Ашҡаҙар
+12 °С
Болотло
Йәмғиәт
14 Август , 07:21

ОЙОШМА АҠСАҺЫНА ЛА ҠУЛДАРЫ ЕТКӘН

Ҡала полицияһына урындағы компанияның 39 йәшлек генераль директоры мөрәжәғәт итә: ул ойошма иҫәбенән аҡса урлау тураһында белдерә.

ОЙОШМА АҠСАҺЫНА ЛА ҠУЛДАРЫ ЕТКӘНОЙОШМА АҠСАҺЫНА ЛА ҠУЛДАРЫ ЕТКӘН
ОЙОШМА АҠСАҺЫНА ЛА ҠУЛДАРЫ ЕТКӘН

Ир әйтеүенсә, ул APK-файл аша антивирус күсереп алған һәм урынлаштырған. Бынан һуң фирманың банк иҫәбенән онлайн аша 600 мең һум аҡса күсерелә. РФ Енәйәт кодексының 158- се статьяһының 3-сө өлөшө буйынса ҙур күләмдә банк иҫәбенән урлау тураһында енәйәт эше ҡуҙғатылған. Был статья буйынса ғәйеплегә 6 йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү янай. Хәҙер хоҡуҡ һаҡлаусылар енәйәт ҡылыусыларҙы асыҡлау өсөн оператив эҙләү саралары үткәрә.

 БР буйынса Эске эштәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса Р.ҒАЯЗОВА әҙерләне.

Розалиә Хисаева фотоһы.

ОЙОШМА АҠСАҺЫНА ЛА ҠУЛДАРЫ ЕТКӘН
ОЙОШМА АҠСАҺЫНА ЛА ҠУЛДАРЫ ЕТКӘН
Автор:Римма Галимова
Читайте нас