Ашҡаҙар
+18 °С
Дождь
Йәмғиәт
14 Июля , 10:15

Эш эҙләйем тип... уғрыларға барып ҡапҡан

Стәрлетамаҡта йәшәгән бер пенсионер 30 мең һум аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан.

Эш эҙләйем тип... уғрыларға барып ҡапҡанЭш эҙләйем тип... уғрыларға барып ҡапҡан
Эш эҙләйем тип... уғрыларға барып ҡапҡан

РФ Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса идаралығы дежур часына 67 йәшлек пенсионер ҡатын мутлашыу тураһында ғариза яҙған.

Ҡатын аңлатыуынса, июль башында социаль селтәрҙәрҙә эш эҙләй һәм төрлө һылтанмалар буйынса күсә.

Ун көн үткәс, банктың ҡушымтаһына инә һәм ул үҙенең иҫәбенә таныш булмаған ҡатындан 9 мең һуң аҡса күсерелгәнлеген асыҡлай. Шул уҡ ваҡытта уның картаһынан 30 мең 600 һум алынған (шуның 20 мең һумы – пенсия аҡсаһы, ә 9 мең һумы – теге билдәһеҙ кешенән күсерелгән аҡса). Шул аҡсалар  билдәһеҙ банк иҫәбенә киткән.

Икенсе көндө пенсионер ҡатын банк офисына мөрәжәғәт итә, унда уға аҡса хәрәкәте буйынса күсермә бирәләр (выпискала бәхәсле операция сағылмай) һәм картаны блоклайҙар.

Шулай итеп, зыян күргән ҡатын мутлашыусы ҡорбаны булыуын аңлай һәм полицияға мөрәжәғәт итә.

Шуныһы иғтибарға лайыҡ, ҡатын бындай схемалар тураһында киң мәғлүмәт сараларынан һәм таныштарынан ишеткәне була. Бынан тыш, 2025 йылда полиция хеҙмәткәрҙәре  почтальон менән берлектә пенсия биргәндә уның менән иҫкәртеү әңгәмәһе үткәрә. Әммә, шуға ҡарамаҫтан,  ул алдашыуҙан ҡотола алмай.

Был факт буйынса РФ енәйәт кодексыһының 158-се статьяһының 3-сө өлөшөнөң “г” пункты буйынса  енәйәт эше ҡуҙғатылған (банк иҫәбенән урлау). Полиция иҫегеҙгә төшөрә: шикле һылтанмалар буйынса үтмәгеҙ, билдәһеҙ ебәреүселәрҙе блокировкалағыҙ һәм шикле ресурстарҙа шәхси мәғлүмәттәрҙе индермәгеҙ. Уяу булығыҙ!

Р.ЗАМАНОВА.

Автор:Роза Сафина
Читайте нас