Ашҡаҙар
+14 °С
Дождь
Йәмғиәт
17 Августа , 06:43

СТӘРЛЕТАМАҠ ҺИНЕҢ МЕНӘН ҒОРУРЛАНА!

Стәрлетамаҡ ҡыҙы — спорт гимнастикаһы буйынса юниорҙар араһындағы Европа чемпионатында үҙен сағыу итеп танытҡан йәш гимнаст Полина Дмитриева менән ғорурланабыҙ!

СТӘРЛЕТАМАҠ ҺИНЕҢ МЕНӘН ҒОРУРЛАНА!СТӘРЛЕТАМАҠ ҺИНЕҢ МЕНӘН ҒОРУРЛАНА!
СТӘРЛЕТАМАҠ ҺИНЕҢ МЕНӘН ҒОРУРЛАНА!

Иң йәш таланттар йыйылған абруйлы ярыштарҙа Полина илебеҙҙе лайыҡлы күрһәтеп, бөтә тамашасыларҙы хайран ҡалдырып, бер бөтөн миҙалдар коллекцияһын яуланы.
🌸Уның сығыштары техник яҡтан камил булыуы менән генә түгел, ә залды тын алырға онотторған үҙенсәлекле артистизмы менән дә айырылып торған. Бигерәк тә уның бүрәнәләге (бревно) сығышы иҫтә ҡалды: ҡатмарлы программа, бер хатаһыҙ сығыш һәм лайыҡлы алтын миҙал. Ирекле күнегеүҙәр, һәр программала ул ысын оҫталыҡ күрһәтеп, Европа чемпионы булды!
😍Полинаның уңышы — осраҡлылыҡ түгел, ә күп йыллыҡ тырыш хеҙмәт һөҙөмтәһе. Һәр миҙал артында меңдәрсә сәғәтлек күнегеүҙәр, дисциплина, арыуҙы һәм үҙ ҡурҡыуҙарыңды еңеү тора. Һәм, әлбиттә, бында уның остаздарының хеҙмәте ҙур Уның тренеры Елена Сергеевна Кайгулованы ла был еңеү менән ҡотлайбыҙ!
🌺Полинаның ҡаҙаныштары тураһында ҡала хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов та үҙенең социаль селтәрҙәрендә билдәләп үтте, бындай еңеүҙәр йәштәрҙе илһамландыра һәм ҡаланың абруйын күтәрә, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул.
- Бәләкәй генә яҡташыбыҙҙың иҫәбендә инде 4 алтын миҙал (береһе — команда зачетында) һәм 1 көмөш миҙал бар. Ысынлап та, иҫ киткес һөҙөмтә! Полина, Стәрлетамаҡ һинең менән ғорурлана! Был уңыштарың менән генә туҡталып ҡалмауыңды, үҙ көсөңә ышаныуыңды һәм яңы бейеклектәр яулауыңды теләйбеҙ!- тип яҙҙы ҡала хакимиәт башлығы Эмиль Владиславович.

СТӘРЛЕТАМАҠ ҺИНЕҢ МЕНӘН ҒОРУРЛАНА!
СТӘРЛЕТАМАҠ ҺИНЕҢ МЕНӘН ҒОРУРЛАНА!
Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас