Ашҡаҙар
+19 °С
Облачно
Йәмғиәт
7 Июля , 11:30

ЯР БУЙЫ БИҪТӘҺЕНДӘ МӘКТӘП ТӨҘӨЛӘ

“Йәштәр һәм балалар” федераль милли проекты сиктәрендә мәктәп төҙөү эшен дауам итәбеҙ, - тип яҙа социаль селтәрҙәрҙәге шәхси сәхифәһендә Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов.

ЯР БУЙЫ БИҪТӘҺЕНДӘ МӘКТӘП ТӨҘӨЛӘЯР БУЙЫ БИҪТӘҺЕНДӘ МӘКТӘП ТӨҘӨЛӘ
ЯР БУЙЫ БИҪТӘҺЕНДӘ МӘКТӘП ТӨҘӨЛӘ

– Башҡортостан Республикаһы мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙин менән төҙөлөп ятҡан объектты барып күрҙек. Әле унда  8 берәмек техника йәлеп ителгән, йәмғеһе 76 кеше эшләй. Бинала  электр монтажлау һәм вентиляция, сантехника ҡуйыу, инеү төркөмө ҡоролмаһы, иҙән түшәү, тышҡы яҡтыртыу,  фасадты биҙәү эштәре бара.

Эштәрҙең күп өлөшө мәктәптең эсендә башҡарыла, шулай уҡ яҡын-тирәләге биләмә төҙөкләндерелә, тирә-яғын кәртәләй башланылар, ҡыйығын эшләүҙе дауам итәләр. Тәҙрәләр һәм витраждар тулыһынса ҡуйылған.   Юғары ҡатлы булмаһа ла, мәктәптә лифттар ҡуйыласаҡ, улар монтажланған да инде.Йыл аҙағында файҙаланыуға тапшырырға уйлайбыҙ.” Эмиль Владиславович һүҙҙәренсә, Стәрлетамаҡ өсөн был мөһим социаль объект: был мәктәп башҡаларҙан планировкаһы менән айырыла, унда технологик һәм унда тәбиғи-фәнни профилдәр тормошҡа ашырыласаҡ. 3D принтерҙары, лазерлы ҡырҡыу станоктары, фрезер станоктары һәм башҡалар менән йыһазландырылған химия-биология лабораторияһы, прототиплау лабораторияһы ҡаралған. Ул ВТС биҫтәһендәге уҡыусыларға  йәйәү йөрөргә һәм был микрорайондағы мәктәптәрҙе бушатырға мөмкинлек бирәсәк.

Р.УСМАНОВА.

Фотолар Э. ШӘЙМӘРҘӘНОВтың социаль селтәрҙәрҙәге шәхси сәхифәһенән алынды.

 

 

ЯР БУЙЫ БИҪТӘҺЕНДӘ МӘКТӘП ТӨҘӨЛӘ
ЯР БУЙЫ БИҪТӘҺЕНДӘ МӘКТӘП ТӨҘӨЛӘ
ЯР БУЙЫ БИҪТӘҺЕНДӘ МӘКТӘП ТӨҘӨЛӘ
ЯР БУЙЫ БИҪТӘҺЕНДӘ МӘКТӘП ТӨҘӨЛӘ
ЯР БУЙЫ БИҪТӘҺЕНДӘ МӘКТӘП ТӨҘӨЛӘ
Автор:Роза Сафина
Читайте нас