Ашҡаҙар
+21 °С
Облачно
Йәмғиәт
4 Сентября , 05:40

СТӘРЛЕТАМАҠҠА НИСӘ ЙӘШ?

Стәрлетамаҡҡа нигеҙ һалынған йыл тип тоҙ пристане булдырылған 1766 йыл ҡабул ителгән. Әммә 1960-сы йылдарҙың беренсе яртыһына тиклем был дата булып 1781 йыл иҫәпләнгән. 1953 йылда сыҡҡан “Башҡорт АССР-ның административ бүленеше” китабында туранантура шулай әйтелгән: “Ҡаланың барлыҡҡа килеү датаһы – 1781”. Һәм быны асыҡларға кәрәк.

СТӘРЛЕТАМАҠҠА НИСӘ ЙӘШ?СТӘРЛЕТАМАҠҠА НИСӘ ЙӘШ?
СТӘРЛЕТАМАҠҠА НИСӘ ЙӘШ?

“Өстөрлө”нән “Эстәрле”гә табан

 Әммә тәүҙә йылғаның исемен асыҡлайыҡ. Был гидротопонимика, имеш, йылғала күпләп үрсегән стерлядь (сөгә, уҡбалыҡ) балығы менән бәйле түгел. Тоҙ пристане барлыҡҡа килерҙән алда уҡ бында Стәрлетамаҡ тигән ауыл булған. Уға, Юрматы улусы башҡорттары менән килешеү буйынса, Ҡазан губернаһының Зөйә өйәҙенең яһаҡлы һәм хеҙмәтсе татарҙары нигеҙ һалған. Ул Михайловка биҫтәһе тирәһендә булған. Стәрле йылғаһының атамаһы, Өстөрлө һүҙбәйләнеше үҙгәртелгәндән килеп сыҡҡан булһа кәрәк. Башҡортсанан һүҙмә-һүҙ әйләндергәндә “три разных” өс төрлө тигән мәғәнәне белдерә. Эш шунда, Стәрле йылғаһы Стәрлебаш районында өс төрлө сығанаҡтан башлана. “Стәрлетамаҡ” һүҙбәйләнеше Стәрленең тамағы булараҡ (“устье Стерли”) тип әйләндерелә.

Стәрлетамаҡҡа нигеҙ һалыу стелаһында “1782 йылдың апреленән Стәрлетамаҡ өйәҙ ҡалаһы статусын алған” тиелгән. Ысынында иһә, императрица Екатерина II-нең пристанға өйәҙ ҡалаһы статусын биреү тураһындағы указына 1871 йылдың 23 декабрендә үк ҡул ҡуйылған. Екатерина II яңы административ бүленешкә тотона. Бөтөн империя губерналарға бүленә. Губерналар – өйәҙҙәргә. Ләкин бөтә өйәҙҙәргә лә ҡалалар етешмәй, һәм шул ваҡытта Рәсәйҙә бер яҙыу менән генә тиҫтәләгән яңы ҡала барлыҡҡа килә. Алапай, Красноуфимск, Миңзәлә, Чистай, Чебоксар, Силәбе, Бәләбәй, Стәрлетамаҡ һымаҡ элекке ауылдар, крепостар, пристандар өйәҙ ҡалалары булып китә. Ләкин ул замандағы почта эше почта аты тиҙлеге менән йөрөй (хәрәкәт итә). Етмәһә ҡыш көнө… Тимәк, 1781 йылдың декабрендә ҡул ҡуйылған указ 1782 йылдың апрелендә генә Стәрлетамаҡҡа барып етә һәм көсөнә ингән булып сыға.

Ҡазан ҡусты түгелме?

Ҡайһы дата дөрөҫ һуң? Был турала һөйләшергә лә сәбәп бар. Ысынында Стәрлетамаҡҡа 1200-1300 йыл булыуы ихтимал! Ғәҙәттә ҡалаларҙың йылын билдәләгәндә ике: документаль һәм археологик сығанаҡ күҙ уңында тотола. Әйтәйек, Питер менән Мәскәүҙең йәше асыҡ күренеп тора. Нева ярындағы ҡалаға Петр I-нең яҙыулы указы буйынса нигеҙ һалынған, ә Мәскәүҙең йәше тураһында йылъяҙмаларҙа уның тураһында беренсе тапҡыр телгә алыныуы буйынса фекер йөрөтәләр.

