Ашҡаҙар
+13 °С
Ясно
Йәмғиәт
5 Августа , 05:46

“ЙОНДОҘҘАР ҒЫНА БЕҘҘӘН ЮҒАРЫРАҠ…”

Йыл һайын 2 августа зәңгәр берет һәм тельняшкалар кейгән десантсылар һөнәри байрамдарын билдәләй. Быйыл да ҡалабыҙҙың маршал Жуков исемендәге скверында десантсылар һәйкәле янына килгән илебеҙ элитаһын һөнәри байрамдары менән ҡала хакимиәте вәкилдәре, төрлө ижтимағи-патриотик ойошмалар етәкселәре ҡотланы.

“ЙОНДОҘҘАР ҒЫНА БЕҘҘӘН ЮҒАРЫРАҠ…”“ЙОНДОҘҘАР ҒЫНА БЕҘҘӘН ЮҒАРЫРАҠ…”
“ЙОНДОҘҘАР ҒЫНА БЕҘҘӘН ЮҒАРЫРАҠ…”

Бер уйлаһаң, юҡҡа ғына Һауа десанты ғәскәрҙәре юғары баш командующийҙың резервы булып тормай. Уларҙың төп үҙенсәлеге — хәрби хәрәкәттәр барған урындарға тиҙ барып етеп, дошман тылына төшөп, ғәҙәти ысулдар менән хәл итеп булмаҫлыҡ бурыстарҙы үтәргә мөмкинлек биргән юғары мобиллек. Гвардия десантсылары үҙенсәлекле әҙерлек үтә, был уларҙың характерын сыныҡтыра һәм уларҙы ҡаршылыҡтар алдында еңелеүһеҙ итә. Был ғәскәр төрөн булдырыуҙың тәүге көндәренән алып: “Беҙҙән башҡа бер кем түгел!” тигән батырлыҡ, рух көсө һәм теләһә ниндәй ҡатмарлыҡтағы бурысты үтәргә әҙерлек символы булараҡ. десантсыларҙың үҙ девизы бар.

— Күп йылдар дауамында десантсылар армия элитаһы булып тора, — тине үҙенең сәләмләү сығышында ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Михаил Григорьев. — Улар һәр ваҡыт ауыр булған ерҙә. Беҙ хаҡлы рәүештә һеҙҙең менән ғорурланабыҙ, ҡалала алып барған патриотик эшегеҙ өсөн рәхмәт һүҙҙәрен белдерәбеҙ.

БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Комитеты рәйесе урынбаҫары, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың етенсе саҡырылыш депутаты, запастағы полковник Сергей Мережко Һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеү — ҙур мәртәбә, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.

— Миңә бәхет йылмайҙы. Сөнки мин хеҙмәт иткән батарея менән генерал Василий Маргеловтың улы командалыҡ итте, тине Сергей Николаевич, геройҙар быуындарының күсәгилешлеге тураһында һөйләгәндә, ә бөгөн иһә зәңгәр береттарҙағыларҙың махсус хәрби операция зонаһында алғы һыҙыҡта булыуҙарын бәйән итте.

Шулай уҡ десантсыларҙы Стәрлетамаҡ хәрби комиссариаты һәм Стәрлетамаҡ районы вәкиле гвардия лейтенанты Иван Теньков, БР Һауа-десант ғәскәрҙәре ветерандары ассоциацияһы рәйесе Фәнүр Дәүләтбаев, Стәрлетамаҡ ҡалаһы десант ҡәрҙәшлеге рәйесе Станислав Алексеев ҡотланы. Чечнялағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусылар исеменән һәм Афғанстан ветерандары Союзының Стәрлетамаҡ бүлексәһе рәйесе ҡушыуы буйынса десантсыларҙы Чечен Республикаһындағы ҡораллы конфликтта ҡатнашыусылар Союзы рәйесе “Набат” Илдус Мәнәпов ҡотланы һәм махсус хәрби операцияла ҡатмарлы хәрби бурысты үтәгән егеттәребеҙгә ярҙам итергә саҡырҙы. Һәләҡ булған иптәштәрен бер минут тын тороп иҫкә алғандан һуң сарала ҡатнашыусылар десантсылар һәйкәленә сәскәләр һалды һәм ойошҡан колонна һәләк булған афған яугирҙарына һәм хәрби көстәрҙә ҡатнашыусыларға сәскәләр һалыу өсөн Еңеү паркына юлланды. Унан колонна Отрада ауылына, һуңынан иҫке зыяратҡа һәләк булған яугирҙар ҡәберҙәренә табан хәрәкәт итте.

Ә кисен ҡалабыҙҙың “Содавиктар” паркында илһөйәрлек һәм спорт майҙансыҡтары эшләне. Бында хәрби ҡоралдар тураһында белешмә алырға, ҡала башлығы менән фотоға төшөргә, ялан сәйен эсергә, спорттың оҙонлоҡҡа һикереү, гер күтәреү һымаҡ төрҙәрендә үҙеңде һынап ҡарарға мөмкин булды. Ҡойма ямғыр яуһа ла Стәрлетамаҡ ҡалаһының “Возрождение” (Яңырыу) һәм Ырымбур ҡалаһының “Контингент” төркөмдәре сығыштарын ҡарарға мөмкин булды.

Римма ҒӘЛИМОВА.

Автор фотолары.

 

“ЙОНДОҘҘАР ҒЫНА БЕҘҘӘН ЮҒАРЫРАҠ…”
“ЙОНДОҘҘАР ҒЫНА БЕҘҘӘН ЮҒАРЫРАҠ…”
“ЙОНДОҘҘАР ҒЫНА БЕҘҘӘН ЮҒАРЫРАҠ…”
“ЙОНДОҘҘАР ҒЫНА БЕҘҘӘН ЮҒАРЫРАҠ…”
“ЙОНДОҘҘАР ҒЫНА БЕҘҘӘН ЮҒАРЫРАҠ…”
“ЙОНДОҘҘАР ҒЫНА БЕҘҘӘН ЮҒАРЫРАҠ…”
“ЙОНДОҘҘАР ҒЫНА БЕҘҘӘН ЮҒАРЫРАҠ…”
“ЙОНДОҘҘАР ҒЫНА БЕҘҘӘН ЮҒАРЫРАҠ…”
“ЙОНДОҘҘАР ҒЫНА БЕҘҘӘН ЮҒАРЫРАҠ…”
“ЙОНДОҘҘАР ҒЫНА БЕҘҘӘН ЮҒАРЫРАҠ…”
“ЙОНДОҘҘАР ҒЫНА БЕҘҘӘН ЮҒАРЫРАҠ…”
“ЙОНДОҘҘАР ҒЫНА БЕҘҘӘН ЮҒАРЫРАҠ…”
“ЙОНДОҘҘАР ҒЫНА БЕҘҘӘН ЮҒАРЫРАҠ…”
“ЙОНДОҘҘАР ҒЫНА БЕҘҘӘН ЮҒАРЫРАҠ…”
“ЙОНДОҘҘАР ҒЫНА БЕҘҘӘН ЮҒАРЫРАҠ…”
Автор:Римма Галимова
Читайте нас