

Колледждың 35 йыллыҡ юбилейы уңайынан унда Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән мәғариф һәм бизнес өлкәһе эксперттары йыйылды. Һөнәри диалог форматында барған сарала БР Мәғариф министрлығынан вәкилдәр, һөнәри белем биреү ойошмалары етәкселәре, кластерҙың селтәр партнерҙары һәм алдынғы эш биреүселәр, ғалимдар бер ҡор булып фекер алышты.
“Йәштәр һәм балалар” милли проектының “Һөнәрмәнлек” федераль проекты (Профессионалитет) сиктәрендә үткән төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференцияны колледжды 35 йыл дауамында етәкләгән директоры Антонина Усевич асты. Антонина Никифоровна ҡунаҡтарҙы сәләмләү сығышында, колледждың яңы белем биреү технологияһын тормошҡа ашырыуҙа база ойошмаһы булараҡ, “Һөнәрмәнлек” проектының белем биреү технологияһын тормошҡа ашырыуҙа студенттар өсөн яңы мөмкинлектәргә һәм колледждың үҙенсәлекле тәжрибәһенә иғтибарҙы йүнәлтеп, уҡыу йортоноң яңыртылған киңлеге тураһында ентекләп һөйләне.
Хәҙерге урта һөнәри белем биреү системаһының төп йүнәлештәрен үҙ эсенә алған конференция бер нисә стратегик йүнәлеш буйынса эш алып барҙы.
Иғтибар үҙәгендә – һөнәри тәрбиә мәсьәләләре
Һөнәри төрбиә мәсьәләләренә бәйле, Мәскәүҙән килгән ҡунаҡ, Президент академияһы ҡарамағындағы Дәүләт идаралығы юғары мәктәбенең (РАНХиГС) Мәғарифты үҫтереү фәнни-белем биреү үҙәге директоры урынбаҫары, иҡтисад фәндәре кандидаты Светлана Осадчева төплө сығыш яһаны. Артабан был теманы колледждың директор урынбаҫары Евгений Моратшин; “Бүрәт республика педагогия колледжы” директоры Светлана Нимбуева; “Пенза социаль-педагогия колледжы” директоры Людмила Петрова дауам итте.
Өфө дәүләт технология һәм дизайн колледжы директоры урынбаҫары Ольга Ишембаева; Стәрлетамаҡ күп профилле һөнәри педагогия колледжы уҡытыусылары Нона Абдрахманова; Лилиә Сәғиҙуллина дизайн өлкәһендә заманса технологияларҙы ҡулланыу отошло икәнен билдәләп китте.
Мәғарифтағы технологик күренештәрҙе Чита педагогия колледжы директоры, Татьяна Алешкина, Өфө радиоэлектроника, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙлек колледжы директоры урынбаҫары Ләйлә Туҡтарова, Стәрлетамаҡ колледжы уҡытыусыһы Артур Борсук күрһәтте.
Артабан маҡсатлы уҡытыу аша кадрҙар мәсьәләләрен хәл итеү тикшерелде. Был тема буйынса Ҡазан педагогия колледжы директоры Анфиса Йәләлова; Стәрлетамаҡ күп профилле һөнәри педагогия колледжының Карьера үҙәге етәксеһе Ольга Пехенько, Һамар өлкәһенән Һамар социаль-педагогия колледжы директоры Владимир Черноиванов, Стәрлетамаҡ күп профилле һөнәри педагогия колледжы директоры урынбаҫары Гүзәл Хәйертдинова сығыш яһаны.
Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн “Про-фессионалитет” (Һөнәри оҫталыҡ)тың мөмкинлектәре тураһында Салауат мәғариф һәм һөнәри технологиялар колледжы директоры Зөлфиә Ишембәтова һәм беҙҙең колледж уҡытыусыһы Гүзәл Ҡояшева бәйән итте. Стәрлетамаҡ колледжы брендын рекламалауҙа медиаүҙәк һәм амбассадорҙар ролен колледждың медиаүҙәк етәксеһе Раушания Бакирова асып бирҙе.
Традицион көй – халыҡтар берҙәмлеге кәүҙәләнеше
Шуныһы иғтибарға һәм ихтирамға лайыҡ: һәр яҡтан уйланып ойошторолған конференция, фәнни майҙансыҡ булыу менән бергә, мәҙәни майҙансыҡ та булып торҙо. Бүрәт Республикаһынан килгән ҡунаҡ Бүрәт республика педагогия колледжы уҡытыусыһы Галбаасан Намжилбумбаның боронғо музыка ҡоралы моринхурҙа традицион көй башҡарыуы сараға тәрән рух өҫтәп ебәрҙе. Был сығыш Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеген символлаштырыу йәһәтенән дә ҙур әһәмиәткә эйә.