Ҡазандың йәше һуңғы ваҡытҡа тиклем яҙма сығанаҡтар нигеҙендә билдәләнде. Нигеҙ һалыу датаһы 1177 йылдан алып 1390-сы йылдар араһында тирбәлде. Әммә археологтар үҙҙәренең етди һүҙен әйтте, һәм бөтә ил (ҡарар федераль кимәлдә ҡабул ителде) ҡаланың мең йыллығын байрам итте. Беренсе аргумент: керамика. Ҡайһы бер критерийҙар буйынса ватыҡ көршәк ярсыҡтарының йәшен 10-13-сө быуаттар менән билдәләйҙәр. Икенсе аргумент: Венгрия биләмәһендәге ҡәберлектәрҙә осраған баҡыр һәм бронза беләҙектәр, сулпыларҙың ҡайһы берҙәре 10-сы быуатҡа ҡарай. Өсөнсө аргумент: тәңкәләр. 929-930-сы йылдарҙа кенәз Вацлав идара иткән осорҙа Прагала һуғылған сенсацион чех тәңкәһе Ҡазандың мең йыллығын яҡлаусылар файҙаһына “үлсәүҙәр кәсәһе”н тартыусы һуңғы аргумент булды.

 Ә хәҙер беҙҙең археологик табылдыҡтарға мөрәжәғәт итәйек. Стәрлетамаҡтың тирә-яғында элекэлектән кеше йәшәгән. Был турала Торатауҙағы беҙҙең эраға тиклем I мең йыллыҡҡа тиклем даталанған таш өйөмдәре, Ҡуғанак, Ҡыҙыл Яр, Йөрәктау, Талаҫ, Веселое ауылдары янында табылған Сармат һәм башҡа мәҙәниәттәр дәүерендәге ҡурғандар һөйләй. Әммә улар ҡала сигенә инмәй, һәм уларҙы ҡала тарихына бәйләргә нигеҙ юҡ кеүек. Ә бына ҡала территорияһында табылған әйберҙәр ҡыҙыҡлыраҡ. Мәҫәлән, колхоз баҙары биләмәһендә төҙөлөш эштәре ваҡытында ҡалҡан табылған. Унда элек ҡәберлек булған. Бәлки, мосолман зыяратылыр. Был ерле халыҡтың бында урта быуаттарҙа уҡ йәшәүе һәм ерләнеүе тураһында һөйләй.

Алтын битлектәр һәм башҡа табылдыҡтар

 Левашевка зыяраты (ҡәберлеге) быны тағы ла нығыраҡ дәлилләй. Уны 1940-50- се йылдарҙа сода-цемент комбинатының яңы цехтарын һәм производствһын төҙөгәндә ҡаҙып алалар. Табылдыҡтар 9-10-сы быуаттарға ҡарай. Ул саҡтағы халыҡ мәрхүмдәрҙе башы менән көнбайышҡа ҡуйып, йөҙөн көньяҡҡа йәки төньяҡҡа ҡаратып күмгән. Кейемдә, бөтә шәхси әйберҙәре менән: ирҙәрҙе ҡорал һәм атының сбруйҙары менән, ҡатынҡыҙҙарҙы – төрлө биҙәүестәр менән бергә күмгәндәр. Иң бәләкәй балаларҙы ғына бер-ниһеҙ ерләгәндәр.

Шулай булғас, Ҡазан аргументтары Левашевка менән сағыштырғанда – ваҡтөйәк кенә. Ҡазан археологтарының ватыҡ көршәк һыныҡтарына ҡаршы беҙҙә көршәктәр бөтөн килеш тиерлек табылды.

Ҡазан һылыуҙарының балдаҡ, беләҙек һәм башҡа “бижутерияһын” Левашовка зыяратында табылған йөҙөк, алҡа, сулпы, көмөш таралғы, муйынсаҡтар менән бер нисек тә сағыштырып булмай. Өҫтәүенә, беҙҙең биҙәүестәр баҡыр йәки бронзанан ғына түгел, ә күбеһенсә көмөш йә алтындан эшләнгән. Мәҫәлән, әлегә тиклем тәғәйенләнеше билдәһеҙ булған алтын битлектәр – күҙлектәр ҙә бар.

