

Көҙгө тимер юл турҙары “Белем вагоны” һәм “Сағыу ял көндәре” проекты сиктәрендә үтәсәк. Сәйәхәтселәргә яңы һәм улар яратып йөрөгән маршруттарҙы тәҡдим итәсәктәр. Миҙгелдең төп премьераһы – “Волга Ривьераһы”на сентябрь туры (Һамар өлкәһе). Программа Тольяттиға барыуҙы үҙ эсенә ала: унда ҡунаҡтарға “Дуҫлыҡ” яхт-клубында булып Жигулев диңгеҙе янындағы Гарибальди замогын күрергә мөмкин буласаҡ.
Һамарҙа туристарҙы бай экскурсия программаһы һәм данлыҡлы яр буйы буйлап йөрөү көтә.
Рус әҙәбиәтен яратыусыларға айырым маршрут әҙерләгәндәр. Октябрҙә “Болдино көҙө” ваҡытында бөйөк Пушкин ижад иткән Болдиноға – Пушкиндар усадьбаһына барырға мөмкин буласаҡ. Шул уҡ көндәрҙә Михаил Лермонтовтың нәҫел имениеһына – Тарханға сәйәхәт итеү мөмкинлеге лә бар.
Бынан тыш, октябрҙә һәм декабрҙә Сергей Есениндың тыуған яғына – Рязань һәм Константиново ауылына тур ойошторола. Шулай уҡ октябрҙә һәм декабрҙә “Иҙел буйы йәүһәрҙәре” (“Самоцветы Приволжья”) проектында ҡатнашыусылар Башҡортостандан Коломнаға һәм Мәскәүгә юлланасаҡ. Коломнала кремль буйлап экскурсия һәм ҡаҡ тәмләп ҡарау планлаштырылған, ә баш мәркәзебеҙ Мәскәүҙә Ҡыҙыл майҙан буйлап йөрөү һәм музейҙарҙы барып күреү ҡаралған.
Р.УСМАНОВА.
“Башинформ” фотоһы.