Ашҡаҙар
+24 °С
Облачно
Йәмғиәт
19 Августа , 05:15

БАШҠОРТОСТАН СӘСКӘ АТҺЫН ӨСӨН

Беҙ һүрәттә күргән   карточкалар Бөтә Рәсәй  уңайлы ҡала мөхитен булдырыуҙың иң яҡшы проекттарында ҡатнашыу һөҙөмтәләре тураһында һөйләй. Тормошобоҙ уңайлыраҡ булһын өсөн күпме аҡса йәлеп ителгән, әлеге ваҡытта ниндәй биләмәләр төҙөкләндерелә һәм ниндәй проекттар яңы һайлап алыуҙа еңгән – артабан ошо хаҡта ентекләберәк таныштырабыҙ.

БАШҠОРТОСТАН СӘСКӘ АТҺЫН ӨСӨНБАШҠОРТОСТАН СӘСКӘ АТҺЫН ӨСӨН
БАШҠОРТОСТАН СӘСКӘ АТҺЫН ӨСӨН

Башҡортостан Бөтә Рәсәй уңайлы ҡала мөхитен булдырыу конкурсында еңеүсе проекттарҙы тормошҡа ашырыуға 3,8 миллиард һум федераль аҡса йәлеп иткән.

Башҡортостанда уңайлы ҡала мөхитен булдырыуҙың иң яҡшы проекттары бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашҡан осорҙа йәмғеһе 20 ҡалала, биш тарихи ауылда һәм өс терәк тораҡ пунктта 44 инициатива еңеүсе буласаҡ. Уларҙы тормошҡа ашырыуға федераль бюджеттан 3,8 миллиард һум аҡса йәлеп ителә. Был хаҡта республика Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә төбәктең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова хәбәр итте.

“Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты сиктәрендә үткәрелгән конкурста ҡатнашыу һөҙөмтәһендә Башҡортостан картаһында 31 яңы тартыу нөктәһе барлыҡҡа килгән дә инде.

Быйыл һигеҙ проект буйынса эштәр алып барыла. Йыл аҙағына тиклем түбәндәге ҡала һәм ауылдарҙа биләмәләрҙе төҙөкләндереү планлаштырыла: Бәләбәй ҡалаһы (“Новаторҙар бульвары”); Салауат ҡалаһы (“Салауат: ысынбарлыҡ аша ете төш”); Учалы ҡалаһы (“Урал батыр юлы”); Октябрьский ҡалаһы (“Октябрьский: мираҫты һаҡлап”); Шишмә ҡасабаһы (“Шишмә – дуҫлыҡ шишмәһе”).

Тағы өс проектты тормошҡа ашырыу 2027 йылда тамамланасаҡ. Был: Дүртөйлө ҡалаһы (“Иванаев баҡсаһы. Киләсәк үҫентеләре”); Илеш районының Үрге Йәркәй ауылы (“Үрге Йәркәй үҙәгенең бәйләүсе ептәре”); Кушнаренко районы Кушнаренко ауылы (“Топорниндар һуҡмағы”).

10 августа йомғаҡ яһаған сираттағы конкурста Башҡортостан йәнә юғары һөҙөмтәләр күрһәтте һәм лидер төбәктәр араһында үҙ позицияһын нығытты. Башҡортостандың ҡалаларҙы һәм ауылдарҙы үҫтереү институты ҡатнашлығында әҙерләнгән йәнә биш проект еңеүсе булды. Уларҙы 2027-2028 йылдарҙа тормошҡа ашырыу планлаштырыла:

Стәрлетамаҡ ҡалаһы (“Ашҡаҙар аръяғы яр буйы: Тоҙ пристанын дауам итеү” Пугачев урамы буйлап Ашҡаҙар йылғаһы яр буйын төҙөкләндереү, йәйәү йөрөү зонаһы, ғаилә ялы зонаһы, балалар, күҙәтеү һәм спорт майҙансыҡтары һәм ҡулса маршруттары селтәре булдырыу); Туймазы ҡалаһы (“Беренсе Туймазы урамы” – Октябрҙең 70 йыллығы урамындағы скверҙы төҙөкләндереү, ҡаланың рекреацион киңлектәрен һәм функциональ кластерҙарын дөйөм системаға берләштергән берҙәм велосипед йәйәүлеләре маршрутын булдырыу); Благовещен ҡалаһы (“Благовещенск. Һыу мәҙәниәте” Потеха йылғаһында ҡала быуаһы яр буйын төҙөкләндереү, ике инеү төркөмө, балалар майҙансығы, ял зонаһы, амфитеатр, сәхнә, пляж зонаһы һәм күҙәтеү башняһын булдырыу); Яңауыл ҡалаһы (“Яңауылдың икенсе яғы: төньяҡ быуа янында” ҡаланың төньяҡ өлөшөндәге быуа эргәһендәге элекке сәнәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү, күҙәтеү майҙансығы һәм яр буйын ярҙан тура һыу ятҡылығына алып бара торған түшәмдәр менән төҙөкләндереү, йәйәүлеләр маршруты, ял итеү зоналары, спорт кластеры, уйын һәм тематик майҙансыҡтар булдырыу); Салауат районының Малаяҙ ауылы (“Малаяҙ ауылының Үҙәк майҙаны: ер хәтере һәм ваҡыт өлгөһө” милли мираҫҡа таянып үҙәк майҙанды төҙөкләндереү).

Ирина Голованованың һүҙҙәренсә, идеянан алып тормошҡа ашырыуға тиклем ике-өс йыл үтәсәк.

– Күләмле проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн ғәйәт ҙур эш талап ителә. Проекттар концепцияһын әҙерләүҙең һәр этабында халыҡтың фекерен, ихтыяждарын һәм теләктәрен иҫәпкә алыу өсөн йәмәғәт фекер алышыуҙары һәм һорау алыуҙар үткәрелде. Һөҙөмтәлә яңы объекттар асыҡ, уңайлы, функциональ һәм үҙенсәлекле буласаҡ.

Башҡортостан Башлығы проекттарҙы тормошҡа ашырыуға ҡәтғи контролде тәьмин итергә ҡушты.

– Ҙур күләмдә ойоштороу эшен башҡарыуҙарын күрәм. Хәҙер барыһын да тамамларға кәрәк, – тине Радий Хәбиров. – Был объекттар ҡалаларыбыҙҙы һәм ауылдарыбыҙҙы биҙәй. Быларҙың барыһына ла үҙем шатланып ҡарайым.

Р.УСМАНОВА.

Фото Башҡортостан Башлығы сайтынан алынды. 

 

БАШҠОРТОСТАН СӘСКӘ АТҺЫН ӨСӨН
БАШҠОРТОСТАН СӘСКӘ АТҺЫН ӨСӨН
БАШҠОРТОСТАН СӘСКӘ АТҺЫН ӨСӨН
Автор:Роза Сафина
Читайте нас