

Башҡортостан ҡыл-ҡәләм оҫталарының картиналарынан торған күргәҙмәлә тыуған яғыбыҙҙың матурлығын сағылдырған картиналар урын алған. Уларҙа һәр авторҙың донъяға шәхси ҡарашы, тәбиғәткә һөйөү, илебеҙ тарихы сағылыш таба.
Экспозицияның әһәмиәте шунда: унда республикабыҙ мираҫының мөһим бер өлөшө булған билдәле башҡорт рәссамдарының әҫәрҙәре ҡуйылған. Унда шулай уҡ Рәсәйҙең төрлө тарафтарынан килгән ҡыл-ҡәләм оҫталары башҡорт еренең матурлығын, уның хозур тәбиғәтенең ҡабатланмаҫ күренештәрен, архитектураһын, бай традицияларын һәм үҙенсәлекле мәҙәниәтен һүрәтләү өсөн килгән. Күргәҙмәгә тамаша ҡылыусылар Башҡортостанды ҡыл-ҡәләм оҫталарының илһам менән менән һуғарылған сәнғәт донъяһы аша күрә аласаҡ.
Күргәҙмәнең ойоштороусылары: “Галактика” күңел асыу үҙәге” ЯСЙ һәм “Изге эштәр донъяһы” мәҙәни-ял итеү үҙәге.
Бай күргәҙмәгә килеп, рухыңды байытып ҡайтыу өсөн шундай мөмкинселек асылды. Рәхмәт ойоштороусыларға.
Р.САФИНА.
Автор фотолары.