

Апрель башында билдәһеҙ кеше, уның шәхси мәғлүмәттәренән файҙаланып, алты микрофинанс ойошмаһында дөйөм суммаһы 43 мең һумлыҡ микрозаймдар рәсмиләштергәнен аңлатты. Нисек килеп сыҡҡае һуң был хәл? Баҡтиһәң, ир иҫке телефон номерын онлайн-сервистарҙан айырып тормаған, һәм енәйәтселәр уның аккаунттарына инеү мөмкинлеген алған. Һөҙөмтәлә зыян күреүсе полицияға ярҙам һорап мөрәжәғәт итә. Был факт буйынса РФ Енәйәт Кодексының 159.1 статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Полиция иҫкәртә: SIM-картаны алмаштырғанда мотлаҡ иҫке номерҙы ул бәйләнгән бөтә мөһим онлайн-сервистарҙан: банк ҡушымталарынан, «Дәүләт хеҙмәттәре»нән, маркетплейстарҙан һәм башҡаларҙан айырығыҙ. Был һеҙҙең иҫәп яҙмаларығыҙҙы енәйәтселәрҙең ҡулланыуын булдырмаҫҡа ярҙам итәсәк.