Ашҡаҙар
+18 °С
Облачно
Йәмғиәт
9 Июля , 11:39

Донъя чемпионына милли кейем килешә

"Көстө төрлөсә күрһәтергә була. Уны донъя аренаһындағы еңеүҙәрҙә, оҙайлы күнекмәләрҙә табырға була. Ҡайһы саҡ - үҙ халҡыңдың хәтерендә, йолаларында, мәҙәниәтендә..."

Донъя чемпионына милли кейем килешәДонъя чемпионына милли кейем килешә
Донъя чемпионына милли кейем килешә

Малайзияның баш ҡалаһы Куала-Лумпурҙа тай боксы буйынса донъя чемпионатында Сибай ҡыҙы Зарина Исламова алтын миҙал яулап, донъя чемпионы исемен яуланы. Әле Зарина Сибайҙа ял итә, көс туплай. Донъя чемпионы менән ҡала хакимиәте башлығы һәм үҙе уҡыған Сибай институтында булды, дуҫтары менән осрашты.

Шулай уҡ чемпион халҡыбыҙҙың милли кейемдәре менән фотосессия үткәргән һәм фотолары аҫтында түбәндәге яҙманы ҡалдырған.

"Көстө төрлөсә күрһәтергә була. Уны донъя аренаһындағы еңеүҙәрҙә, оҙайлы күнекмәләрҙә табырға була. Ҡайһы саҡ - үҙ халҡыңдың хәтерендә, йолаларында, мәҙәниәтендә..."

Әйткәндәй, Зарина Исламованың финал ярыштарында өләсәһе бүләк иткән селтәр тағып, ҡамсат бүрек кейеп сығыуы хаҡында хәбәр иткәнебеҙ бар.

Афарин, Зарина! Башҡорт халҡының данын спортта ла, милли кейемдәрҙә лә бар донъяға тарат әйҙә!

Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите. 

Автор: Карима Усманова

Фото: Зарина Исламованың шәхси архивынан

Донъя чемпионына милли кейем килешә
Донъя чемпионына милли кейем килешә
Донъя чемпионына милли кейем килешә
Донъя чемпионына милли кейем килешә
Донъя чемпионына милли кейем килешә
Автор:Гүзәл Рәмиева
Читайте нас