Ашҡаҙар
+28 °С
Облачно
Йәмғиәт
2 Июля , 09:15

БАРЫҺЫ ЛА ЕҢЕҮ ӨСӨН, ВАТАНЫБЫҘҘЫҢ ИМЕНЛЕГЕ ХАҠЫНА!

“Ҡаршы ал, Стәрлетамаҡ!”   Бына шундай юғары рухта килеп етте Өфөнән “Юлдаш” радиоһының журналист-ирекмәндәр төркөмө Стәрлетамаҡҡа. Бында улар “Йөрәк ҡушыуы буйынса” (“ZOV сердца”) фронтҡа ярҙам халыҡ берләшмәһе ағзалары менән осрашты. Был иҫтәлекле, тәрән патриотик рухлы осрашыуға “Атай” позывнойлы МХО ветераны,  БР МХО ветерандары ассоциацияһы директоры урынбаҫары, Өфө районы Советы депутаты, ирекмән Рәжәп Арыҫланов та килгәйне.

БАРЫҺЫ ЛА ЕҢЕҮ ӨСӨН, ВАТАНЫБЫҘҘЫҢ ИМЕНЛЕГЕ ХАҠЫНА!БАРЫҺЫ ЛА ЕҢЕҮ ӨСӨН, ВАТАНЫБЫҘҘЫҢ ИМЕНЛЕГЕ ХАҠЫНА!
БАРЫҺЫ ЛА ЕҢЕҮ ӨСӨН, ВАТАНЫБЫҘҘЫҢ ИМЕНЛЕГЕ ХАҠЫНА!

... Стәрлетамаҡтағы “ZOV сердца” штабы ул фонд та түгел, ойошма ла түгел.  Унда ябай кешеләр: эшселәр, пенсионерҙар, студенттар, эшҡыуырҙар яугирҙарыбыҙға ярҙам итеү өсөн берләшкән.

Йөрәк ҡушыуы буйынса, “минән бәләкәй генә ярҙам булһын” тип башланған эш, халыҡты берләштереп, изгелек ҡылыу үҙәгенә әйләнде. Тыл геройҙары был эшкә йәне-тәне менән бирелеп, ысын илһөйәрлек һәм берҙәмлек өлгөһөн күрһәтә.

2023 йылдың  февраленән алып фронтҡа  900-гә яҡын ылау оҙатылған, яугирҙәрҙең заявкалары буйынса меңәрләгән посылка ебәрелгән. Тиҫтәләрсә мең квадрат метр селтәр, меңәрләгән носилка, окоп шәмдәре, ҡоро душ, хаттар, һүрәттәр, ойоҡбаштар, туҡмас, бауырһаҡ  һәм башҡа тәмлекәстәр... Һәм быларҙың барыһы ла битараф булмағандарҙың үҙ ирке менән башҡарыла.

Штабтағы осрашыуҙы Рәжәп Арыҫланов асты. 

– Барыһы ла бынан ике йыл элек, 2024 йылдың июнендә башланды. Мин ул саҡта Лисичанск янында "Ахмад” спецназы составында алғы һыҙыҡта инем, - тип һүҙ башланы мәртәбәле сараның ҡунағы Рәжәп Миҙхәт улы. Ул ҙур тулҡынланыу менән, ҡыҫҡаса ғына булһа ла, хәтирәләргә әйләнеп ҡатты. –  Бер мәлде беҙгә һигеҙ төргәк маскировка селтәре ебәрҙеләр. Шул саҡта беҙ беренсе тапҡыр ысын мәғәнәһендә Ватандың ярҙамын тойҙоҡ. Мин шунда “иҫән-һау әйләнеп ҡйтһам, мотлаҡ һеҙҙең менән осрашырмын”, тип үҙемә һүҙ бирҙем. Беҙҙең яугирҙарға ярҙам итеүҙә ниндәй өлөш индереүегеҙҙе үҙ күҙҙәрем менән күрҙем. Уларҙың  заказдарына һеҙ һәр ваҡыт оператив яуап бирәһегеҙ.  

Яугирҙар менән тура бәйләнеш

“Зов сердца” фронтҡа ярҙам халыҡ берләшмәһе штабында “Башҡортостан”мотоуҡсылар полкы яугирҙары менән Интернет аша тура бәйләнеш ойошторолдо. Ирекмәндәрҙе блиндаж-студиянан Башҡортостан башлығы кәңәшсеһе Алик Камалетдинов, “Журналист” һәм “Алпан” ҡушаматлы яугирҙар сәләмләне. Улар ирекмәндәргә фронтҡа ярҙам күрһәтеүҙәре өсөн рәхмәт әйтте.

