Ашҡаҙар
+17 °С
Дождь
Йәмғиәт
8 Июля , 11:07

МУТЛАШЫУСЫЛАРҒА 5 МИЛЛИОН 880 МЕҢ ҺУМДАН АШЫУ АҠСА КҮСЕРГӘН

сСтәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса Рәсәй Эске эштәр идаралығына ғариза менән 31 йәшлек ҡатын мөрәжәғәт иткән. Ул ҙур күләмдә мутлашыу тураһында хәбәр итә: ҡатын уғрыларға 5 миллион 880 мең һумдан ашыу аҡса күсергән.

МУТЛАШЫУСЫЛАРҒА 5 МИЛЛИОН 880 МЕҢ ҺУМДАН АШЫУ АҠСА КҮСЕРГӘНМУТЛАШЫУСЫЛАРҒА 5 МИЛЛИОН 880 МЕҢ ҺУМДАН АШЫУ АҠСА КҮСЕРГӘН
МУТЛАШЫУСЫЛАРҒА 5 МИЛЛИОН 880 МЕҢ ҺУМДАН АШЫУ АҠСА КҮСЕРГӘН

Енәйәтселәр ҡатынға бер нисә тапҡыр кеҫә телефонына шылтыратып, видео аша бәйләнешкә сыға. Шул уҡ ваҡытта мутлашыусылар үҙәрен «Ватанды Һаҡлаусылар» фонды, «Дәүләт Хеҙмәттәре» порталы, федераль именлек хеҙмәте һәм Рәсәй Үҙәк банкы хеҙмәткәрҙәре булып таныта.
Улар ҡатынға етди психологик баҫым яһай. Шәхси мәғлүмәттәрҙең ситкә сығыуы һәм аҡсаның сит илгә күсерелеүен булдырмау проблемаларын хәл итеү һылтауы менән енәйәтселәр зыян күреүсене иҫәптән ҙур сумманы алып, аҡсаны курьерға тапшырырға күндерә.
Банк бүлексәһендә аҡса алғас, банк хеҙмәткәре клиент менән иҫкәртеү әңгәмәһе үткәрә, әммә ҡатын аҡса йорт төҙөү өсөн кәрәклеген аңлата һәм операцияны тамамлай. Бынан һуң зыян күреүсенең тормош иптәше аҡсаны билдәһеҙ курьерға тапшыра.
Әлеге факт буйынса РФ Енәйәт кодексының 159-сы статьяһы буйынса мутлашыу тураһында енәйәт эше ҡуҙғатылған. Әлеге ваҡытта полиция хеҙмәткәрҙәре енәйәт ҡылыусыларҙы асыҡлауға һәм ҡулға алыуға йүнәлтелгән оператив-эҙләү саралары комплексын үткәрә.
БР БУЙЫНСА ЭСКЕ ЭШТӘР МИНИСТРЛЫҒЫ ИҪКӘРТӘ:
Дәүләт органдары хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа ведомстволар бер ҡасан да граждандарға түләүҙәр тураһында тәҡдимдәр менән шылтыратмай, шәхси мәғлүмәттәрҙең ағыуы тураһында хәбәр итмәй, ҙур суммаларҙы курьерҙар аша тапшырыуҙы һорамай. Бындай талаптар - мутлашыуҙың дөрөҫ билдәһе. Әгәр һеҙ алдашырға маташыу менән осрашһағыҙ йәки мутлашыусыларҙың ҡорбаны булһағыҙ, был хаҡта шунда уҡ яҡындағы полиция бүлегенә йәки 102-се телефон аша хәбәр итегеҙ.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас