Ашҡаҙар
+18 °С
Облачно
Йәмғиәт
3 Июля , 06:05

АТА-ӘСӘЛӘР ҠОРҒА ЙЫЙЫЛДЫ

Быйылғы уҡыу йылы аҙағында Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһендә ҡала башҡорттары ҡоролтайы ҡала мәғариф бүлеге менән берлектә ата-әсәләр йәмәғәтселегенең Беренсе ҡала конференцияһы ойошторҙо.

АТА-ӘСӘЛӘР ҠОРҒА ЙЫЙЫЛДЫАТА-ӘСӘЛӘР ҠОРҒА ЙЫЙЫЛДЫ
АТА-ӘСӘЛӘР ҠОРҒА ЙЫЙЫЛДЫ

Был сараға  башҡорт теле буйынса конкурстарҙа һәм олимпиадаларҙа призлы урын алған һәләтле балалар (балалар баҡсаһынан да, мәктәп уҡыусылары ла), уларҙың тәрбиәселәре, уҡытыусылары, ата-әсәләре һәм, ғөмүмән, телебеҙгә, Ватаныбыҙ тарихына иғтибарлы булған һәр кем саҡырылғайны.

Башҡорт ғаиләһе йылына арналған ошо сараның Пленар өлөшөндә “Ашҡаҙар” гәзитенең баш мөхәррире, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Стәрлетамаҡ бүлексәһе етәксеһе Рәмил Мансуров, ҡала мәғариф бүлеге начальнигы Илшат Ҡотлошин, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Демография, һаулыҡ һаҡлау һәм ғаилә мәсьәләләре буйынса комиссия рәйесе урынбаҫары Ләйсән Йосопова сығыш яһаны.

Рәмил Ғәбдрәшит улы “Кем һин, ҡала башҡорто?” исемле тәрән мәғәнәле докладында йәмәғәтселек алдына “ҡала башҡорто, ул ниндәй булырға тейеш?” тигән риторик һорау ҡуйҙы. Һәм ошо һорауға шунда уҡ яуап та бирҙе. “Беҙ – ҡаланыҡылар тип күкрәк һуғып йөрөһәк тә, башлыса ырыуҙарыбыҙҙың таралып ултырған төрлө ауылдары ерендә кендек ҡаныбыҙ тамған кешеләр, Стәрлетамаҡтың барлыҡ биҫтәләрендә нығынғанбыҙ, төрлө тармаҡтарында эшләп йөрөйбөҙ, донъя көтәбеҙ. Ватан алдында һынау килеп тыуғас, яуға юлланған аҫаба башҡорт башҡаса булдыра алмай, сөнки минең тамырҙарымдан яугир ҡаны аға, сөнки киләсәктә баларым миңә “атай”, ә ҡатыныма “әсәй” тип өндәшкәнен теләйем, киләсәктә көслө дәүләттә йәшәргә теләйем!..”

Эйе, ҡала башҡорто ул бар яҡтан да өлгө булырлыҡ сифаттарға эйә булырға тейеш. Кемдер үҙ кәсебен асып, халҡыбыҙҙың мәртәбәһен күтәрә. Кемдер Башҡортостан Башлығы грантына материалдар һатып алып, Стәрлетамаҡ ҡала башлығы грантына бинаны ҡуртымға ала. Теләгең булһа, милли мөхитте күрһәтергә, үҫешергә мөмкинлектәр күп. Әммә маҡсатыбыҙ бер – халҡыбыҙҙың күңел байлығын бөтә донъяға танытыу, яу ҡырындағы һалдаттарҙың яҡындарына, милләттәштәренә ярҙам итеүҙә, төрлө саралар үткәреүҙә өлөш индереү. Шөкөр, ҡала шарттарында үҫкән быуын булһа ла, милләтебеҙҙең рухи таянысы булырҙай, Стәрлетамаҡтың үҙ милли йөҙөн асырҙай шәхестәргә байбыҙ. Беҙҙең йәштәр ҙә төрлө-төрлө. Ғаиләһендә, башҡорт балалар баҡсаһында, Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназиябыҙҙа, 3-сө башҡорт лицей-интернатында, 23-сө полилингваль мәктәптә һалынған рух нигеҙендә тәрбиәләнгән телһөйәр, илһөйәр быуын үҫеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды Рәмил Мансуров үҙенең ялҡынлы сығышында. Ул шулай уҡ ҡалабыҙҙың рухи-мәҙәни тормошона үҫеш индереүсе шәхестәрҙең исемен дә атап үтте. Рөстәм Батталов етәкселегендә “Ритайым”да бейеүҙәр, Илшат Ҡотлошин башланғысы менән үҫешкән милли көрәш секцияларына йөрөү, Айнур Үтәевтың уҡ атыу түңәрәгендә шөғөлләнеү, ғөмүмән, эсмәй, тартмай, үҙең һымаҡ тиҫтерҙәр менән аралашып сәләмәт тормош алып барыу һ.б.

