

– Алексей Анатольевич, журналистикаға һәр кем үҙ юлы менән барып эләгә. Ә Һеҙ уға нисек килдегеҙ? Тәүге мәҡәләгеҙ ҡасан яҙылды?
– Журналистика буйынса тәжрибәне БДУ-ла уҡығанда 2-се курстан уҡ туплай башлағайным. Тәүге практиканы үҙем тыуып үҫкән Хәйбулла районында үтергә тура килде. “Знамя труда” (хәҙер “Яңы тормошҡа” (“К новой жизни”) тип атала) гәзитендә йәйгеһен үттем. Студент саҡта Ҡариҙел районында төҙөлөш отрядында гараждар төҙөнөк. Бына шунда төҙөлөш спецназы тураһында тәүге баҫмаларым донъя күрҙе. Ни өсөн тигәндә, беҙҙең махсус тәғәйенләнештәге төҙөлөш отряды республикала беренсе урын алды. 4-се курстан һуң БашДУ-лағы студенттар гәзитендә “Шоңҡар” әҙәби берекмәһе тураһында яҙып сыҡтым. Юғары уҡыу йорттары араһындағы гәзиттә лә мәҡәләләрем йыш баҫылып торҙо. Был мәҡәләләр студенттар араһындағы дуҫлыҡ, берҙәмлек, тырышлыҡ тураһында ине.
– Үҙегеҙҙең тормош юлығыҙ, ғаилә хәлдәрегеҙ менән дә яҡынданыраҡ таныштырып үтһәгеҙ ине.
– Үҙем тыумышым менән Хәйбулла районынан, район үҙәгенән ун саҡырым булған Яңы Ергән ауылынанмын. 1993 йылда БашДУ-ны бөткәс, журналистика өлкәһендәге хеҙмәт юлымды Стәрлетамаҡта “Стерлитамаксий рабочий” гәзитендә хәбәрсе булараҡ башланым. Ул саҡта гәзиттең баш мөхәррире Виктор Иванович Дятлов ине. Бында килеү менән бер бүлмәле ведомство фатиры бирҙеләр. Өс йыл эшләгәндән һуң ҡала хакимиәтенән ике бүлмәле фатир алдым. Бер аҙ эшләгәс, яуаплы сәркәтип итеп күсерҙеләр, ә 2012 йылдан баш мөхәррир урынбаҫары итеп ҡуйҙылар. Ә 2020 йылдан баш мөхәррир итеп тәғәйенләнеләр.
Ғаилә хәлдәремә килгәндә, йәмәғәтем Ольга Николаевна менән ҙур күркәм йорт һалып индек. Ҡатыным һөнәре буйынса инглиз һәм француз телдәре уҡытыусыһы. Әле репетиторлыҡ эше менән мәшғүл. Ғөмүмән, уны күп яҡлы шәхес тиергә була, физика, химия фәндәрен дә яҡшы белә. Әлеге ваҡытта ҡытай телен өйрәнә, оҫта бейеүсе лә. Балаларыбыҙ хәҙер ҙурайҙы, үҙаллы тормош юлына баҫтылар. Өлкән ҡыҙыбыҙ БашДУ-ны бөттө, инглиз теленән уҡыта, кесеһе СанктПетербургта мәҙәниәт институтын тамамланы, хәҙерге ваҡытта мәғлүмәт технологиялары өлкәһендә эшләй – айтишник.
– Утыҙ өс йыл эшләү дәүерегеҙҙә гәзит эшендә ниндәй үҙгәрештәр күрәһегеҙ? Айырма ҙурмы?
– Элекке гәзит эше менән хәҙергеһе – ер менән күк араһы һымаҡ. Хәҙер, үҙегеҙ беләһегеҙ, эш күбәйҙе. Бәлки күпкә ҡыйыныраҡтыр ҙа, уның ҡарауы, эшләүе лә ҡыҙығыраҡ. Ни өсөн тигәндә, беҙ хәҙер донъя селтәренә сыҡтыҡ. Беҙ стәрлетамаҡтар өсөн генә түгел, ә рус телен аңлаған бөтә кешеләргә яҙабыҙ. Эшебеҙҙә һәр саҡ ошоно күҙ уңында тотабыҙ. Тимәк, сифат аҡһарға тейеш түгел.
– Махсус хәрби операция тураһында мәҡәләләрегеҙ йыш сыға. Ғөмүмән, хәрбиҙәр тураһындағы яҙмаларығыҙ бик уҡымлы. Хатта МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү үҙәге”нең миҙалы менән бүләкләндегеҙ.
– Стәрлетамаҡтан яу яланына киткән егеттәр тураһында байтаҡ мәҡәләләр яҙырға тура килде, әле лә эш дауам итә. Артиллеристар, разведчиктар, БПЛА операторҙары, танксылар һәм башҡа хәрби һөнәр эйәләре... Әммә махсус операция темаһы бының менән генә сикләнмәй бит, тылдағы хеҙмәт, фронтҡа ярҙам – былар ҙа журналист ҡәләменән төшөп ҡалырға тейеш түгел. Әлеге йәһәттән гуманитар йөктәр туплау, селтәр үреү, осоусы аппараттар йәки башҡа техника һатып алыу хаҡында һүҙ алып барабыҙ. Шулай ҙа, әлбиттә, тәү сиратта геройҙарыбыҙ хаҡында мәҡәләләр яҙыуҙы төп маҡсат итеп ҡуйғанбыҙ.
Әммә беҙ коллегалар менән, фронтҡа мәҡәләләребеҙҙән тыш, үҙебеҙ ҙә гуманитар ылауҙар оҙатып ярҙам итәбеҙ.
– Һеҙҙең егеттәребеҙ тураһындағы материалдарҙы тыныс ҡына уҡып булмай...
