үҙ ирке менән башҡарыла.

Осрашыуҙы Рәжәп Арыҫланов асты. 

– Барыһы ла бынан ике йыл элек, 2024 йылдың июнендә башланды. Мин ул саҡта Лисичанск янында "Ахмад” спецназы составында алғы һыҙыҡта инем, - тип һүҙ башланы мәртәбәле сараның ҡунағы Рәжәп Миҙхәт улы. Ул ҙур тулҡынланыу менән, ҡыҫҡаса ғына булһа ла, хәтирәләргә әйләнеп ҡатты.

– Бер мәлде беҙгә һигеҙ төргәк маскировка селтәре ебәрҙеләр. Шул саҡта беҙ беренсе тапҡыр ысын мәғәнәһендә Ватандың ярҙамын тойҙоҡ. Мин шунда “иҫән-һау әйләнеп ҡайтһам, мотлаҡ һеҙҙең менән осрашырмын”, тип үҙемә һүҙ бирҙем. Беҙҙең яугирҙарға ярҙам итеүҙә ниндәй өлөш индереүегеҙҙе үҙ күҙҙәрем менән күрҙем. Уларҙың заказдарына һеҙ һәр ваҡыт оператив яуап бирәһегеҙ.

 

Бер кем дә ситтә ҡалманы

“Юлдаш” радиоһы менән осрашыуҙың төп өлөшө Ҡала мәҙәниәт һарайының кесе залында дауам итте.

Рәжәп Арыҫланов ундағы сығышында ирекмәндәр ойошмаларының эшмәкәрлеге дәүләт мәнфәғәттәрен яҡлауға туранан-тура хеҙмәт итә, фәҡәт ирекмәндәрҙең әүҙем гражданлыҡ позицияһы арҡаһында алғы һыҙыҡтағы яугирҙар ышаныслы тылдың ярҙамын тоя, тип билдәләне. Ул, шулай уҡ,

 “Еңеүгә юл” отрядына, “Рәсәй еңеүенә бергә” ирекмәндәр хәрәкәтенә, ҡаланың ирекмәндәр структуралары эшендә һәм сараны ойоштороуға булышлыҡ иткәне өсөн, шәхсән ҡала хакимиәте башлығы кәңәшсеһе, “Ватан” хәрби-патриотик ойошмаһы директры Юрий Ордаға рәхмәт әйтте.

“Зов сердца” халыҡ берләшмәһе координаторы Гөлнара Әмирова тыл геройҙары эшенең нисек ойошторолоуы, әүҙемселәр араһында мәктәп уҡыусыларынан алып, студенттар, хатта һикһән йәште үткән пенсионерҙар ең һыҙғанып эшләүе хаҡында һөйләне.  

“Ашҡаҙар” гәзите мөхәррире Рәмил Мансуров журналистарҙың мәғлүмәт эшенә индергән өлөшө тураһында бәйән итте. “Башҡортостан” полкының хәрби-сәйәси эш буйынса тәьмин итеү ротаһы командиры урынбаҫары, “Эмир” позывнойлы яугир полк командованиеһы исеменән алғы һыҙыҡтағы яугирҙәргә ярҙам итеүселәргә рәхмәт белдерҙе. Яугир, умыртҡа һөйәге яраланып госпиталдә ятҡандан һуң, әле ике айға отпускыға ҡайтҡан.

“Юлдаш” радиоһы менән осрашыу сараһында “Зов сердца” халыҡ берләшмәһе әүҙемселәренә, уның ҡалалағы һәм райондағы подразделениеларына,  Изге Никольский кафедраль соборына, ҡаланың күп профилле колледж коллективына, 62-се балалар баҡсаһына, 4-се китаханаға, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Стәрлетамаҡ бүлексәһенә, “Стерлитамакский рабочий“ гәзите мөхәррире Алексей Матвеевҡа, фотокорреспондент Сергей Крамсковҡа, “Ашҡаҙар” гәзите мөхәррире Рәмил Мансуровҡа, “Ашҡаҙар” гәзитенең бүлек мөхәррире Гүзәл Рәмиеваға маҡтау грамоталары, рәхмәт хаттары, “Фронтҡа ярҙам иткән өсөн” миҙалдары тапшырылды.

