Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
28 Июль , 08:02

Стәрлетамаҡта ике слесарь хөкөм ителде.

Суд торлаҡ йортта булған ғәҙәттән тыш хәл буйынса газ хеҙмәтенең ике хеҙмәткәренә ҡарата хөкөм ҡарары сығарҙы.

Стәрлетамаҡта  ике слесарь хөкөм ителде.Стәрлетамаҡта  ике слесарь хөкөм ителде.
Стәрлетамаҡта ике слесарь хөкөм ителде.

Ваҡиға 2024 йылдың июлендә булған: ир-егеттәр газ еҫе сығыуы тураһындағы саҡырыу буйынса килгәндәр, етешһеҙлекте тапҡандар, әммә хәүефһеҙлекте тәьмин итмәгәндәр. Уларҙың береһе газ плитәһен ҡабыҙған, осҡондан шартлау килеп сыҡҡан.
 Был фажиғә бер кешенең ғүмерен өҙгән, тағы өс кеше ауыр йәрәхәт алған, бишәүһе еңел һәм уртаса ауырлыҡтағы йәрәхәттәр менән дауаханаға эләккән. 
 Ике хеҙмәткәр ҙә үҙ ғәйебен танымай. Суд һәр береһенә 2,5 йылға газ менән бәйле хәүефле эштәр менән шөғөлләнеүҙе тыйып, колония-поселениеға 3 йыл да 4 айлыҡ яза тәғәйенләгән. Зыян күреүселәр компенсация талап итергә хоҡуҡлы. Хөкөм ҡарары әлегә үҙ көсөнә инмәгән.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас