

Ярты быуаттан ашыу ваҡыт спорт өлкәһендәге эшмәкәрлегендә А.Н. Живаев бик күп спортсылар тәрбиәләгән: 1 Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры, халыҡ-ара класлы 2 спорт мастеры, СССР-ҙың һәм Рәсәйҙең 12 спорт мастеры, 60-тан ашыу спорт мастерлығына кандидат, I разрядлы 150 спортсы, 1000-дән ашыу кеше үҫмерҙәр спорт разрядтарын үтәгән.
Александр Николаевич 2011 йылдан Рәсәй Федерацияһының Паралимпия йыйылма командаһы тренеры булып тора һәм бай тәжрибәһен спортсыларҙың яңы быуындарына тапшырыуын дауам итә.
Уның һәр уҡыусыһының еңеүе артында һәр кемгә үҙ мөмкинлектәрен асырға ярҙам итеүсе ҙур хеҙмәт, аҡыл һәм ихлас теләк ята. Бөгөн, күп йыллыҡ фиҙаҡәр хеҙмәтен юғары баһалап, Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов Александр Николаевичҡа өсөн “Ҡала алдындағы хеҙмәттәре өсөн” миҙалын тапшырҙы.
– Стәрлетамаҡ һеҙҙең менән хаҡлы ғорурлана! - тип өндәште ҡала етәксеһе юбилейы уңайынан Александр Николаевичҡа. Ҡала халҡы исеменән ихлас ҡотлап, ныҡлы һаулыҡ, именлек, сағыу еңеүҙәр теләне. Юбиляр тураһында тулыраҡ гәзитебеҙҙең киләһе һанында уҡығыҙ.
Р.УСМАНОВА.
Фотолар Э.Шәймәрҙәновтың социаль селтәрҙәрҙәге шәхси сәхифәһенән алынды.