“Фабри” сауҙа үҙәгендә “Башҡортостандың тере палитраһы” Бөтә Рәсәй күргәҙмәһе үҙ ишектәрен асты. Ул тыуған яғыбыҙға һәм Стәрлетамаҡтың 260 йыллығына арнала.
Күргәҙмәлә былтыр сентябрҙә Стәрлетамаҡта үткән “Башҡортостандың тере палитраһы” Бөтә Рәсәй пленэры ҡатнашыусылары һәм Башҡортостандың ҡыл-ҡәләм оҫталары Жәлил Сөләймәнов, Әмир Мәзитов, Илдар Ғилманов, Сәғит Ғималитдинов, Риф Абдуллин һәм башҡа рәссамдарҙың эштәре ҡуйылған.
Экспозицияның әһәмиәте шунда: унда республикабыҙ мираҫының мөһим бер өлөшө булған билдәле башҡорт рәссамдарының һәм башҡорт еренең матурлығын, уның хозур тәбиғәтенең ҡабатланмаҫ күренештәрен, архитектураһын, бай традицияларын һәм үҙенсәлекле мәҙәниәтен һүрәтләү өсөн Рәсәйҙең төрлө тарафтарынан килгән ҡыл-ҡәләм оҫталарының әҫәрҙәре урын алған.
Күргәҙмәгә тамаша ҡылыусылар Башҡортостанды ҡыл-ҡәләм оҫталарының илһам менән һуғарылған сәнғәт донъяһы аша күрә ала.
Әйткәндәй, “Башҡортостандың тере палитраһы” беренсе асыҡ пленэрының ҡыл-ҡәләм оҫталары эштәре күргәҙмәһе Стәрлетамаҡ Картиналар галереяһында меценат һәм эшҡыуар Рафаэль Мифтахов ойошторған проекттың һөҙөмтәһе булды.
– Миәкә районының һоҡланғыс пейзаждары, Толпар ауылының иҫ киткес хозур тәбиғәте, Ишембай районы Ғүмәр тарлауығы, Мәмбәт ҡаяһы, Стәрлетамаҡ шихандары тирәләй уникаль тәбиғәт паркы – ошо тәбиғәт матурлығы пленэр рәсем сәнғәте оҫталарын иҫ киткес әҫәрҙәр яҙыу өсөн илһамландырҙы. Ошо тиклем матурлыҡты “Галактика” күңел асыу үҙәге” һәм “Изге эштәр донъяһы” мәҙәни-ял итеү үҙәге менән берлектә киң ҡатлам сәнғәт һөйөүселәр ҙә күрһен тип тырыштыҡ, – тине Рафаэль Камил улы күргәҙмәне асыу тантанаһында. Бай күргәҙмәгә килеп, һәр кем рухын байытып ҡайта ала. Күргәҙмәгә рәхим итегеҙ! 0+
Роза ҠОБАҒОШОВА.
Петр ПОНОМАРЕВ фотолары.