 

Бер кем дә ситтә ҡалманы

“Юлдаш” радиоһы менән осрашыуҙың төп өлөшө Ҡала мәҙәниәт һарайының кесе залында дауам итте.

Рәжәп Арыҫланов ундағы сығышында ирекмәндәр ойошмаларының эшмәкәрлеге дәүләт мәнфәғәттәрен яҡлауға туранан-тура хеҙмәт итә, фәҡәт ирекмәндәрҙең әүҙем гражданлыҡ позицияһы арҡаһында алғы һыҙыҡтағы яугирҙар ышаныслы тылдың ярҙамын тоя, тип билдәләне. Ул, шулай уҡ,

 “Еңеүгә юл” отрядына, “Рәсәй еңеүенә бергә” ирекмәндәр  хәрәкәтенә, ҡаланың ирекмәндәр структуралары эшендә һәм сараны ойоштороуға булышлыҡ иткәне өсөн,  шәхсән ҡала хакимиәте башлығы кәңәшсеһе, “Ватан” хәрби-патриотик ойошмаһы директры Юрий Ордаға рәхмәт әйтте.

“Зов сердца” халыҡ берләшмәһе координаторы Гөлнара Әмирова  тыл геройҙары эшенең нисек ойошторолоуы, әүҙемселәр араһында мәктәп уҡыусыларынан алып, студенттар, хатта һикһән йәште үткән пенсионерҙар ең һыҙғанып  эшләүе хаҡында һөйләне.  

“Ашҡаҙар” гәзите мөхәррире Рәмил Мансуров журналистарҙың мәғлүмәт эшенә индергән өлөшө тураһында бәйән итте.  “Башҡортостан” полкының  хәрби-сәйәси эш буйынса тәьмин итеү  ротаһы командиры урынбаҫары,  “Эмир” позывнойлы яугир полк командованиеһы исеменән алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға ярҙам итеүселәргә рәхмәт белдерҙе. Яугир, умыртҡа һөйәге яраланып госпиталдә ятҡандан һуң, әле ике айға отпускыға ҡайтҡан.

“Юлдаш” радиоһы менән осрашыу  сараһында “Зов сердца” халыҡ  берләшмәһе  әүҙемселәренә, уның ҡалалағы  һәм райондағы подразделениеларына,  Изге Никольский кафедраль соборына, ҡаланың күп профилле колледж коллективына, 62-се балалар баҡсаһына, 4-се китаханаға, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Стәрлетамаҡ бүлексәһенә, “Стерлитамакский рабочий“ гәзите мөхәррире Алексей Матвеевҡа, фотокорреспондент Сергей Крамсковҡа,  “Ашҡаҙар” гәзите мөхәррире  Рәмил Мансуровҡа маҡтау грамоталары, рәхмәт хаттары, “Фронтҡа ярҙам иткән өсөн” миҙалдары тапшырылды.

Был һағышлы, тәрән патриотик  рухлы кисәне Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актеры,  режиссер, Башҡортостандың халыҡ артисы Илнур  Лоҡманов алып барҙы. Ул шулай уҡ ялҡынлы йырҙары менән дә рухтарҙы күтәрҙе, күңелдәргә дәрт өҫтәне. Әйткәндәй, Илнур Лоҡманов үҙе лә махсус хәрби операция зонаһында оҙайлы командировкаларҙа булып ҡайтҡан.

