

– Стәрлетамаҡ бай тарихлы, көслө рухлы, асыҡ йөрәкле һәм киң күңелле ҡала, - тип билдәләне ҡала хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов хеҙмәт алдынғыларын ҡотлау тантанаһында. – Стәрлетамаҡтың таянысы – уны алдынғылар рәтенә сығарыусы эшһөйәр, намыҫлы кешеләр һәм ҡалабыҙ үҫешенә ҙур өлөш индергән предприятиелар.
Беҙҙең көсөбөҙ – берҙәмлектә. Беҙ һәр заманда ла берҙәмлек һәм патриотизм яғында булдыҡ.
Үҙҙәренең көндәлек намыҫлы хеҙмәте менән ҡалабыҙ предприятиелары һәм ойошмаларында хеҙмәт итеп, уның үҫешенә ҙур өлөш индергән ҡырҡтан ашыу хеҙмәткәр – эшселәр, педагогтар, водителдәр, химиктар, спортсылар, полиция хеҙмәткәрҙәре маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары алды. Унда шулай уҡ ҡалабыҙ тормошон әүҙем яҡтыртып барыусы “Стерлитамакский рабочий” һәм “Ашҡаҙар” гәзиттәре редакциялары ла рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.
Р.ЗАМАНОВА.
С.КРАМСКОВ фотолары.