Ашҡаҙар
+21 °С
Облачно
Йәмғиәт
17 Августа , 11:15

Уғрылар балаларға “ҡармаҡ һала”

1 сентябрь яҡынлашыу менән аферистар мәктәп уҡыусыларына “ҡармаҡ һала” башлаған. Енәйәтселәр  оператив рәүештә үҙҙәренең иҫке ысулдарын яңырта. Улар балаларҙы аулауҙың яңы схемаһын уйлап таба.

Уғрылар балаларға “ҡармаҡ һала”Уғрылар балаларға “ҡармаҡ һала”
Уғрылар балаларға “ҡармаҡ һала”

Хәҙер  популяр мессенджерҙарҙа йәш ҡулланыусыларға белем биреү учреждениелары исеменән рәсми белдереүҙәр аҫтына йәшеренгән хәбәрҙәр килә. Унда улар уҡыусыларға Белем көнө байрамына арналған флешмобта ҡатнашыуҙарын раҫларға тәҡдим иткән булып, беркетелгән исемлектә “билдәләүҙәрен” һорайҙар. Мутлашыусылар бындай хәбәрҙәргә һәр ваҡыт исемлек менән файл һәм ныҡышмалы рәүештә күсергә кәңәш иткән әүҙем һылтанма ҡуша. Әммә, асыҡланыуынса, был  веб-адрес мәктәп порталына түгел, ә төрлө финанс махинацияларына һәм мутлыҡ операцияларына туранан-тура ҡағылышлы булған бөтөнләй сит ресурсҡа алып бара. 

Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре  Башҡортостанда йәшәүселәрҙең барыһына ла ныҡышмалы рәүештә уяулыҡ күрһәтергә ҡуша: бер ҡасан да  шикле һылтанмаларға баҫмағыҙ, ә ошо рәүешле алынған һәр мәғлүмәтте мәктәптең рәсми бәйләнеше аша мотлаҡ тикшерегеҙ. Әгәр хәбәр ебәреүсе үҙе менән асыҡ итеп таныштырмаһа, уға баланың һәм ата-әсәһенең номеры нисек билдәле булыуы тураһындағы һорауға аныҡ ҡына яуап биреүҙән ҡасһа, бындай осраҡтарға айырыуса иғтибарҙы йүнәлтергә кәрәк. Бындай осраҡта хәбәрҙе иғтибарһыҙ ҡалдырыу һәм класс етәксеһе йәки уҡыу йорто етәкселеге менән үҙаллы бәйләнешкә инеү яҡшыраҡ.

Р.САФИНА.

Автор:Роза Сафина
Читайте нас