

Ә шулай ҙа, Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры тураһында һүҙ йөрөткәндә, уны театрҙың художество етәксеһе, Башҡортостандың халыҡ артисы Илһам Рәхимовтан башҡа күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Шуға ла өс тиҫтәнән ашыу йылдар театрға тоғро ҡалып, алһыҙ-ялһыҙ уның һағында торған Илһам Ринат улы менән әңгәмә ҡорорға булдыҡ.
– Илһам Ринатович, башҡорт драма театры быйылғы ижад миҙгелен Нәжиб Асанбаевтың “Хәйбүш түрә, урынбаҫар Мәстүрә!” комедияһы менән япты. Ул аншлаг менән үтте. Хәтәр шәп спектакль – илатҡансы көлдөрөп һушты алды. Һәр актер үҙ ролен тел тейгеһеҙ итеп ҡойоп ҡуйҙы. Тамашасы спектаклдең башынан аҙағына тиклем сәхнә менән бер тулҡынға ҡушылып, премьера дәррәү алҡыштар аҫтында үтте. Бына инде утыҙ биш йыл дауамында театр һәр саҡ алдынғылар рәтендә, бының сере нимәлә?
– Беҙ һәр ижад миҙгелен иҫтәлекле, емешле, үҙенсәлекле итеп үткәрергә тырышабыҙ. Сөнки заман һулышын тойоп эшләү, тамашасыны театрға йәлеп итеү һәм спектаклдәребеҙ менән хайран итеү, коллективты камиллаштырыу – төп бурыс булып ҡала.
Беҙҙең театр мәшһүр шәхес Илшат ағай Йомағоловтың исемен йөрөтөүе ҙур яуаплылыҡ өҫтәй. Шуға күрә беҙгә планканы төшөрөргә ярамай. Яҡшы спектакль ҡуйыу өсөн пьесаны һайлап алыу мөһим роль уйнай. Тәүҙә беҙҙең театр өсөн ҡулай булған әҫәр эҙләйбеҙ. Унан һуң, пьесаны уҡый башлау менән, үҙеңдең артистарыңды күҙ алдына килтерәһең. Тамашасы театрға үҙенең яратҡан артисын күрергә килә бит, шуға күрә ролдәр бүлеү мәсьәләһенә бик етди ҡарайбыҙ. Артист сәхнәгә килеп сығыу менән тамашасыны үҙенә йәлеп итергә тейеш. Бар булмышын биреп, йәне-тәне менән образға инеп китеп уйнай торған артистар менән эшләүе режиссерға ла еңел һәм үтемле сәхнә әҫәре лә барлыҡҡа килә.
Әлбиттә, эшләгән артистың хеҙмәтен ваҡытында баһалау, юғары исемдәр алыу ҙа уларға стимул өҫтәй. Әлеге ваҡытта беҙҙең театрҙа Башҡортостандың 6 халыҡ артисы, 8 атҡаҙанған артисы эшләй.
– Илһам Ринатович, белеүемсә, һеҙ ошо театр асылғандан алып тиерлек уның менән бер тулҡында, бер сафтаһығыҙ. Актерлыҡ эшенән тыш, етәксе булараҡ та эштәр башҡараһығыҙ.
– Был театрҙа утыҙ биш йылға яҡын эшләү дәүеремдә, актерлыҡ эшемдән тыш, төрлө яуаплы вазифаларҙы башҡарырға тура килде: труппа мөдире, шунан директор урынбаҫары, директор вазифаһын да. 2016 йылдан бирле театрҙың художество етәксеһе йөгөн тартам.
Беҙ Алмаз Әмиров етәкләгән Башҡортостан Театр эшмәкәрҙәре союзы менән тығыҙ бәйләнештәбеҙ. Быйыл Театр эшмәкәрҙәре союзының 150 йыллыҡ юбилейы булды. Был йәһәттән әүҙем эшләнек. Театрҙың 35 йылына бағышлап декадник үткәрҙек. Ете көн дауамында иң яҡшы спектаклдәребеҙҙе тәҡдим иттек: “Ҡоҙаса”, “Минең ҡатынымдың исеме Морис”, “Мөхәббәт һәм күгәрсендәр”, “Янып һүнгән ғүмерҙәр”. Шулай уҡ, кескәй тамашасыларыбыҙҙы ла төрлө әкиәттәр менән һөйөндөрҙөк.