Өс-дүрт, хатта бишәр бала үҫтергән башҡорт ғаиләләре, Стәрлетамаҡ ерлегендә яралып, хәҙер республика етәкселеге тырышлығы менән башҡорттар йәшәгән бөтә төбәктә йәйелдерелгән Мөхәббәт, ғаилә һәм тоғролоҡ байрамы “Етегән”дә, “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” конкурсында ҡатнашып, ғаилә ҡиммәттәрен нығытҡан ғаиләләребеҙ менән көслө беҙ.

Ҡоролтай етәксеһе ҡаланың әүҙем ата-әсәләрен ҡотланы һәм шулай уҡ ҡала хакимиәте, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы исеменән наградалар тапшырҙы.

 Илшат Мансаф улы “Муниципалитетта туған телдәрҙе өйрәнеү һәм уҡытыу торошо тураһында”ғы докладында Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең мәғариф бүлегендә алып барылған эштәр менән яҡынданыраҡ таныштырып үтте.

Ләйсән Йәркәй ҡыҙы ата-әсәләр йәмәғәтселеге менән эшләүҙә 2026-2027 уҡыу йылына пландар, перспективалар менән таныштырҙы.

Сараның икенсе өлөшө айырыуса йәнле һәм ҡыҙыҡлы үтте. Республика һәм ҡала конкурстарында ҡатнашып, ҙур еңеүҙәргә өлгәшеүсе иң зирәк, иң әүҙем балалар конференцияның хөрмәтле ҡунаҡтары булды. “Алтын бишек” шиғыр һөйләүселәр бәйгеһендә ҡатнашыусыларҙы, Туҡай шиғырҙарын башҡортса ятлаусылар, “Һаумы, һаумы, Әкиәт!” бәйгеһендә ҡатнашыусы йәш әкиәтселәр, “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәрҙе сәхнә түренә саҡырып тәбрикләнеләр, уларға наградалар тапшырылды.

Шулай уҡ төрлө фәнни-ғәмәли конференцияларҙа үҙ телдәрендә сығыш яһаған, эштәрен яҡлаған ҡыйыу балалар сәхнәгә күтәрелде. Уларға ла милли стилдәге бүләктәр тапшырылды. Йәмғеһе 263 бала маҡтауға һәм бүләктәргә лайыҡ булды. Һәр еңеүсене бөтә зал менән алҡышлап ҡаршы алдылар.

Конференция сиктәрендә йәнә бер мөһим ваҡиғаны ла әйтеп үтәйек, ул – ата-әсәләр ҡоро етәксеһен һайлау. Хәҙер ойошманы Башҡортостанда билдәле артист, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре, Стәрлетамаҡ ҡала башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы, ишле башҡорт ғаиләһе башлығы Артур Ишмөхәмәтов етәкләйәсәк.

Беренсе тапҡыр үткәрелеүгә ҡарамаҫтан, конференция бай йөкмәткеле һәм бик ваҡытлы булды, тиергә була. Беренсенән, тел мәсьәләһе күтәрелде, ә ул бик етди тема. Нәҡ ошо конференцияла беҙ был һорауға ниндәйҙер кимәлдә яуап таптыҡ.

 Роза ҠОБАҒОШОВА.

Фотолар Ҡоролтайҙың социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһенән алынды.

АТА-ӘСӘЛӘР ҠОРҒА ЙЫЙЫЛДЫ
АТА-ӘСӘЛӘР ҠОРҒА ЙЫЙЫЛДЫ
АТА-ӘСӘЛӘР ҠОРҒА ЙЫЙЫЛДЫ
Автор:Роза Сафина
Читайте нас