

– Муниципаль инвестиция стандартын тормошҡа ашырыу буйынса рейтингта республикалағы ҡалалар араһында беҙ беренсе булдыҡ. “Урал аръяғы” Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында йомғаҡ яһалды. Награданы Стратегик башланғыстар агентлығы генераль директоры Светлана Чупшева менән Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров тапшырҙы. 2026 йылда инвестиция һабантуйының төп темаһы – инвестиция эшмәкәрлеген алып барыу өсөн яҡшы шарттар булдырыуҙа төп күрһәткестәрҙең береһе булған “Еңеү иҡтисады”.
Һуңғы ете йылда республиканың йыллыҡ инвестиция күләме өс тапҡырға тиерлек артҡан, ә төбәктең инвестиция портфеле 1,3 триллион һумға баһаланған 2500 проектҡа тиклем үҫкән. Стәрлетамаҡта был эштең һөҙөмтәһе конкрет күрһәткестәрҙә: эшҡыуарҙар һәм үҙмәшғүлдәр һаны артыуҙа, инвестициялар күләмендә сағыла.
Стәрлетамаҡта, бизнес һәм инвестициялар өсөн иҡтисади үҫеш нигеҙҙәре булараҡ, артабан да уңайлы шарттар булдырыласаҡ, тип әйтә алам. Был беҙҙең эштең төп өҫтөнлөктәренең береһе.
Эшебеҙҙе юғары баһалағаны өсөн Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хабировҡа һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенә рәхмәт!
Р.ЗАМАНОВА.
Фотолар Э.Шәймәрҙәновтың социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһенән алынды.