

Мәҫәлән, мутлашыусылар ялған мобиль ҡушымта тарата, ул яғыулыҡтың автозаправка станцияларында булыуын күҙәтә. Енәйәтселәр уны эҙләү системалары йәки бензин һатып алғанда ташламалар һәм бонустар алыу һылтауы менән интернетҡа сит һылтанмалар аша күсереп алырға тәҡдим итә. Зыян күреүсе интернет киңлектәрендә программа таба һәм уны үҙенең смартфонына ҡуя. Файҙалы сервис урынына ул зарарлы программа тәьминәтен әүҙемләштерә. Ҡуйғандан һуң программа енәйәтселәргә гаджетҡа алыҫтан инеү мөмкинлеген бирә һәм уларға хужаһының шәхси мәғлүмәттәрен ебәрә башлай. Алынған мәғлүмәтте файҙаланып, аферистар ҡатын-ҡыҙҙың банк ҡушымталарына инә һәм уның иҫәбенән аҡса сығара ала. Был факт буйынса тәфтиш органдары «банк иҫәбенән урлау»статьяһы буйынса енәйәт эше аса. Полиция енәйәт ҡылыусыларҙың шәхестәрен асыҡлай. Хоҡуҡ һаҡлаусылар граждандарға программаларҙы рәсми ҡушымталар магазиндарынан ғына күсереп алыу һәм шикле һылтанмалар буйынса үтмәү кәрәклеге тураһында иҫкәртте.
Р.ҒАЯЗОВА.
Фото : интернеттан алынды.