Беҙҙә уҡ-һаҙаҡтар ғына түгел, тотош ҡылыстар арсеналы бар. Ә уҡ башаҡтарын ҡәберлектән “һоҫоп” алғандар.

Әйткәндәй, Левашевка ҡәберлегендәге күп әйберҙәр шулай уҡ Венгрия территорияһындағы ҡәберлектәрҙә табылған әйберҙәргә ныҡ оҡшаш. Боронғо мадьярҙар үҙҙәренә яңы ер эҙләп Панонияға күсенеп киткәнгә тиклем (10-сы быуаттар тирәһендә) беҙҙең Урал буйы уларҙың тыуған иле булған. Шулай итеп, әгәр улар венгрҙар булған булһа, мең йылдан ашыу йылдар элек улар беҙҙең Левашевка районында йәшәгән.

Беҙ ҙә төшөп ҡалғандарҙан түгел!

Хәҙер тәңкәләр тураһында. Әлбиттә, 10-сы быуаттың боронғо чех тәңкәһе, ҡасан һәм нисек Ҡазанға килеп эләккән – белмәҫһең. Ышанысҡа лайыҡ аргумент. Әммә-ләкин беҙ ҙә төшөп ҡалғандарҙан түгел. Беҙҙең алтын ғәрәп динарҙары менән ғәббәсиҙәрҙең көмөш дирһәмдәре 705-779 йылдар менән даталана. Әйткәндәй, Левашевка һылыуҙары был “валюта”ны биҙәүес итеп тағып йөрөгән. Тимәк, Стәрлетамаҡ районында кешеләр мең ике йөҙ йылдан ашыу йылдар элек үк йәшәгән булып сыға.

Әлбиттә, беҙ Стәрлетамаҡ өйәҙен уҡыусыларға донъя цивилизацияһының бер үҙәге итеп күрһәтеүҙе маҡсат итеп ҡуйманыҡ. Ҡалаларҙың йәшен билдәләү өсөн археологик табылдыҡтар ғына етмәй. Хатта даталары яҙылған тәңкәләр ҙә йөҙәрләгән йылдарҙан һуң бында осраҡлы килтерелеүе ихтимал. Эйе, табылдыҡтар улар был ҡатлам менән бәйле оборона ҡоролмалары менән нығытылырға тейеш. Статусын боронғо ауыл статусы менән нигеҙләргә, сауҙа һәм уның территорияһында һөнәрселек эшмәкәрлеге эҙҙәрен асыҡларға, мәҙәниәттәрҙең күсәгилешлеген иҫбатларға, хәҙерге ҡалаға тиклем халыҡтың өҙлөкһөҙ үҫешен күрһәтергә кәрәк...

Һүҙ нигеҙ һалыу датаһын ҡайтанан ҡарау тураһында түгел, ә ҡала тарихы тураһында. Ә ул, күренеүенсә, пристань төҙөүселәрҙең балта тауыштарынан алдараҡ уҡ башланған...

Нисек кенә булмаһын, ҡалабыҙ матур байрамын ҡаршылай – был иһә үҙе үк ҙур ваҡиға!

Нисек кенә булмаһын, ҡала тарихы тоҙ пристанына бәйле һәм уның тарих башын да ошо датаға бәйле иҫәпләргә тейешбеҙ.

Фаяз ЙОМАҒУЖИН,

тыуған яҡты өйрәнеүсе, БР һәм РФ Журналистар союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат хеҙмәткәре.

 (Р.САФИНА тәржемәһе).

 

 

 

                                                                                

СТӘРЛЕТАМАҠҠА НИСӘ ЙӘШ?
СТӘРЛЕТАМАҠҠА НИСӘ ЙӘШ?
СТӘРЛЕТАМАҠҠА НИСӘ ЙӘШ?
СТӘРЛЕТАМАҠҠА НИСӘ ЙӘШ?
Автор:Роза Сафина
Читайте нас