Хәйер, илебеҙҙә махсус хәрби операция шауҡымы  ҡағылмаған ғаилә һирәктер. “Юлдаш” радиоһының “Журналист-ирекмәндәр” төркөмө лә юҡҡа ғына барлыҡҡа килмәгән.   Зөһрә Арсаеваның тормош иптәше Рафиҡ Әхмәтшин 2023 йылда Оборона министрлығы менән килешеү төҙөп, фронтҡа юлланды. Бөгөн ул “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкында хеҙмәт итә. Лилиә Нәғимованың ире Данис та шулай уҡ махсус хәрби операция яугиры. Ул өлөшләтә мобилизация буйынса Ҡораллы көстәргә алынған. Әлеге ваҡытта  Донецк йүнәлешендә алыша. Сәриә Рамазанованың бер туған ҡустыһы Рәсүл Ишдәүләтов, Динара Сафинаның кейәүе һуғышта батырҙарса һәләк булған. Икеһе лә, үлгәндән һуң, Владимир Путиндың указы буйынса “Ҡаһарманлыҡ” орденына лайыҡ булған. Хәбәрсе ҡыҙҙар бер-береһе өсөн, шулай уҡ яугирҙарға терәк-таяныс булып тора. Ир-егеттәребеҙ өсөн гуманитар ылау туплай. Район һәм ҡалаларҙағы ирекмәндәр ойошмалары менән хеҙмәттәшлек итә.  Яңыраҡ ҡына ҡыҙҙар “Башҡортостан” полкы өсөн дизель-генератор алып оҙатҡан. Аҡсаны “Юлдаш”, “Ашҡаҙар” һәм “Спутник ФМ” радиолары хеҙмәткәрҙәре туплаған. Ирекмән ҡыҙҙар шулай уҡ мәктәптәрҙә батырлыҡ дәрестәре ойоштора. “Барыһы ла Еңеү өсөн,  Ватаныбыҙҙың именлеге хаҡына!” тигән оран-өндәмәне көн һайын иҫбатлаған ирекмәндәребеҙгә сикһеҙ рәхмәттәр яуһын!

Сарала ҡатнашыусылар Хәрби хәрәкәт ветерандары  көнө уңайынан, ҡалабыҙҙың Еңеү паркында “Мәңгелек ут” һәйкәленә, яугир-интернационалистар стелаһына, һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың мемориалына  Ватаныбыҙҙың киләсәге өсөн яу яланында һәләк булған яугирҙар рухына бағышлап сәскәләр һалды.

Иҫтә ҡалырлыҡ сарала  ирекмәнлектең иң яҡшы тәжрибәләре менән таныштыҡ, көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшерҙек,  киләсәккә проекттар билдәләнде.

Яу яланында ғына түгел,  тимер ҡоҙғондар һағалап торған аяуһыҙ заманда бындай саралар уҙғарыу бик ҙур әһәмиәткә эйә, халыҡты берләштерә, яугирҙарыбыҙҙың яңғыҙ түгеллегенә  ышаныс өҫтәй. 

 

 

Роза САФИНА.

Әлфиә МАНСУРОВА фотолары.

Фотолар шулай уҡ “Журналист-ирекмәндәр” төркөмөнөң социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһенән алынды.

 

Роза САФИНА.

Әлфиә МАНСУРОВА фотолары.

Фотолар шулай уҡ  "Журналист-ирекмәндәр" төркөмөнөң социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһенән алынды. 

 

БАРЫҺЫ ЛА ЕҢЕҮ ӨСӨН, ВАТАНЫБЫҘҘЫҢ ИМЕНЛЕГЕ ХАҠЫНА!
БАРЫҺЫ ЛА ЕҢЕҮ ӨСӨН, ВАТАНЫБЫҘҘЫҢ ИМЕНЛЕГЕ ХАҠЫНА!
БАРЫҺЫ ЛА ЕҢЕҮ ӨСӨН, ВАТАНЫБЫҘҘЫҢ ИМЕНЛЕГЕ ХАҠЫНА!
БАРЫҺЫ ЛА ЕҢЕҮ ӨСӨН, ВАТАНЫБЫҘҘЫҢ ИМЕНЛЕГЕ ХАҠЫНА!
БАРЫҺЫ ЛА ЕҢЕҮ ӨСӨН, ВАТАНЫБЫҘҘЫҢ ИМЕНЛЕГЕ ХАҠЫНА!
БАРЫҺЫ ЛА ЕҢЕҮ ӨСӨН, ВАТАНЫБЫҘҘЫҢ ИМЕНЛЕГЕ ХАҠЫНА!
БАРЫҺЫ ЛА ЕҢЕҮ ӨСӨН, ВАТАНЫБЫҘҘЫҢ ИМЕНЛЕГЕ ХАҠЫНА!
БАРЫҺЫ ЛА ЕҢЕҮ ӨСӨН, ВАТАНЫБЫҘҘЫҢ ИМЕНЛЕГЕ ХАҠЫНА!
БАРЫҺЫ ЛА ЕҢЕҮ ӨСӨН, ВАТАНЫБЫҘҘЫҢ ИМЕНЛЕГЕ ХАҠЫНА!
БАРЫҺЫ ЛА ЕҢЕҮ ӨСӨН, ВАТАНЫБЫҘҘЫҢ ИМЕНЛЕГЕ ХАҠЫНА!
Автор:Роза Сафина
Читайте нас