Ашҡаҙар
+19 °С
Облачно
Йәмғиәт
10 Июля , 10:23

БЫЛ САРАНЫ БЕҘ КӨТӨП АЛДЫҠ

Ата-әсәләр йәмғиәтенең Беренсе ҡала конференцияһы беренсе тапҡыр уҙғарылһа ла, күптән көтөп алынған сара булды.

БЫЛ САРАНЫ БЕҘ КӨТӨП АЛДЫҠБЫЛ САРАНЫ БЕҘ КӨТӨП АЛДЫҠ
БЫЛ САРАНЫ БЕҘ КӨТӨП АЛДЫҠ

Сөнки беҙҙең Стәрлетамаҡ ҡалаһында был юҫыҡта күптән ҙур, системалы эш алып барыла. Һәм бына ошо сара был эштең һөҙөмтәләрен бер урынға йыйып күрһәтә торған бер сараға әүерелде.

  Беҙ йыл дауамында ата-әсәләр менән осрашабыҙ, проблемаларҙы уртаға һалып һөйләшәбеҙ, ошо проблемаларҙы хәл итеү юлдарын эҙләйбеҙ. Ә был бөтә һорауҙар ҙа беҙҙең балаларҙы башҡорт мөхитендә тәрбиәләүгә, уларҙың телгә, мәҙәниәтебеҙгә, тарихыбыҙға булған иғтибарын арттырыу йүнәлешендә эшләнелә. Иғтибарҙы арттырыу –

ул ҡыҙыҡһыныу менән бәйле. Балаларҙы ҡыҙыҡһындырып, ярыш сәмен ҡуҙғатырға кәрәк.

Бына ошо төр сараларҙа ярыштарҙа еңгән балаларҙы сәхнәгә сығарып тәбрикләү, ата-әсәләр алдында, үҙҙәренең иптәштәре алдында уларҙың мәртәбәһен күтәреүҙе бик кәрәкле эш тип һанайым.

 

Гөлшат ӘХМӘТОВА, 3-сө башҡорт-лицей интернаты директоры.

Фото авторҙың шәхси архивынан алынды.

 

 

Автор:Роза Сафина
Читайте нас