Ашҡаҙар
+17 °С
Дождь
Йәмғиәт
13 Июля , 06:25

СТӘРЛЕТАМАҠ ЙӘНӘ ҠУНАҠ САҠЫРА

Быйыл Стәрлетамаҡта “Сауҙагәр 2.0” (“Купец 2.0”) фестивале 11 сентябрҙән 13-нә тиклем үтәсәк. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ул ҡалабыҙҙың 260 йыллығын байрам итеү менән берләштерелә.

СТӘРЛЕТАМАҠ ЙӘНӘ ҠУНАҠ САҠЫРАСТӘРЛЕТАМАҠ ЙӘНӘ ҠУНАҠ САҠЫРА
СТӘРЛЕТАМАҠ ЙӘНӘ ҠУНАҠ САҠЫРА

Ҡунаҡсыллыҡ байрамы һәр йылдағыса Салауат Юлаев исемендәге скверҙә үтәсәк.  Шулай уҡ  Киров исемендәге парк, Комсомол урамы йәлеп ителәсәк. Сакко һәм Ванцетти урамында ҡала предприятиеларының ҡаҙаныштары күргәҙмәһе урынлаштырыла, шунлыҡтан урамды ябыу планлаштырыла. Хакимиәт башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов блогерҙар һәм журналистар менән осрашыу барышында ошо турала һөйләне.

Ойоштороусылар мәғлүмәте буйынса, быйылғы фестивалдә йәнә бөтә илдән йыйылған ҡул эше оҫталарының (биҙәүестәр, керамика, ағастан, тиренән, металдан һ.б. әйберҙәрҙән эшләгән) ҙур йәрминкә эшләйәсәк.

Шулай уҡ гастрономия зонаһы ла эшләйәсәк. Әлегә ҡатнашыусылар исемлеге билдәле түгел. Фестивалдә “Задворки” йәштәр зонаһы ла эшләйәсәк. Кескәй ҡунаҡтар өсөн йәрминкә, ижади майҙансыҡтар, төрлө ғаилә эшмәкәрлеге менән айырым программа ҡарала.

Фестивалдең тулыраҡ  программаһы һуңыраҡ, сараға етәрәк әҙер буласаҡ. Был хаҡта өҫтәмә хәбәр итербеҙ.

Р.ЗАМАНОВА.

Автор:Роза Сафина
Читайте нас