

Омск ҡалаһында бөйөк татар шағиры, Советтар Союзы Геройы Муса Йәлилгә һәйкәл астылар. Ул Еңеүҙең 30 йыллығы исемендәге парктың мемориаль комплексында урынлашҡан. Үткән ялдарҙа үткәрелгән тантанала Татарстан Республикаһы Рәйесе Рәйес Миңнеханов һәм Омск өлкәһе губернаторы Виталий Хоценко ҡатнашты.Әйткәндәй, быйыл беҙ герой-шағирҙың тыуыуына 120 йыл тулыуҙы билдәләйбеҙ. Уның ғүмер юлдары мәңгегә батырлыҡ һәм һығылмаҫ ихтыяр символы булып ҡаласаҡ.
Фотолар интернеттан алынды.