– Театрҙың үҫеш йылдарына ҡыҫҡаса ғына күҙ һалып алайыҡ әле. Һүҙҙе тәүге гастролдәрҙән башлайыҡтыр...
– Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры үҙ тарихында бер нисә тапҡыр үҙгәрештәр кисерҙе, бер структуранан икенсеһенә күсерелде, әммә, исеме үҙгәрһә лә, театрҙың үҙ йөҙө, үҙ булмышы үҙгәрешһеҙ ҡала. Ниндәй генә заманалар кисерһәк тә, ниндәй генә үҙгәрештәр аша үтһәк тә, шөкөр, үҙ тамашасыбыҙ булды, бар һәм буласаҡ. Сөнки беҙҙе Стәрлетамаҡ ҡалаһы тамашасыһы яратып ҡарай, ә беҙ үҙ йәһәтебеҙҙә уларҙың мәнфәғәтен ҡәнәғәтләндерерҙәй әҫәрҙәр ҡуйырға тырышабыҙ. Шулай уҡ, ҡайҙа барһаҡ та беҙҙе көтөп алалар. Быйылғы ижад миҙгелендә, мәҫәлән, Әбйәлил, Учалы, Баймаҡ, Ейәнсура райондарында, Сибай ҡалаһында булып тамашасыларҙы ғашиҡ иттек, үҙебеҙ ҙә уларҙың беҙҙең театрҙы яратыуҙарына хайран ҡалдыҡ.
Тарих биттәрен байҡаһаҡ, Башҡорт театрының рәсми рәүештә асылыу датаһы – 1991 йылдың 7 апреле. Был көндө Дулат Исәбәковтың пьесаһы буйынса “Көтөр кешем бар минең” исемле спектакль премьераһы булды. Беренсе гастролебеҙ 1995 йылдың 15 июнендә ошо спектакль менән Ғафури районынан башланып китте. Йылдар үтә-үтә офоҡтар киңәйҙе. Яйлап ҙур гастролдәр менән ҡалаларға, райондарға, сит төбәктәргә, сит илдәргә сыға башланыҡ.
– Ә шулай ҙа театрҙың һуңғы йылдарҙағы уңыштарын барлап үтәйектер. Театр күп тапҡырҙар халыҡ-ара конкурстар һәм фестивалдәр лауреаты булды. Шуларҙың ҡайһы берҙәренә туҡталып үтәйек әле.
– 2019 йылда төрки телле театрҙарҙың “Туғанлыҡ” VII Халыҡ-ара фестивалендә М.Кәримдең “Өс таған” әҫәре менән уңышлы сығыш яһаныҡ. Унда Башҡортостандың халыҡ артисы Миңниса Бакирова “Икенсе пландағы иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле” номинацияһында еңде. Спектакль Гран-при алды.
2024 йылда “Ҙур гастролдәр” федераль проекты сиктәрендә Дағстан театрын ҡаршы алдыҡ, һуңынан үҙебеҙ барып ҡайттыҡ.
2024 йылда Рәсәйҙең бәләкәй ҡалалары театрҙары фестивалендә Ф. Бүләковтың “Гөлнара” спектакле менән ҡатнашып (режиссеры И.Ҡаҙаҡбаев), Силәбе өлкәһе губернаторының махсус призына лайыҡ булдыҡ. Шулай уҡ 2025 йылда Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһына ҙур алмаш гастролдәр менән барҙыҡ.
2025 йылда хәҙерге заман драматургтарын күтәремләү йәһәтенән Рәсәй күләмендә ойошторолған конкурста ҡатнашып, ҙур грант оттоҡ һәм, сәхнәлә А. Дударев пьесаһы буйынса ҡуйылған “Рядовойҙар” спектаклен тормошҡа ашырҙыҡ. Әйткәндәй, илебеҙ күләмендә 17 генә театр грантҡа лайыҡ булды, шуларҙың береһе – беҙ! Икенсе йыл рәттән “Еңеү юлдары” VII Халыҡ-ара театр фестиваленең онлайн трансляцияһында ҡатнашабыҙ. Быйыл ике патриотик спектакль – “Рядовойҙар”, “Янып һүнгән ғүмерҙәр” (А. Дударев) тәҡдим иттек. Был сәхнә әҫәрҙәрен Рәсәй тамашасыһына күрһәтә алыуыбыҙ менән ғорурланабыҙ, әлбиттә.
