Ашҡаҙар
+21 °С
Облачно
Йәмғиәт
22 Июля , 06:35

Таныш булмаған номерҙарҙан шылтыратыуҙарға ышанмағыҙ!

Салауатта аферистар, домофон алмаштырыу һылтауы менән, бер ирҙән 2 миллион һумдан ашыу аҡса алған.

Таныш булмаған номерҙарҙан шылтыратыуҙарға ышанмағыҙ!Таныш булмаған номерҙарҙан шылтыратыуҙарға ышанмағыҙ!
Таныш булмаған номерҙарҙан шылтыратыуҙарға ышанмағыҙ!

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Салауат ҡалаһы буйынса бүлегенең дежур часына мутлашыу тураһында ғариза менән ошо ҡалала йәшәүсе 54 йәшлек ир мөрәжәғәт итә. Аферистар алдаштырып уның 2 миллион һумдан ашыу аҡсаһын урлаған. Ир кеше һөйләүенсә, барыһы ла  таныш булмаған кешенең шылтыратыуынан башлана. Теге әҙәм  домофон асҡыстарын алмаштырырға кәрәк тип хәбәр итә, телефон аша ғариза яҙырға тәҡдим итә һәм  SMS-тан килгән кодты әйтергә ҡуша. Зыян күреүсе тегеңә ышанып, һандарҙы әйтә. Бер нисә минуттан иргә икенсе номерҙан шылтыратып, уның “Дәүләт хеҙмәттәре” порталындағы шәхси кабинеты ватылған тип хәбәр итәләр. Проблеманы хәл итеү өсөн Росфинмониторинг һәм ФСБ (Федераль именлек хеҙмәте)  “хеҙмәткәрҙәре” бәйләнешкә инә.

Улар ирҙе, имеш, енәйәтселәр уның исеменән дуҫ булмаған дәүләттәрҙең террористик эшмәкәрлеген финанслай, тип ҡурҡыта. Ялған белгестәр, әгәр ул аҡсаны “ышаныслы кеше”гә тапшырһа, йәнәһе, “хәүефһеҙ иҫәп”кә һалабыҙ һәм ышаныс ҡағыҙын ғәмәлдән сығарабыҙ, тигән булып ышандыра.

Инструкция  буйынса, ир 2 миллион һум аҡсаһын ҡулаҡсаға әйләндерә. Банк хеҙмәткәре унан был аҡсаны ниндәй маҡсат менән алыуын һорағас, ир  аҡса автомобиль һатып алыу өсөн кәрәк, тип яуаплай.   Ир аҡсаны ҡара пакетҡа төрөп, Ҡазанға юллана. Ул унда курьер менән осрашып, ҡулаҡсаны уға тапшыра. Һуңынан зыян күреүсе алданыуын һиҙеп ҡала һәм полицияға мөрәжәғәт итә.

Был факт буйынса РФ Енәйәт кодексының (айырыуса ҙур күләмдә мутлашыу тураһындағы) 159-сы статьяһы 4-се өлөшө буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.   

Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы, улар кем генә булып күренмәһен, сит кешеләр менән дистанцион аралашыуҙа граждандарҙы уяу булырға саҡыра. Таныш булмаған номерҙарҙан шылтыратыуҙарға ышанмағыҙ, SMS-тан килгән кодтарҙы ебәрмәгеҙ, банк карталары һәм башҡа шәхси мәғлүмәттәрҙе әйтмәгеҙ!

Р.ЗАМАНОВА.

Фото “Ашҡаҙар” гәзите архивынан.

Автор:Роза Сафина
Читайте нас