Ашҡаҙар
+21 °С
Облачно
Йәмғиәт
24 Июля , 13:10

ХАЙРАН ИТЕРЛЕК СПЕКТАКЛДӘР КӨТӘБЕҘ!

Фәнис КӘРИМОВ Илшат Йомағолов исемендәге Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрында режиссер булып эшләй.

ХАЙРАН ИТЕРЛЕК  СПЕКТАКЛДӘР КӨТӘБЕҘ!ХАЙРАН ИТЕРЛЕК  СПЕКТАКЛДӘР КӨТӘБЕҘ!
ХАЙРАН ИТЕРЛЕК СПЕКТАКЛДӘР КӨТӘБЕҘ!

2013 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт академияһының театр факультетында режиссерлыҡ бүлеген тамамлағас, бер йыл Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрында эшләп ала. Бында ул Б.Васильевтың “Ә таңдар бында тыныс...” әҫәрен сәхнәләштерә. Спектакль бик уңышлы килеп сыға. Хатта уны бер үк кешеләр һигеҙәр(!) тапҡыр ҡарарға килә. Бына шулай әсир итә тамашасы күңелен йәш режиссер ҡуйған спектакль.

 Артабан йәш белгес, тыуған ҡалаһына ҡайтып, Ишембай ҡала мәҙәниәт һарайында ун йыл театрлаштырылған тамашалар һәм байрам саралары режиссеры булып эшләй. Әммә күңеле һәр саҡ театрға тартыла, шуға ла, Илһам Рәхимов режиссер булараҡ саҡырғас, күп уйлап тормай, Стәрлетамаҡ театрына яңынан килә.

Быйылғы театр миҙгеле Н.Асанбаевтың Фәнис Кәримов ҡуйған “Хәйбүш түрә, урынбаҫар Мәстүрә” спектакле премьераһы менән ябылды һәм ул аншлаг менән үтте.

 – Был әҫәр бынан ҡырҡ йылдар элек яҙылһа лә, әле лә көнүҙәк булып ҡала, – ти режиссер был илағансы көлөрлөк, һынды ҡатырғыс әҫәр тураһында.

– Был әҫәр актуаллеге менән тартып тора. Хәҙерге заманға яраҡлаштырылған. Шулай ҙа пьесаны әҙерәк үҙгәртергә тура килде. Сәйәси урындарын төшөрөп ҡалдырып, ябай, тормошсан әҫәр итеп эшләнек.

Ғөмүмән, режиссер эше ҡыҙыҡлы ла, бик ҡатмарлы ла. Өйрәнәһе лә өйрәнәһе бар, – ти һәләтле сәхнә оҫтаһы. – Беҙҙең театрҙа бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап торған берҙәм команда эшләй. Яҡшы спектакль килеп сыҡһын өсөн художество етәксеһенән башлап, әҙәби бүлек етәксеһе, рәссам, композитор, актерҙар, режиссер ярҙамсыһы, труппа мөдире, балетмейстер, костюмер, театр цехтары – барыһы бер команда булып эшләргә тейеш, – ти Фәнис Дамир улы. Ул шулай уҡ “53” тип аталған ҡыҫҡа метражлы фильм төшөргән. (Төп ролдә – Марат Зөбәйеров).

Киләсәктә көслө команда менән берлектә тамашасыны хайран итерҙәй спектаклдәр ҡуйып, театрыбыҙҙың бәҫен күтәреп, дәртләнеп ижад итергә булһын!

Роза ҠОБАҒОШОВА.

Фото – Фәнис Кәримовтың ғаилә архивынан.

Автор:Роза Сафина
Читайте нас