Быйыл Өфөлә үткән XI “Театр яҙы” фестивалендә ҡатнашып, ҙур ҡаҙаныштарға ирештек. “Өлкән улым” (А. Вампилов) спектакле буйынса “Иң яҡшы режиссер эше” номинацияһында режиссер, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Илсур Ҡаҙаҡбаев, “Иң яҡшы ир-ат роле” номинацияһында Сарафанов роле өсөн Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Марат Зөбәйеров еңеүсе булды. Ғөмүмән, юғары кимәлдә еңеүҙәр яулауыбыҙ, ҡаҙаныштарға өлгәшеүебеҙ – быларҙың барыһы ла театрҙың статусын күтәрә, үҫеш юлын билдәләй, театр тарихына алтын хәрефтәр менән яҙыла.
– Профессиональ актерҙар составы менән дан тотҡан театрға киң билдәлелек яулаған сәхнә оҫталары сафын тулыландырырҙай йәш көстәр киләме?
– Алмаш бар. Беҙгә Мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжында махсус курстарҙа уҡыған һәм шулай уҡ Өфө сәнғәт институтының театр факультетын тамамлаған йәштәр әҙер кадр булып эшкә килә. Ғөмүмән, йәш кадрҙарҙы эшкә алыу, үҫтереү, йәғни үҙебеҙҙең коллективҡа артист итеп эшкә алыу йәһәтенән ҙур эштәр башҡарабыҙ. Йыл һайын конкурс иғлан итеп, төрлө райондарҙан талантлы йәштәрҙе эҙләйбеҙ.
– Алдағы театр миҙеленә ҡорған пландарығыҙ, киләсәккә уй-ниәттәрегеҙ?..
– Алда беҙҙе бөйөк эштәр көтә, ең һыҙғанып эшләргә лә эшләргә кәрәк. Түҙемһеҙлек менән яңы XXXVI театр миҙгеленә әҙерләнәбеҙ, ул яңы ижади ҡарарҙар, ҡыйыу тамашалар, сағыу ролдәр менән тулы булырға вәғәҙә итә, 2026 йылдың көҙөнән алып 2027 йылдың йәйенә тиклем барыһы ла алдан яҙылып ҡуйылған.
Быйыл Илшат Йомағоловтың тыуыуына 90 йыл тулыу айҡанлы, уның “Эҙләйбеҙ ҡыҙҙың сибәрен” пьесаһын һәм киләһе йылға “Нәркәс” трагедияһын сәхнәләштерергә планлаштырабыҙ.
Офоҡ көнсығышҡа табан киңәйеп тора. Көҙгөлөккә Иркутск өлкәһе Черемхово ҡалаһына В.П.Гуркин иҫтәлегенә бағышланған Бөтә Рәсәй 1-се “Театраль провинция” театр фестивалендә” “Мөхәббәт һәм күгәрсендәр” спектакле менән ҡатнашырға тип торабыҙ.
Беҙҙең һәр башланғысты дәррәү күтәремләп, матди яҡтан һәм финанс йәһәтенән ярҙам итеп торған Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе директоры Харис Зәбих улы Әбдрәхимовҡа беҙҙең театр коллективы исеменән һәм шәхсән үҙемдең исемдән оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
– Аяғында ныҡлы баҫып торған, үҙен бар яҡтан да иҫбатлаған театрҙың ижади ҡарашлы, дәрт-дарманлы коллективы исеменән гәзит уҡыусыларға әйтер һүҙҙәрегеҙ, теләктәрегеҙ барҙыр?
– Беҙҙең театрыбыҙҙың үҙенә генә хас, башҡа бер театрға ла оҡшамаған күңел нуры, ихласлығы, йылылығы, ялҡынлы көсө бар. Алҡыштары менән рухландырып, һәр сығышыбыҙҙы ҡеүәтләп торған, театрҙы йәшәткән, яратҡан тамашасыбыҙ бар. Беҙ спектаклдәребеҙҙе ҡуйып торайыҡ, ә һеҙ театрға килеп, беҙҙе ҡарап, дәртләндереп тороғоҙ. Яратҡан гәзитебеҙ аша сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Утыҙ биш йыл бер тулҡында булған кеүек, киләсәктә лә бер майҙан булып, илһам сығанағы булып бергә-бергә эшләргә яҙһын! Әңгәмәне Роза ҠОБАҒОШОВА ҡорҙо. Фотолар Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры архивынан алынды.