Ашҡаҙар
+24 °С
Ясна
Йәмғиәт
12 Август , 06:55

СӘМ, БЕРҘӘМЛЕК, ХӘТЕР...

Спортсылар Стәрлетамаҡты гөрләтте Физкультурниктар көнө уңайынан “Рәсәй спорты” дәүләт программаһы ярҙамында бөтөн ил буйынса меңәрләгән спорт фестивалдәре, марафондар һәм халыҡ спорт старттары үтте. 19 39 йылда башланғыс алған традиция бына хәҙер нисәмә тиҫтә йылдар үҙҙәре өсөн спорт тормош нормаһына әйләнгән миллиондарса Рәсәй кешеләрен берләштерә. Физкультурниктар көнөн байрам итеү сиктәрендә Стәрлетамаҡта 6 августан 8-нә тиклем төрлө майҙансыҡтарҙа бер-бер артлы күмәк спорт саралары уҙғарылды.

СӘМ, БЕРҘӘМЛЕК, ХӘТЕР...СӘМ, БЕРҘӘМЛЕК, ХӘТЕР...
СӘМ, БЕРҘӘМЛЕК, ХӘТЕР...

Саралар теҙмәһе ҡалабыҙҙың 11-се мәктәбендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Виктор Алексеевич Заплохов иҫтәлегенә йөҙөү буйынса ярыштарҙан башланды. Сарала ҡала мәктәптәре уҡыусылары ҡатнашты. Ярыштың почетлы ҡунаҡтары Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Михаил Григорьев, Физик культура һәм спорт буйынса комитет рәйесе Павел Иванов һәм Виктор Заплоховтың ата-әсәһе ҡатнашты. Улар сараға йыйылыусыларҙы сәләмләп, Виктор Заплоховтың йөҙөүҙе яратыуы һәм спорттағы уңыштары тураһында һөйләне. Виктор кеүек ҡыйыу кешеләргә тиңләшергә тигән изге теләктәрен еткерҙе. Геройҙы бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алдылар.

Артабан иһә “Стәрлетамаҡ-Арена” спорт һарайында бөтә ғаилә өсөн “Күңелле старттар”, хоккей эстафетаһы (сәкән менән йүгереү, шайба индереү, ырғытыу), конькиҙа ғаилә команда ярыштары булды. Унда шулай уҡ һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр һәм инвалидтар араһында бочче (аҫтағы һүрәттә) буйынса турнирҙар ойошторолдо. Ғаиләләр өсөн боҙҙа “Атай, әсәй, мин – хоккейсы ғаилә” эстафетаһы һәм өҫтәл теннисы буйынса турнир үтте.

Гагарин паркында күп тапҡырҙар донъя чемпионы Муродолло Амриллаев менән шашкала уйнау турниры уҙҙы. Сеансты Муродолло Амриллаев менән халыҡ-ара гроссмейстер – спорт мастеры, Ишембай егете, күп тапҡырҙар Рәсәй чемпионы Владимир Мильшин үткәрҙе. Унда бер юлы бер нисә кешегә чемпион менән сатраш уйнау бәхете тейҙе.

Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы Шашканы үҫтереү үҙәге тренеры Регина Родионованың һүҙҙәренсә, Стәрлетаҡтың 260 йыллығына арналған бай программаның бер өлөшө булған сағыу байрам – рус шашкаһы буйынса бер үк ваҡытта уйнау сараһы төрлө йәштәге интеллектуаль спорт һөйөүселәрҙе берләштерҙе. Был сеанста 225 ҡатнашыусы теркәлгән. Шуларҙың 8-е тигеҙ иҫәпкә сығарылған. Турнирҙа беҙҙең ҡаланан ғына түгел, күрше район-ҡалаларҙан да ҡунаҡтар бар ине. Күптәр өсөн бында донъя кимәлендәге оҫталар менән алышта үҙ көсөңдө һынап ҡарау һәм ҡиммәтле уйын тәжрибәһе алыу өсөн уникаль мөмкинселек булды.

Шуныһы иғтибарға лайыҡ, турнирҙа бушлай ҡатнашырға мөмкин булды, шуға күрә паркта тәжрибәле уйынсылар ғына түгел, шашкала яңы ғына уйнай башлаусылар ҙа бар ине.

Был көндө Киров паркы ла һәүәҫкәр командалар араһында волейбол буйынса ҡала турнирынан, ә “Ҡыш-Йәй” пикник-яланы пляж волейболы буйынса ҡала турнирынан гөрләп торҙо. Шулай уҡ армрестлинг, гер спорты һәм ятҡан килеш күнекмәләр буйынса ярыштар үтте.

2-се балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә иһә балалар спорт һабантуйы, “Надежда” мәктәптән тыш эш үҙәгендә футбол буйынса Башҡортостан Республикаһы чемпионатының X туры сиктәрендә сираттағы матч уҙҙы. Стәрлетамаҡтың “Содовик” футбол командаһы Салауат ҡалаһы командаһы менән уйнаны.

Физкультурниктар көнө айҡанлы ҡалабыҙ төрлө спорт һәм ғаилә уйындарынан гөрләп торҙо. Стәрлетамаҡ үҙен спорт ҡалаһы булараҡ йәнә бер тапҡыр иҫбатланы.

 Роза САФИНА.

 Фото ҡала хакимиәте сәхифәһенән алынды.

СӘМ, БЕРҘӘМЛЕК, ХӘТЕР...
СӘМ, БЕРҘӘМЛЕК, ХӘТЕР...
СӘМ, БЕРҘӘМЛЕК, ХӘТЕР...
СӘМ, БЕРҘӘМЛЕК, ХӘТЕР...
СӘМ, БЕРҘӘМЛЕК, ХӘТЕР...
СӘМ, БЕРҘӘМЛЕК, ХӘТЕР...
СӘМ, БЕРҘӘМЛЕК, ХӘТЕР...
СӘМ, БЕРҘӘМЛЕК, ХӘТЕР...
Автор:Роза Сафина
Читайте нас