Ашҡаҙар
+19 °С
Облачно
Йәмғиәт
10 Июля , 10:00

ПЕНСИОНЕРҘАР СПОРТТА КӨС ҺЫНАНЫ

Мәләүездә Башҡортостан пенсионерҙарының  XI Спартакиадаһы үтте.

ПЕНСИОНЕРҘАР СПОРТТА КӨС ҺЫНАНЫПЕНСИОНЕРҘАР СПОРТТА КӨС ҺЫНАНЫ
ПЕНСИОНЕРҘАР СПОРТТА КӨС ҺЫНАНЫ

 3 июлдән 5-нә тиклем Башҡортостан пенсионерҙары  XI Спартакиадаһының  республика этабы булды.

Был көндәрҙә республиканың 14 район-ҡалаларынан килгән  өлкән быуын вәкилдәренең әүҙем вәкилдәре ярыштарҙың төп майҙаны булған Спорт һарайына йыйылды.

Ҡатнашыусылар түбәндәге дисциплиналарҙа ярышты: шахмат, еңел атлетика, йөҙөү, өҫтәл теннисы, пневматик винтовканан атыу, дартс,  ГТО комплексы һәм ҡатнаш эстафета.

Спартакиада йомғаҡтары буйынса шәхси һәм команда зачеттарында еңеүселәр һәм призерҙар билдәләнде.

Шәхси  зачетта:

- пневматик винтовканан атыу буйынса ярыштарҙа Ишмырҙин Алексей 3-сө  урын;

- йөҙөү буйынса – Ибраһимова Фәүзиә 3-сө урын;

- өҫтәл теннисы буйынса Кинйәбаев Сафиулла2-се урын;

- ГТО комплексында Фадичев Юрий 3-сө урынды алды.

Ҡала округтары араһында дөйөм команда зачетында урындар түбәндәгесә билдәләнде:

1-се урынды Салауат ҡалаһы; 2-се урынды Өфө; 3-сө урынды Стәрлетамаҡ ҡалаһы алды.

Фадичев Юрий, Ишмырҙин Алексей, Кинйәбаев Сафиулла, Ильясов Ғәли.  Ибраһимова Фәүзиә. Гуц Наталья, Иванова Наталья, Тимофеева Светлана Стәрлетамаҡ ҡалаһының йыйылма командаһын күрһәтте.

Команда етәксеһе – 2-се балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенең физик культура буйынса  инструкторы Мөзәмилә Йәлилева.

Р. ЗАМАНОВА.

Фотолар  Физик культура һәм спорт комитеты сәхифәһенән алынды. 

ПЕНСИОНЕРҘАР СПОРТТА КӨС ҺЫНАНЫ
ПЕНСИОНЕРҘАР СПОРТТА КӨС ҺЫНАНЫ
ПЕНСИОНЕРҘАР СПОРТТА КӨС ҺЫНАНЫ
ПЕНСИОНЕРҘАР СПОРТТА КӨС ҺЫНАНЫ
Автор:Роза Сафина
Читайте нас