– Һәр геройҙы, һәр ваҡиғаны йөрәк аша үткәреү шарт. Яугирҙар менән аралашҡандан һуң уның тормошон да йөрәк аша үткәреп ҡағыҙға төшөрәм, әммә мәҡәлә сыҡты ла эш бөттө түгел бит, артабанғы яҙмышын уйлап та борсолам, шуға күп геройҙар менән артабан да бәйләнештә торабыҙ, дуҫтар булып китәбеҙ. Ошо яҡынлыҡтарҙы иҫәпкә алғанда, мәҡәләнең башҡаса сифатта яҙылыуы мөмкин түгел.
– Бынан байтаҡ йылдар элек һеҙҙең туристик сәйәхәтегеҙ тураһында ҙур ҡыҙыҡһыныу менән уҡығайным. Был шөғөл ҡасан башланды һәм ҡайҙан килә?
– Ҡалалағы спорт мастерҙарын белә инем. Улар менән аралаша торғас, туризм менән ҡыҙыҡһына башланым. Ошо юҫыҡта уҡыуҙар үттем. Беренсе походым поляр Уралда булды. Стәрлетамаҡтан Дмитрий Трибунский менән юлға сыҡтыҡ. Печора ҡушылдығы булған Оло Уса йылғаһы буйлап ағып төштөк, Ҙур Кара, Бәләкәй Кара йылғалары буйлап һалда йөҙҙөк, Долгушин Боҙлоғон артылдыҡ. Бер айға яҡын ваҡыт эсендә йәйәүләп тә, һалда йөҙөп тә, йәғни, ҡатнаш походта 500 саҡырымдан ашыу юл үткәнбеҙ. Башлыса Башҡортостан буйлап сәйәхәт итергә тура килә, Ағиҙел, Инйәр, Ләмәҙе йылғаһы буйлап йөҙөргә, Ҡотоҡ-Сумған мәмерйәһе һ.б. ерҙәрҙә йөрөргә яратам. Ошо сәйәхәттәр көс-дәрт бирә, сөнки бындай мәлдәрҙә беҙ тәбиғәткә әйләнеп ҡайтып, уның менән бер бөтөн икәнебеҙҙе нығыраҡ тоябыҙ.
– Алексей Анатольевич, эштәге ҡаҙаныштарығыҙ тураһында ла һөйләп үтһәгеҙ ине.
– Беҙ төрлө конкурстарҙа еңеүҙәр яулайбыҙ, гранттар алабыҙ, шулай уҡ “Стерлитамакский рабочий” гәзите кубогына ярыштар уҙғарабыҙ. Патриотик темаға бер-нисә грант оттоҡ. Рәсәйҙең Һанлы үҫеш министрлығы аҡса бүлде. Үткән йылғы грант “Йөрәк ҡушыуы буйынса” тип атала, быйылғыһы шулай уҡ махсус хәрби операция темаһына. “Беҙ бергә – көс” гранттар конкурсы сиктәрендә үтә. Быуындар күсәгилешлеге сағылыш тапһын өсөн, яугир ата-бабаларыбыҙҙың ҡаһарманлығын да онотмай, яҡтыртып барабыҙ. Беҙ “Рәсәйҙең иң шәп ун гәзите” конкурсында “Махсус хәрби операция тураһында” номинацияһында еңеүсе булдыҡ. Был турала “Журналистика һәм медиабаҙар” (“Журналистика и медиарынок”) журналында “Гәзиткә яҙылыусыға 10 тонна асфальт бүләк итергә” тигән баш аҫтында мәҡәләм баҫылып сыҡты. Гәзит уҡыусылар өсөн иң шәп конкурс булды.
Тиҫтәләрсә йылдар “Стерлитамакский рабочий” гәзитен етәкләгән баш мөхәррир, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, “Древо жизни” китабы авторы Һаҙый Арыҫланов исемендәге премияға (уның ҡыҙы Әлфирә Һаҙый ҡыҙы менән бергәләп) республика күләмендә конкурс ойошторҙоҡ. Ҡатнашыусылар күп булды, хатта сит илдәрҙән дә ҡатнаштылар.
Йыл һайын традиция буйынса 9 майҙа “Стерлитамакский рабочий” гәзите приздарына эстафета уҙғарабыҙ. Быйыл ул 74-се тапҡыр уҙғарылды.
Тиҙерәк Еңеү килеп, инде йышыраҡ “тыныс” темаларға күсергә яҙһын ине.
– Сер түгел, хәҙер гәзиткә яҙылыусылар йылдан-йыл кәмей бара. Әммә һеҙҙең баҫма һәр ваҡыттағыса популяр булып ҡала.
– “Стерлитамаксий рабочий” гәзитенә ихтыяж ҙур. Ҡала халҡы бик яратып уҡый, бынан тыш, махсус хәрби операция зонаһына күпләп ебәреп торабыҙ. Ҡайһы берҙәрен электрон вариантта алғы һыҙыҡтағыларға, ут аҫтында йөрөгәндәргә ебәрәбеҙ.
– Һәр заманда ла журналистың төп бурысы – халыҡҡа хеҙмәт итеү. Ә ул – еңел булмаған бурыс һәм шул уҡ мәлдә оло яуаплылыҡ та. Һеҙ был бурысты иңегеҙҙә лайыҡлы атҡарып киләһегеҙ, беҙҙең редакция һеҙҙе Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге мәртәбәле премияға лайыҡ тип иҫәпләй һәм уңыштар теләп ҡалабыҙ!
– Рәхмәт! Ышанысығыҙҙы аҡларға тырышасаҡмын!
Әңгәмәне Роза САФИНА ҡорҙо.
Фотолар Алексей МАТВЕЕВтың шәхси архивынан алынды.