

Стәрлетамаҡҡа Башҡортостандың төрлө район-ҡалалары, Силәбе, Һамар өлкәләре, Удмурт республикаһынан оҫталар килде.Берҙәм стилдә биҙәлгән сауҙа рәттәрендә ағастан, күндән, тимерҙән һәм башҡа материалдарҙан яһалған тауарҙар, сувенирҙар тәҡдим ителде.
Бер урында Йәштәр арауғы, икенсе урында «Патрики-маркет», ә Тыныслыҡ урамында иһә милли тамашалар, милли-мәҙәниәт үҙәктәрҙең, креатив индустрия мәктәбе диджейҙарының сығыштары гөрләп барҙы. Һәр кемгә үҙ зауығыга тура килгән майҙансыҡтарҙы һайларға мҡикин булды. Әйткәндәй, быйылғы фестиваль иһә ҡалабыҙҙың 260 йыллығына арналды. Сарала Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров та ҡатгашты. Ул Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йортоноң милли мәҙәни үҙәктәре күргәҙмәһен, «Задворки» йәштәр майҙанын, шулай уҡ трактир урамын ҡараны, унда республиканың төп аҙыҡ-түлек сәнәғәте компаниялары стендтары менән танышты. Башҡортостан Башлығы шулай уҡ бал күргәҙмәһендә һәм һөнәрселек йәрминкәһендә лә булды, унда Рәсәй, Үзбәкстан, Белоруссия һәм Ҡаҙағстан ҡалаларынан 310-дан ашыу оҫта үҙ продукцияһын тәҡдим итте.«Юбилейная верста» тематик майҙансығында Стәрлетамаҡтың ҙур предприятиелары үҙҙәренең ҡаҙаныштары һәм ҡаланың социаль-иҡтисади үҫешенә индергән өлөшө менән таныштырҙы.Радий Хәбиров йәйге каникулда Стәрлетамаҡ предприятиеларында эшләгән студент отрядтары вәкилдәре менән дә аралашты. Йәштәр төбәк етәксеһенә хәрәкәткә булышлыҡ иткәне өсөн рәхмәт белдерҙе. Фестивалде асыу тантанаһында Башҡортостан Башлығы ҡаланың йылдам үҫешен билдәләне һәм ҡаланың юбилейына «Стәрлетамаҡ ғорурлығы» маҡтаулы наградаларын тапшырҙы. Ләкин был юбилейҙы һәр беребеҙ өсөн айырым мәғәнә менән тултырыусы ваҡиға бар. «Стәрлетамаҡ ғорурлығы» почетлы ҡала наградаһын алыусылар иҫәбендә «Быуындар остазы» номинацияһында ҡалабыҙҙың 1-се мәктәп-интернет директоры Галина Николаевна Козлованың булыуын күреп шәхсән ҡыуандым. Ул күп йыллыҡ емешле хеҙмәте, педагогик һөнәренә тоғролоғо һәм үҙенең уҡытыусылар династияһының данлы традицияларын һаҡлап ҡалыуы өсөн билдәләнде. Уның иңендә меңәрләгән рәхмәтле уҡыусы, тиҫтәләгән йылдар буйына аҡыллы етәкселек һәм үҙ эшенә сикһеҙ һөйөү. Был награда-уның шәхси ҡаҙаныштарын таныу, уның һәр еңеүе артында уның етәкселегендәге берҙәм колективтың дөйөм хеҙмәте тора.
– Стәрлетамаҡҡа – 260 йыл. Был республиканың иң ҡеүәтле сәнәғәт үҙәге. Беҙ уға бергәләп сәскә атыуын теләйбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Һәр ҡалала иң мөһиме – кешеләр. Ҡәҙерле Стәрлетамаҡ халҡы, хеҙмәтегеҙ һәм сыҙамлығығыҙ өсөн минән тәрән ихтирам һәм рәхмәт һүҙҙәрен ҡабул итегеҙ. Бөтә ил һәм республика менән бергә һеҙ бик ҡатмарлы осор кисерәһегеҙ, һуңынан был осор тураһында китаптар һәм легендалар яҙырһығыҙ. Әммә мин был юлды лайыҡлы итеп, бер-беребеҙгә хөрмәт һәм ышаныс менән үтеүебеҙҙе теүәл беләм. Бергәләп илебеҙ мәнфәғәтендә эшләйәсәкбеҙ, егеттәребеҙгә махсус хәрби операцияла ярҙам итәсәкбеҙ. Тыуған көнөң менән, Стәрлетамаҡ! Тыныслыҡ, изгелек һәм сәскә атыу!
Башҡортостан Башлығы шулай уҡ республикала креатив индустриялар өлкәһен үҫтереү өсөн «Сауҙагәр 2.0» фестиваленең әһәмиәтен юғары баһаланы.
– «Сауҙагәр 2.0» – Стәрлетамаҡ һәм Башҡортостандың визит карточкаһы. Был ысын ҙур республика фестивале, бында сит илдәрҙән дә киләләр. Бик яҡшы тарих – ҡала ижади, талантлы кешеләрҙең энтузиазмын һәм уларҙың башланғыстарын хупланы, – тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировтың ҡотлауҙары ҡалабыҙҙың төбәктең ҡеүәтле сәнәғәт һәм мәҙәни үҙәге исемен йөрөтөүен раҫлай. Әйткәндәй, «Сауҙагәр 2.0» ваҡиғалар туризмы өлкәһендәге абруйлы милли премиялар һәм конкурстар еңеүсеһе булды.
