Ашҡаҙар
+19 °С
Ясно
Йәмғиәт
22 Июля , 10:00

Өс үҫмер квадроциклда түңкәрелгән

Кисә  Стәрлетамаҡта Латипов урамында 14 йәшлек ҡыҙ “Hammer 2.00”  квадроциклында китеп барғанда, руль менән идара итә алмайынса,  кирбесле кюветҡа  барып түңкәркелә.

Өс үҫмер квадроциклда түңкәрелгәнӨс үҫмер квадроциклда түңкәрелгән
Өс үҫмер квадроциклда түңкәрелгән

Һөҙөмтәлә водитель һәм уның 15 йәшлек ике пассажиры төрлө йәрәхәттәр ала.  

Квадроциклды ҡыҙға әсәһе һатып алған һәм балаға квадроциклда йөрөргә рөхсәт иткән. Юл-транспорт ваҡиғаһы ваҡытында бер балала ла пассив һаҡланыу сараһы булмаған.

Ата-әсәлек бурыстарын тейешенсә үтәмәгән өсөн,  ҡыҙҙың әсәһенә ҡарата РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексының 5.35-се статьяһы 1-се өлөшө буйынса административ материал төҙөлгән.

Транспорт махсус туҡталҡаға ҡуйылған. Юл-транспорт ваҡиғаһы факты буйынса тикшереү уҙғарыла, уның һөҙөмтәләре буйынса ваҡиғаның бөтә шарттары асыҡланасаҡ. Бынан тыш, юл-транспорт ваҡиғаһында ғәйепле үҫмерҙе профилактик иҫәпкә ҡуйыу өсөн, материалдар бәлиғ булмағандар эштәре һәм уларҙың хоуҡтарын яҡлау  буйынса комиссияға ебәрелгән.

Транспорт менән идара итергә хоҡуғы булмаған кешегә транспорт тапшырған өсөн ата-әсәләрен тағы бер яза көтә.

Башҡортостан Дәүләт автоинспекцияһы ата-әсәләргә мөрәжәғәт итә! Квадроцикл, мопед йәки мотоцикл – балалар өсөн ул уйынсыҡ түге. Баланы праваһыҙ, шлем һәм экипировкаһыҙ көйө бындай техника менән идара итергә рөхсәт итеп,  һеҙ уны үлем ҡурҡынысына дусар итәһегеҙ. Балаларҙың ғүмере һәм сәләмәтлеге өсөн һеҙ яуаплы. Хәүефле әйбер һатып алыр алдынан ныҡлы уйлағыҙ!

Р.ЗАМАНОВА.

БР Дәүләт автоинспекция видеоһынан фрагмент.

Автор:Роза Сафина
Читайте нас