Бер сарала – өс мөһим ваҡиға
Төбәк-ара кәңәшмә өс мөһим ваҡиғаны берләштерҙе. Беренсенән, Стәрлетамаҡ күп профилле һөнәри педагогия колледжына – 35 йыл булһа, ошо колледжды 35 йыл дауамында етәкләп, Рәсәйҙәге алдынғы уҡыу йорто итеп танытҡан директоры Антонина Усевичтың шәхсән юбилейы ла был күләмле ғилми форум менән бергә уҙғарылыуы ҙур әһәмиәткә эйә.
Ундай етәксе ҡанаты аҫтында студенттар ҙа, уҡытыусылар ҙа үҙҙәрен ышаныслы тоя
Күп йылдар педагогия колледжы булараҡ эшләп килгән был уҡыу йорто Антонина Никифоровна етәкләгән осорҙа бик күп үҙгәрештәр кисерҙе. Әлеге ваҡытта күп профилле колледжда алып барылған йүнәлештәр, эш һөҙөмтәләре ошо турала һөйләй. Дәрт-дарманы ташып торған, киң күңелле, тәрән аҡыллы етәксе, студенттарына әсәй һымаҡ булһа, берҙәм, көслө коллектив туплап, һәр хеҙмәткәрен ҙур еңеүҙәргә әйҙәп, уҡыу йортон республикала ғына түгел, Рәсәй кимәлендә алдынғылар рәтенә сығарған. Үҙе лә тәжрибәһе менән йомарт уртаҡлашып, ил кимәлендәге алдынғы колледждар менән ныҡлы бәйләнеш булдырып, уҡыу йортон туҡтауһыҙ камиллаштырыу юҫығында эш итә. Был уҡыу йорто – барлыҡ студенттар өсөн һәм илебеҙҙә кадрҙар потенциалының киләсәген булдырыусы, һөнәрмәнлек инновациялары менән күп йыллыҡ тәжрибәне осраштырыусы ҡеүәтле профессионалдар берләшмәһе икәнлеген күптән иҫбатланы.
Яңы заман ысынбарлығы урта педагогик белем биреү учреждениелары етәкселәренән тәүәккәллек һәм инициативалылыҡ талап итә. 1997 йылғы уңышлы аттестация һөҙөмтәләре буйынса Стәрлетамаҡ педагогия училищеһы Стәрлетамаҡ педагогия колледжына әйләндерелә. Икенсе мең йыллыҡ башы профессиональ һәм эмоциональ интеллект менән рухланған директор һәм көслө коллектив өсөн урта һөнәри белем биреү авангардында булыуға яңы офоҡтар аса. Педагогик колледждың йәлеп итеүсәнлеген күтәреү өсөн стратегик күренеште күрһәтеп, А.Н.Усевич коллектив менән берлектә, “География, “Сит тел”, “Мәктәпкәсә махсус белем биреү”, “Социаль эш”, “Идара итеүҙе документация менән тәьмин итеү һәм архив ғилеме”, “Өҫтәмә белем биреү педагогикаһы”, “Социаль хеҙмәткәр” һәм “Эш башҡарыусы” кеүек талап ителгән һөнәрҙәрҙе киңәйтеү өҫтөндә эшләй. Белем биреү селтәрен һәм баҙар һорауҙарына яраҡлашыуҙан торған ватан мәғарифын модернизациялау колледжға күп профиллелек статусын алыуҙа мөһим ҡарар ҡабул итеүгә йоғонто яһай. Шулай итеп, 2012 йылда Стәрлетамаҡ педагогия колледжы күп профилле һөнәри колледж статусын ала. Белемле етәксе һәм алдан күрә белеүсән юлбашсы булараҡ, Антонина Никифоровна, педагогия колледжының иң яҡшы традицияларын һаҡлап, төбәк иҡтисады һорауҙарын иҫәпкә алып, “Беҙҙең төп ресурс – ул кешеләр” тигән профессиональ кредоһын раҫлап, эш урындарын һаҡлап алып ҡала, бөтә коллективҡа ҡайтанан һөнәри әҙерлек үтергә мөмкинлек булдыра. Ҡыйыу, ғәҙел, зирәк аҡыллы, ижади ҡарашлы, эшенә тоғро – бына шундай сифаттарға эйә Антонина Никифоровна Усевич. Ундай етәксенең ҡанаты аҫтында студенттар һәм уҡытыусылар үҙҙәрен ышаныслы тоя.
Республика иҡтисады өсөн квалификациялы кадрҙар әҙерләүсе Стәрлетамаҡ күп профилле һөнәри педагогия колледжының алыштырғыһыҙ етәксеһе Антонина Никифоровна Усевичҡа ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, рәхмәтле студенттар һәм киләсәктә лә ҙур уңыштар теләйбеҙ!
Роза САФИНА.
Колледж студенттары Никита Рудковский, Лида Бачурина, Камила Мәхәнова фотолары.