Ашҡаҙар
+21 °С
Облачно
Йәмғиәт
24 Июля , 06:30

Сауҙа хеҙмәткәрҙәрен ҡотланылар

Йыл һайын июлдең һуңғы шәмбеһендә Сауҙа хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнелә. Ҡала хакимиәтендә Сауҙа хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан хеҙмәт юлы сауҙа өлкәһе менән бәйле булған һөнәр эйәләрен ҡотланылар.

Сауҙа хеҙмәткәрҙәрен ҡотланыларСауҙа хеҙмәткәрҙәрен ҡотланылар
Сауҙа хеҙмәткәрҙәрен ҡотланылар

Сауҙа хеҙмәткәрҙәрен ҡотларға Башҡортостан Республикаһының сауҙа һәм хеҙмәтләндереү министры Константин Климин, ҡала хакимиәт башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов һәм ҡала Советы рәйесе Игорь Сыров килгәйне.

– Стәрлетамаҡ һәр заманда ла үҙенең сауҙа традициялары менән дан тотҡан. Сауҙагәрҙәр йәрминкәләре заманында уҡ ҡала сауҙа тормошо ҡайнаған урын  була, был традициялар әле лә уңышлы дауам итә, - тип билдәләне Эмиль Владиславович үҙенең ҡотлау сығышында. – Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ беҙҙең һәр беребеҙгә кәрәк. Күп осраҡта сауҙа үҫеше һеҙҙең һөнәрмәнлегегеҙ, компетентлылығығыҙ һәм изгелегегеҙҙән генә түгел, ә иһә ҡалабыҙҙа йәшәүселәрҙең һәм ҡунаҡтарҙың  беҙҙең ҡала тураһында тәьҫораттарынан да тора, - тип өндәште хакимиәт башлығы сауҙа хеҙмәткәрҙәренә һәм уларға именлек, муллыҡ, һөнәри уңыштар һәм рәхмәтле һатып алыусылар теләне.

Стәрлетамаҡтың республика ваҡлап һатыу тауар әйләнешенә индергән өлөшөн билдәләп, Константин Дмитриевич сауҙа һәм халыҡтың көнкүрешен хеҙмәтләндереү өлкәһен юғары баһаланы.

– Берлектәге тырышлыҡ менән беҙ һөҙөмтәле сауҙа моделен артабан үҫтерербеҙ, тип ышанам. Хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт, - тип  мөрәжәғәт итте  залдағыларға министр, уңыштар һәм именлек теләп.

Сара дәүләт наградаларын тапшырыу тантанаһы менән дауам итте. Был көндө йәмғеһе 50 кеше Эмиль Владиславович, Константин Дмитриевич һәм Игорь Анатольевичтың ҡулынан Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәтләндереү министрлығы, ҡала хакимиәте һәм ҡала Советының  маҡтау грамоталарын һәм рәхмәт хаттарын алды.

Сараны ҡалабыҙҙың сәнғәт оҫталары сығышы йәмләне.

 

Р.УСМАНОВА.

Ҡала хакимиәте матбуғат хеҙмәте фотолары.

 

 

Сауҙа хеҙмәткәрҙәрен ҡотланылар
Сауҙа хеҙмәткәрҙәрен ҡотланылар
Сауҙа хеҙмәткәрҙәрен ҡотланылар
Сауҙа хеҙмәткәрҙәрен ҡотланылар
Сауҙа хеҙмәткәрҙәрен ҡотланылар
Сауҙа хеҙмәткәрҙәрен ҡотланылар
Сауҙа хеҙмәткәрҙәрен ҡотланылар
Автор:Роза Сафина
Читайте нас