

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2026 йылдың алты айы эсендә Стәрлетамаҡта йәшәүселәр мутлашыусыларҙан 120 миллион һумға яҡын зыян күргән. Шул иҫәптән, МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ҡарата мутлашыу осраҡтары ла теркәлә.
Ҡала хакимиәте башлығы билдәләүенсә, алдашыу ысулдары йыл һайын үҙгәреп тора. Енәйәтселәр аҡсаны аҡсалата компенсация биреү, ҡатнашыусыларҙың ҡайҙа булыуы тураһында мәғлүмәт, награда тапшырыу һылтауы менән тартып ала. Кәңәшмә барышында шулай уҡ ҡайһы берҙә уғрылар яугирҙарҙың шәхси әйберҙәрен ғаиләләргә тапшырырға вәғәҙә итеүе, хатта, имеш, хакимиәт исеменән ер бирәбеҙ тип алдаштырыуы тураһында ла әйтелде.
Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ буйынса идаралығы начальнигы Радик Насиров ҡалала мутлашыуға бәйле хәлдәр бик мөшкөл, тип билдәләне. Уның һүҙҙәренсә, республика буйынса ярты йыл эсендә аферистарҙан күргән зыяндың суммаһы 1,5 млрд һум тәшкил иткән, шул уҡ ваҡытта 500 млн һумға кәмеү күҙәтелә. Стәрлетамаҡта иһә был өлкәлә күрелгән зыяндың күләме лә, енәйәттәрҙең һаны ла артыуы теркәлә.
“Был нимә тураһында һөйләй? Был беҙҙә халыҡ мутлашыу ысулдары буйынса бик аҙ хәбәрҙар булыуы тураһында һөйләй. Көн һайын 3-4 мутлашыу фактын теркәп барабыҙ. Беҙ уларҙан һорау алабыҙ һәм шул аңлашыла: улар мутлашыу ысулдары тураһында бер ниндәй ҙә мәғлүмәт белмәйҙәр”, – тине Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ буйынса идаралығы начальнигы.
Анатолий Ревунов СВО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзалары бер нисә тапҡыр хәрби комиссариатҡа мөрәжәғәт итеп, таныш булмаған кешеләрҙең шылтыратыуҙары, имеш, яугир яраланған һәм уға ниндәйҙер түләү ҡаралған тип алдаштырыуҙары һәм “был эште алып барырға” вәғәҙә итеүҙәре тураһында һөйләне. Шулай уҡ мутлашыусылар, “тиҙ генә хәрби комиссариаттан башҡа” хәл итәбеҙ тигән булып, үлгән кеше өсөн түләүҙәр вәғәҙә иткән, үлгәндән һуң бүләкләү тураһында һөйләгән һ.б. осраҡтар булған.
“Дөрөҫөн әйткәндә, мутлашыусылар мәғлүмәтте ҡайҙан алалар икән, белмәйем. Улар, әлбиттә, хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаиләләренә йоғонто яһай, әммә бирешергә ярамай. Әгәр ҙә шылтыратып, һеҙгә нимәлер вәғәҙә итһәләр, һеҙгә шәхсән хәрби комиссариатҡа шылтыратырға йәки барырға кәрәк”, – тип аңлатты Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм Стәрлетамаҡ районы хәрби комиссары.
Йәнә иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, рәсми структуралар бер ҡасан да аҡса күсерегеҙ тип һорамай, хатта уларҙы мутлашыусыларҙан “ҡотҡарыу” өсөн дә, смс-тан код картанан пароль һорамайҙар. Әгәр ҙә һеҙгә , үҙҙәрен Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәре, Үҙәк банк, Федераль именлек хеҙмәте, “Дәүләт хеҙмәттәре” теләһә ҡайһы ведомствонан, министрлыҡтан, хакимиәттән тип таныштырһалар, мотлаҡ трубканы һалырға һәм күрһәтелгән органдарға рәсми номер буйынса үҙаллы мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Бер ҡасан да таныш булмаған кешегә аҡса күсермәгеҙ һәм шәхси мәғлүмәттәрҙе, паролдәрҙе әйтмәгеҙ. Әгәр һеҙгә инвестицияларҙан бығаса күрелмәгән килем вәғәҙә итһәләр ҙә, тиҙ һәм еңел эш хаҡы ҡотҡоһона бирелмәгеҙ. Таныш йәки яҡын кешеләрҙән килгән хәлдә лә, шикле файлдарҙы асмағыҙ һәм күсереп алмағыҙ.
Әгәр ҙә һеҙ МХО-ла ҡатнашыусы ғаилә ағзаһы булһағыҙ, һәм һеҙгә таныш булмаған кеше шылтыратып, яугир тураһында мәғлүмәт бирәм тип вәғәҙә итһә, шәхси әйберҙәрен, түләүҙәрен, наградаларын тапшырам тип вәғәҙә итһә, трубканы һалығыҙ һәм рәсми органдарға мөрәжәғәт итегеҙ.
Р.САФИНА.