Ошо уҡ ваҡытта Киров исемендәге паркта ла «Сауҙагәр 2.0»ҡунаҡсыллыҡ фестивале сиктәрендә Ҡала көнөн байрам итеү дауам итте. Импровизацияланған сәхнәлә «Стәрлетамаҡтың алтын биттәре» шиғриәт конкурсы еңеүселәрен һәм призерҙарын бүләкләү тантанаһы үтте, унда төрлө йәштәге - башланғыс мәктәп уҡыусыларынан алып пенсионерҙарға тиклем-ҡала халҡы ҡатнашты. Иң әүҙем һәм һәләтле ҡатнашыусыларҙы грамоталар һәм бүләктәр менән БР һәм РФ Яҙыусылар союзы ағзалары Римма Ғәлимова һәм Марина Воронова, шулай уҡ БР һәм РФ Журналистар союзы ағзаһы, «Автор» йәш журналистар мәктәбе етәксеһе Екатерина Яковлева бүләкләне. Конкурс Үҙәкләштерелгән китапхансылар системаһы ойоштороуында «Стәрлетамаҡ эшсеһе» гәзите редакцияһы һәм БР Яҙыусылар союзының Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһы менән берлектә уҙғарылды.
«Йәш конферансье» студияһының бәләкәй тәрбиәләнеүселәре Константин Вуколов, Любовь Афлятунова, Виталий Таракановтың шиғырҙарын тасуири менән уҡыны. Әйткәндәй, «Стәрлетамаҡтың Алтын биттәре»конкурсында Виталий Тараканов гран-приға лайыҡ булды.
Ошо Киров исемендәге парктың икенсе майҙансығында әҙәбиәт һөйөүселәр өсөн«Сауҙагәр 2.0» ҡунаҡсыллыҡ фестивале сиктәрендә үткән «Тере китапхана» осрашыуы беҙгә тере автор менән аралашыу бер ниндәй интернет селтәре технологияларын алмаштыра алмағанын иҫбатланы.
Көндөң төп ҡунаҡтары- билдәле тыуған яҡты өйрәнеүсе, журналист һәм яҙыусы Фаяз Йомағужин, шулай уҡ талантлы шағирә һәм журналист Римма Ғәлимова . Ҡунаҡтар ижадтары тураһында ғына һөйләмәне - улар беҙҙе үҙ донъяларына саҡырҙы, китаптарҙың барлыҡҡа килеү тарихы менән уртаҡлашты һәм тамашасыларҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе.
Барыһы өсөн дә иң ҡиммәтле бүләк-китаптарҙы авторҙарҙың үҙ ҡулдарынан шәхси автограф менән һатып алыу мөмкинлеге булды! Был магазиндан алыуға ҡарағанда күпкә ҡәҙерлерәк икәгенә тағы ла бер инандыҡ.
Элек был биләмә баҙар булған, унда йылына ике тапҡыр төбәктең иң ҙур йәрминкәһе уҙғарылған. Әле йола йәнә тергеҙелеп, йөҙҙән ашыу һөнәрсене берләштерҙе. Стәрлетамаҡҡа Башҡортостандың төрлө район-ҡалалары, Силәбе, Һамар өлкәләре, Удмурт республикаһынан оҫталар килде.
Берҙәм стилдә биҙәлгән сауҙа рәттәрендә ағастан, күндән, тимерҙән һәм башҡа материалдарҙан яһалған тауарҙар, сувенирҙар тәҡдим ителде.
Өс көн буйы фестивалде ҡалабыҙҙың мәҙәниәт һарайы ижади коллективтарының, Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы студенттарының сығыштары биҙәне. «Мин башҡортса һөйләшәм» проекты, Тимур Ямалов, «Бүреләр» төркөмө, Арыҫлан Тимеров, Зәйнетдин һәм башҡалар сығышы милли калориты иенән айырылып торҙо.
Ә канат буйлап трюктар күрһәткән Дағыстан егете Тимур Мәғәсүмовтың сығышы тамашасыларҙы хайран итте.
Римма ҒӘЛИМОВА.
Автор фотолары.
ФЕКЕРҘӘР:
Рәзилә, декрет ялындағы йәш әсә:
- Үткән йыл ҡатнаша алмағайным, был юлы бәпесем менән килдек. Ҡыҙым үҙебеҙҙең моңдарҙы бәләкәйҙән ишетеп үҫә. Программала «Мин башҡортса һөйләшәм» тигән юлдарҙы күреп ҡалғас бик ҡыуанып, ашҡынып килдек байрамға. Әле илаһи моң аҫтында балам менән икәүләп тирбәләбеҙ. Байрамдың ыңғай аураһы көслө.
Минегөл инәй Юлукова, 87 йәш:
- Байрамға ҡыҙым менән килдем. Ҡалабыҙ күҙгә күренеп йылдан-йыл матурлана. Әле йәш быуындың телебеҙҙе онотмауына ҡыуанып тыңлап торам. Йәшерәк булһам үҙем дә сәхнәгә саҡырғандарында йүгереп менеп шиғыр һөйләп булһа ла төшөр инем. Әлеге йәштәрҙең ҡыйыулығы һоҡландыра. Тиҙерәк МХО тамамланып, шатланып, бөгөнгөләйбайрамдарҙы йышыраҡ үткәрһәк ине.