

2022 йылда, илдә өлөшләтә мобилизация иғлан ителгәндә Гәрәев повестка алғас, бер уйламай, фронтҡа китә. Наил Әбелғужин билдәләүенсә, Артур Гәрәевтың иңендә Тыуған ил алдында ғына түгел, ғаилә алдында ла яуаплылыҡ ята ине.
"Артур күп балалы ғаиләлә үҫә, унда биш бала тәрбиәләнә, шуға күрә "көслө тыл" төшөнсәһе уның өсөн буш тауыш түгел. Ул үҙе өс баланың атаһы. Ҡатыны Диана менән ике ул һәм ҡыҙ тәрбиәләйҙәр. Йорттоң ысын хужаһы, ышаныслы ир һәм яратҡан атай", - тип яҙҙы Наил Әбелғужин үҙенең социаль селтәрендә.
Артур Гәрәев эҙенән уның ике һеңлеһе МХО зонаһына юллана. Уларҙың береһе - Лилиана 2023 йылдан табип булып хеҙмәт итә. Илнара - элемтәсе. Ул 2024 йылдан алып алғы һыҙыҡта.
Яугир үҙе пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрендә өлкән оператор вазифаһында хәрби бурыстарҙы үтәүен дауам итә. Күрһәткән батырлығы һәм фиҙакәрлеге өсөн яугир күп кенә дәүләт наградаларына лайыҡ була.
Башинформ мәғлүмәте буйынса