Был һағышлы, тәрән патриотик рухлы кисәне Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актеры,  режиссер, Башҡортостандың халыҡ артисы Илнур  Лоҡманов алып барҙы. Ул шулай уҡ ялҡынлы йырҙары менән дә рухтарҙы күтәрҙе, күңелдәргә дәрт өҫтәне. Әйткәндәй, Илнур Лоҡманов үҙе лә махсус хәрби опеация зонаһында оҙайлы командировкаларҙа булып ҡайтҡан.

Хәйер, илебеҙҙә махсус хәрби операция шауҡымы  ҡағылмаған ғаилә һирәктер. “Юлдаш” радиоһы журналист ирекмәндәре төркөмө лә юҡҡа ғына барлыҡҡа килмәгән.  

Иҫтә ҡалырлыҡ сарала  ирекмәнлектең иң яҡшы тәжрибәләре менән таныштыҡ, көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшерҙек, киләсәккә проекттар билдәләнде.

Яу яланында ғына түгел, тимер ҡоҙғондар һағалап торған аяуһыҙ заманда бындай саралар уҙғарыу бик ҙур әһәмиәткә эйә, халыҡты берләштерә, яугирҙәребеҙҙең яңғыҙ түгеллегенә ышаныс өҫтәй. 

Сарала ҡатнашыусылар “Барыһы ла Еңеү өсөн,  Ватаныбыҙҙың именлеге хаҡына!” тигән оран-өндәмәне көн һайын иҫбатлаған ирекмәндәребеҙгә сикһеҙ рәхмәттәр әйтеп таралышты.

Роза САФИНА.

Әлфиә МАНСУРОВА фотолары.

Фотолар шулай уҡ социаль селтәрҙәрҙәге "Журналист-ирекмәндәр" төркөмө сәхифәһенән алынды.

 

БАРЫҺЫ ЛА ЕҢЕҮ ӨСӨН, ВАТАНЫБЫҘҘЫҢ ИМЕНЛЕГЕ ХАҠЫНА!
БАРЫҺЫ ЛА ЕҢЕҮ ӨСӨН, ВАТАНЫБЫҘҘЫҢ ИМЕНЛЕГЕ ХАҠЫНА!
БАРЫҺЫ ЛА ЕҢЕҮ ӨСӨН, ВАТАНЫБЫҘҘЫҢ ИМЕНЛЕГЕ ХАҠЫНА!
БАРЫҺЫ ЛА ЕҢЕҮ ӨСӨН, ВАТАНЫБЫҘҘЫҢ ИМЕНЛЕГЕ ХАҠЫНА!
БАРЫҺЫ ЛА ЕҢЕҮ ӨСӨН, ВАТАНЫБЫҘҘЫҢ ИМЕНЛЕГЕ ХАҠЫНА!
БАРЫҺЫ ЛА ЕҢЕҮ ӨСӨН, ВАТАНЫБЫҘҘЫҢ ИМЕНЛЕГЕ ХАҠЫНА!
БАРЫҺЫ ЛА ЕҢЕҮ ӨСӨН, ВАТАНЫБЫҘҘЫҢ ИМЕНЛЕГЕ ХАҠЫНА!
БАРЫҺЫ ЛА ЕҢЕҮ ӨСӨН, ВАТАНЫБЫҘҘЫҢ ИМЕНЛЕГЕ ХАҠЫНА!
БАРЫҺЫ ЛА ЕҢЕҮ ӨСӨН, ВАТАНЫБЫҘҘЫҢ ИМЕНЛЕГЕ ХАҠЫНА!
БАРЫҺЫ ЛА ЕҢЕҮ ӨСӨН, ВАТАНЫБЫҘҘЫҢ ИМЕНЛЕГЕ ХАҠЫНА!
БАРЫҺЫ ЛА ЕҢЕҮ ӨСӨН, ВАТАНЫБЫҘҘЫҢ ИМЕНЛЕГЕ ХАҠЫНА!
БАРЫҺЫ ЛА ЕҢЕҮ ӨСӨН, ВАТАНЫБЫҘҘЫҢ ИМЕНЛЕГЕ ХАҠЫНА!
БАРЫҺЫ ЛА ЕҢЕҮ ӨСӨН, ВАТАНЫБЫҘҘЫҢ ИМЕНЛЕГЕ ХАҠЫНА!
БАРЫҺЫ ЛА ЕҢЕҮ ӨСӨН, ВАТАНЫБЫҘҘЫҢ ИМЕНЛЕГЕ ХАҠЫНА!
Автор:Роза Сафина
Читайте нас