

Форум эшендә ҡала хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов, хакимиәт башлығы урынбаҫары Рөстәм Камалов, БР Дәүләт торлаҡ күҙәтеүе рәйесе урынбаҫары Роман Әхәтов, “Төбәк операторы” фонды коммерция булмаған ойошмаһының көньяҡ зона буйынса идаралығы начальнигы Сергей Левкин, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса идаралығы начальнигы урынбаҫары – полиция начальнигы, полиция подполковнигы Марс Төхвәтуллин, ҡала буйынса йәмәғәт-торлаҡ контроле етәксеһе Булат Вәлиев, шулай уҡ күп фатирлы йорт Советтары рәйестәре, ағзалары, ҡала хакимиәтенән һәм профилле ведомстволарҙан вәкилдәр ҡатнашты.
Форум Эмиль Владиславовичтың сығышынан башланды. Ул, күп фатирлы йорттарҙа йәмәғәтселек мәсьәләләрен грамоталы хәл иткәне һәм эште оҫта ойошторғаны өсөн, алдынғы Советтарҙың рәйестәренә наградалар тапшырҙы.
Артабан март айында үткән осрашыуҙағы ҡарарҙарҙың үтәлеше тураһында отчет менән Рөстәм Камалов сығыш яһаны. Ул үткән осрашыу барышында ниндәй һорауҙар бирелгән һәм улар буйынса ниндәй ҡарарҙар ҡабул ителгән – шул турала һөйләне.
Форумдың көн тәртибенә өс һорау сығарылды. Көнүҙәк булған мутлашыуҙы иҫкәртеү темаһы тураһында Марс Төхвәтуллин һөйләне. Ул алдауҙың иң популяр схемаларын әйтте, үҙеңде һәм яҡындарыңды мутлашыусыларҙан нисек һаҡлау тураһында һөйләне. Роман Әхәтов көҙгө-ҡышҡы осорға торлаҡ фондының әҙерлек регламенты тураһында һөйләне. Ул шулай уҡ торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә популярлыҡ менән ҡулланылған һанлы платформалар тураһында һөйләне.
Күп фатирлы йорт менән идарасы компания араһында килешеү тураһында, ике яҡтың хоҡуҡтарына һәм бурыстарына иғтибарҙы йүнәлтеп, Булат Вәлиев һөйләне.
Докладтарҙан һуң форум асыҡ дискуссия форматында дауам итте. Унда ҡатнашыусылар торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙар бирҙе. Улар ағымдағы ремонт һәм йорттарҙы тотоу, идара итеүсе компаниялар менән үҙ-ара эш итеү, хаҡтар һ.б. тураһында булды. Һорауҙарҙың бер өлөшө тикшереүгә ҡуйылды.
Р.САФИНА.
Фотолар ҡала хакимиәте сайтынан алынды.