

Стәрлетамаҡ халҡы тотороҡло үҫеш күрһәтә. Башстат мәғлүмәттәре буйынса, 2025 йылдың 1 ғинуарына ҡала халҡының һаны 280 827 кеше тәшкил итә, 2024 йылдың 1 ғинуары менән сағыштырғанда (280 375 кеше) арта. Ыңғай динамика миграция үҫеше менән бәйле: былтыр Стәрлетамаҡҡа 7 533 кеше килгән, ә ҡаланан 6 641 кеше киткән. 2024 йылда Стәрлетамаҡта 2 149 кеше тыуған, 3 012 кеше үлгән.
2026 йыл башына Стәрлетамаҡта халыҡ һаны 280 502 кеше тәшкил иткән. Был хаҡта ҡала хакимиәтендәге оператив кәңәшмәлә иҡтисад бүлеге начальнигы Ольга Иванова хәбәр итте. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2025 йыл башына Стәрлетамаҡта – 280 489, 2024 йылда – 280 375, ә 2023 йылда 279 174 кеше теркәлгән. Ольга Иванова һүҙҙәренсә, ҡалала элеккесә ҡатын-ҡыҙҙар күберәк-152,5 мең кеше (54%). Стәрлетамаҡта 128 мең ир-егет теркәлгән (46%). Ошо уҡ процент нисбәте былтыр ҙа күрһәтелгән. Халыҡ өс төп йәш төркөмөнә бүленә: 17 йәшкә тиклемге балалар 21%, эшкә һәләтле халыҡ (1860/65 йәш) 57%, эшкә һәләтле йәштән өлкәндәр (60/65 йәштән) 22%.
Ҡаланың милли составы
Шуныһы ҡыҙыҡ: Стәрлетамаҡтың милли составы тотороҡло, әммә һәр тиҫтә йыл һайын демографик үҙгәрештәр күҙәтелә. Халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә күҙ һалһаҡ, урыҫтарҙың, татарҙарҙың һәм башҡорттарҙың һаны һәм өлөшө нисек үҙгәргәнен асыҡ күрергә мөмкин.
Мәҫәлән, 1979 йылда халыҡ иҫәбен алыу буйынса урыҫтар ҡала халҡының 55,11% тәшкил итә. Был, әйткәндәй, уларҙың һан яғынан өҫтөнлөк итеүенең иң юғары нөктәһе була. 1989 йылда уларҙың өлөшө бер аҙ кәмегән — 52,01 процентҡа тиклем, ә 2002 һәм 2010 йылдарҙа — 49,33 процентҡа һәм 49,46 процентҡа тиклем. Ә бына 2020 йылда, ғәжәпкә ҡаршы, Стәрлетамаҡта урыҫтар һаны тағы ла арта — 142 153 кешегә тиклем, был 51,24% тәшкил итә. Күрәһең, был яҡын-тирәләге райондарҙан миграция һәм, бәлки, башҡа этник төркөмдәрҙең демографик ҡартайыуы менән бәйле. Шулай уҡ һуңғы халыҡ иҫәбен алыуҙа үҙ милләтен күрһәтмәгәндәрҙең өлөшө юғары.
Татарҙар
Татарҙар менән хәл башҡаса. Уларҙың һаны 1970-1980 йылдарҙа уҡ 23-24% кимәлендә тотороҡло һаҡлана, әммә 2002 йылдан башлап яйлап кәмеү башлана: 2002 йылда уларҙың өлөшө 22,99%, 2010 йылда 19,36%, ә 2020 йылда 21,53% тәшкил итә. Был, әйткәндәй, тыуымдың артыуын йәки татарҙарҙың ауыл еренән ҡалаға ҡайтыуын күрһәтә. Стәрлетамаҡ оҙаҡ ваҡыт эшкә урынлашыу өсөн, бигерәк тә татарҙар тарихи көслө булған традицион һөнәрҙәр һәм инженер һөнәрҙәре вәкилдәре өсөн йәлеп итеүсе үҙәк булған бит.
Башҡорттар
Ә бына башҡорттар тотороҡло үҫеш күрһәтә. Әгәр 1979 йылда ҡалала уларҙың һаны 9,66% ғына булһа (21 299 кеше), 2010 йылда 15,79% (42 095 кеше). Һәм, ниһайәт, 2020 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса башҡорттар дөйөм һандың 18 процентын тәшкил итә — 49 846 кеше. Был мөһим күрһәткес. Күрәһең, башҡорттар ҡала мөхитенә кире ҡайта башлай, мәғарифҡа, мәҙәниәткә, иҡтисадҡа интеграциялана. Бынан тыш, Башҡортостан һуңғы йылдарҙа башҡорт телен һәм мәҙәниәтен һаҡлау сәйәсәтен әүҙем үҫтерә, был, моғайын, йәштәрҙең милли үҙ-үҙен таныуына йоғонто яһай. Халыҡ иҫәбен алыу ҡағыҙҙарында граждандарҙың үҙҙәрен нисек яҙыуы мөһим.
Мәҫәлән, ниндәйҙер мәғәнәлә, Стәрлетамаҡты бөтә республиканың этномәҙәни көҙгөһө тип атарға мөмкин. Бында башлыса өс халыҡ йәшәй — урыҫтар, татарҙар һәм башҡорттар, һәм уларҙың һәр береһе ҡала тормошона үҙ өлөшөн индерә. Милли структурала был үҙгәрештәр халыҡтың дөйөм үҫеше фонында бара. 2018 йылда Иҡтисади үҫеш министрлығы фаразында 2024 йылға ҡалала 295 мең самаһы кеше йәшәйәсәк тип көтөлһә лә, йыл башына улар 277 меңдән бер аҙ кәмерәк булып сыға. Шуға ҡарамаҫтан, үҫеш дауам итә.
Дөрөҫөн әйткәндә, миграция, тыуым, иҡтисади перспективалар — былар барыһы ла динамикаға йоғонто яһай. Әммә үҙгәрешһеҙ ҡалған нәмә - ул төрлөлөк. Ә бит тап ул Стәрлетамаҡты ысын мәғәнәһендә тере ҡалаға әйләндерә, унда төрлө мәҙәниәттәр, телдәр һәм йәшәү рәүеше йәнәш тора. Был, моғайын, төбәктең төп байлығы — тәбиғәт ресурстары ғына түгел, ә уның халыҡтары ла. Әлбиттә, ҡалабыҙҙың демографик хәленә махсус хәрби операцияла һәләҡ булғандар ҙа йоғонто яһағандыр…Шул уҡ ваҡытта ҡалабыҙҙа халыҡ һаны үҫеше туранан-тура тыуымға бәйле.
Римма ҒӘЛИМОВА.