

Бына ошо турала яҙып сыҡты Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов социаль селтәрҙәрҙәге үҙенең сәхифәһендә. “Алынған грант – ул ширҡәтте уңайлыраҡ һәм хәүефһеҙерәк итеү мөмкинлеге. Стәрлетамаҡтың башҡа баҡсасылыҡ ширҡәттәренә өлгө күрһәтелеүе тағы ла мөһимерәк, әлеге ваҡытта уларҙың һаны 37, бындай программаларҙа ҡатнашырға һәм ошо мөмкинселектән файҙаланырға кәрәк.
Беҙ үҙ йәһәтебеҙҙә инициативалы кешеләргә проекттарҙы әҙерләүҙә һәм бергәләп беҙҙең баҡсасылыҡ ширҡәттәренең үҫеш мәсьәләләрен хәл итеүҙә ярҙам итергә һәр ваҡыт әҙербеҙ”.
Ҡала етәксеһенең һүҙҙәренсә, күптәр өсөн баҡсасылыҡ ширҡәттәре күптән инде миҙгелле ял итеү урыны ғына түгел, кешеләр йылдың күпселек өлөшөн шунда йәшәп үткәрә. Шуға күрә юлдар мәсьәләһе, яҡтыртыу һәм инженерлыҡ инфраструктураһы мәсьәләләре тормош сифаты мәсьәләләренә әйләнә. Баҡсасылыҡ ширҡәттәре үҫешенә иғтибар иткәне өсөн хакимиәт башлығы республика етәкселегенә рәхмәт белдерә. Шуныһы мөһим, ширҡәт рәйесенең һәм бөтә халыҡтың әүҙемлеге һөҙөмтәгә өлгәшеү генә түгел, ә уларҙы дөйөм эш тирәләй берләштерә, тигән фекерҙә етәксе.
Р.ЗАМАНОВА.
Фотолар Э.Шәймәрҙәновтың социаль селтәрҙәрҙәге шәхси сәхифәһенән алынды.