

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө ҡалаһы буйынса идаралығы полиция бүлегенә айырыуса ҙур күләмдә аҡса урлау тураһында ғариза менән 39 йәшлек ҡатын мөрәжәғәт иткән.
Зыян күреүсегә билдәһеҙ кеше шылтыратып, үҙен хеҙмәткәр тип таныштыра һәм СВО-ла һәләк булған яугир ғаиләһенә тейеш булған ер участкаһын рәсмиләштереүҙә ярҙам тәҡдим итә. Енәйәтсе, льготаны рәсмиләштереү һылтауы менән, ҡатынды СМС-хәбәрҙән раҫлау кодын әйтергә күндерә. Һуңынан аралашыуға “Дәүләт хеҙмәттәре” порталынан, Үҙәк банктан һәм Федераль именлек хеҙмәтенән ялған вәкилдәр ҡушыла. Мутлашыусылар, психологик баҫым яһау юлы менән, ғариза биреүсене иҫәптән барлык аҡсаларҙы алырға һәм уларҙы “ышаныслы кешегә” тапшырырға күндерә.
Күрелгән зыяндың дөйөм суммаһы өс миллион һумдан ашыу тәшкил итә. Бер аҙҙан зыян күреүсе үҙенең алданғанлығын аңлай һәм хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итә.
Был факт буйынса РФ Енәйәт кодексының 159-сы статьяһының 4-се өлөшө буйынса айырыуса ҙур күләмдә ҡылынған мутлашыу тураһында енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Статья санкцияһы 10 йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү рәүешендә яза биреүҙе күҙ уңында тота
Әлеге ваҡытта полиция хеҙмәткәрҙәре енәйәт ҡылыуҙа ҡатнашҡан кешеләрҙе асыҡлауға йүнәлтелгән оператив-эҙләү саралары үткәрә.
Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө ҡалаһы буйынса идаралығы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың туғандарына айырыуса һаҡ булырға ҡуша:
– таныш булмаған кешеләр менән һәләк булған кешенең ғаиләһенә бирелгән түләү алыуҙың, иҫәптәрҙә йәки льготаларҙа ҙур суммаларҙың булыуы нескәлектәрен тикшермәгеҙ, әгәр хатта әңгәмәселәр үҙҙәрен социаль хеҙмәттәр, Оборона министрлығы йәки башҡа ведомство хеҙмәткәре тип таныштырһа ла;
– ер участкаларын рәсмиләштереүгә, компенсациялар һәм башҡа социаль ярҙам сараларына ҡағылышлы бөтә мәсьәләләрҙе лә профилле ведомстволарға шәхсән кергәндә йәки “Дәүләт хеҙмәттәре” порталында раҫланған шәхси кабинет аша ғына хәл итегеҙ;
Шикле шылтыратыуҙар килгәндә шунда уҡ һөйләшеүҙе туҡтатығыҙ һәм 102 йәки 112 телефондары аша полицияға мөрәжәғәт итегеҙ.
Һеҙҙең уяу һәм һаҡ булыуығыҙ аҡсаларығыҙҙы һаҡлап ҡалырға һәм мутлашыусыларҙың ҡорбаны булмаҫҡа ярҙам итәсәк.
Р.ЗАМАНОВА.