Ашҡаҙар
+16 °С
Облачно
Йәмғиәт
17 Июля , 11:00

БЫЛ ЮҒАРЫ ИСЕМГӘ УЛ КҮПТӘН ЛАЙЫҠ!

Йәмил Яппар улы Байгөбәков 48 йыл ғүмерен медицинаға бағышлаған. Шуның 35 йылын – рентгенологияға.

БЫЛ ЮҒАРЫ ИСЕМГӘ УЛ КҮПТӘН ЛАЙЫҠ!БЫЛ ЮҒАРЫ ИСЕМГӘ УЛ КҮПТӘН ЛАЙЫҠ!
БЫЛ ЮҒАРЫ ИСЕМГӘ УЛ КҮПТӘН ЛАЙЫҠ!

1978 йылда Өфө медицина институтын тамамлағас, йүнәлтмә буйынса Стәрлетамаҡҡа эшкә ебәрелә. Тәүҙә Санитар-эпидемиологик станцияла ун йыл эшләй, унан һуң “Сода” медицина-санитария часында баш табип урынбаҫары була. 1991 йылда рентген һәм УЗИ (ультратауыш тикшереүе) буйынса махсус уҡыуҙар үткәндән һуң, тиҫтәләгән йылдар УЗИ һәм рентген эшен параллель рәүештә алып бара. 2011 йылдан төп эше – рентгенология буйынса эшләй.

Үҙ эшен төплө белгән, бөтә күңелен биреп башҡарған табиптың күп йыллыҡ фиҙаҡәр хеҙмәте юғары баһаланды. 2017 йылда Йәмил Яппар улына Рәсәй Ф е д е р а ц и я һ ы н ы ң Маҡтау грамотаһы тапшырылды. Ә күптән түгел, уға “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы” тигән маҡтаулы исем бирелде.

Шуныһы шатлыҡлы, Байгөбәковтарҙың ғаиләһендә табиптар динасияһын дауам итеүсе лайыҡлы алмаш үҫә. Илһам Йәмил улы Стәрлетамаҡ психиатрия дауаханаһында баш табип урынбаҫары булып эшләй. Ә уның улы Самир (аҫтағы һүрәттә) Санкт-Петербургта В.А Алмазов исемендәге милли медицина тикшереү үҙәгендә уҡый, 2-се курсты тамамлаған. Илһам Йәмил улының ҡыҙы Илдана 23-сө полилингваль мәктәптә 9-сы класты тик “бишле” билдәләргә генә тамамлаған. Ул да медицина класына барырға йыйына, хыялы табип булыу.

Йәмил Яппар улына һәм уның ғаиләһенә артабан да тик уңыштар ғына юлдаш булһын! Киләсәктә иҫәнлектә-һаулыҡта тағы ла оҙаҡ йылдар медицинаға хеҙмәт итеп, ҡалабыҙға ҡот һәм йәм өҫтәп, милләтебеҙ бәрәкәтен арттырып йәшәргә яҙһын!

Роза ҠОБАҒОШОВА.

 Фотолар Й.Байгөбәковтың шәхси архивынан алынды.

БЫЛ ЮҒАРЫ ИСЕМГӘ УЛ КҮПТӘН ЛАЙЫҠ!
БЫЛ ЮҒАРЫ ИСЕМГӘ УЛ КҮПТӘН ЛАЙЫҠ!
БЫЛ ЮҒАРЫ ИСЕМГӘ УЛ КҮПТӘН ЛАЙЫҠ!
БЫЛ ЮҒАРЫ ИСЕМГӘ УЛ КҮПТӘН ЛАЙЫҠ!
Автор:Роза Сафина
Читайте нас