Ашҡаҙар
+17 °С
Дождь
Йәмғиәт
13 Июля , 07:15

ЯРАЙ ӘЛЕ ҠОТҠАРЫУСЫЛАР БАР!

Үткән ял көндәрендә Мәләүез районының Нөгөш һыуһаҡлағысында Стәрлетамаҡта йәшәүсе зыян күргән. Уға ҡотҡарыусыларҙың ярҙамы кәрәк була.

ЯРАЙ ӘЛЕ ҠОТҠАРЫУСЫЛАР БАР!ЯРАЙ ӘЛЕ ҠОТҠАРЫУСЫЛАР БАР!
ЯРАЙ ӘЛЕ ҠОТҠАРЫУСЫЛАР БАР!

Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәре буйынса, һыу ингән саҡта ир башы менән һыу төбөнә бәрелә һәм һөҙөмтәлә башына йәрәхәт ала. Ҡотҡарыусылар зыян күргән кешегә тәүге ярҙам күрһәтә.

 Шулай уҡ шәмбе көндө ҡотҡарыусылар Бәләбәйҙә йәшәүсе бер ҡатынға ярҙам иткән. Ул Ҡандракүлдә һауа тултырып ҡабартылған матраста ярҙан алыҫҡа йөҙөп китә.

Октябрьскийҙа йәшәүсе бер ир үҙ көсөн арттырып баһалай һәм ярға барып етә алмай. Шулай уҡ Павловка һыуһаҡлағысында сапбордта йөҙгән ҡатынға, катерҙың моторы ватылған биш өлкән кешегә  һәм бер балаға ярҙам күрһәтелә.

Р.УСМАНОВА.

“Сити опен.РФ” фотоһы.

Автор:Роза Сафина
Читайте нас