

Үҙем йəмле Стəрлебаш районы Ҡабыҡҡыуыш ауылынан, Юрматы ырыуы ҡыҙымын. Тыуған ауылымда урта мәктәпте бөткәс, Стəрлетамаҡ педагогия институтында белем алдым. Ҡулға диплом алғас үҙебеҙҙең ауыл егете, класташым Илшат менəн тормош ҡорҙоҡ һəм Стəрлетамаҡ ҡалаһына килеп төплəндек. Ғаилəбəҙҙе йəмлəп ике улыбыҙ Салауат һəм Дим донъяға килде. Үҙем 62-се балалар баҡсаһына тəрбиəсе булып эшкə урынлаштым. Ə 2017 йылдан ошо балалар баҡсаһын етəклəйем.
Улдарыбыҙ үҫеп буй еткерҙелəр. Өлкəн улыбыҙ Салауат Уссурийск ҡалаһында Рəсəй Ҡораллы Көстəренə хəрби хеҙмəткə саҡырылды. Бәләкәйҙән тырыш, ярҙамсыл, һəр эшкə яуаплы ҡараған улым əрме сафтарында ла һынатмай, тиҙ арала хеҙмəттəштəренең, командирҙарының ихтирамын яулап алды һәм ошо хеҙмəт иткəн ерендə контракт төҙөп тороп ҡалды.
Хəрби хеҙмəт ул башҡа хеҙмəттəрҙəн айырылып тора. Улар приказданприказға тиклем йəшəйҙəр, төн уртаһында ла сығып китергə мөмкиндəр. Ил ҡайҙа ҡуша – улар шунда. Шуға күрə улым Салауат Сүриəлəге хəрби операцияла ла ҡатнашты, миҙал менəн бүлəклəнде, ә махсус хəрби операция башланғас, шунда юлланды. Күрһəткəн батырлыҡтары өсөн ул Суворов миҙалы менəн бүлəклəнде. Улымдың бик яуаплы, хəүефле урындарҙа йөрөгəнен бик яҡшы аңлайым. Улым да үҙенең хəрби хеҙмəте тураһында һөйлəргə яратмай, уның өсөн борсолоп йəшəгəнемде аңлай. Əлбиттə, баламдың шундай ауыр хеҙмəттə, һуғыш эсендə йөрөүе əсə күңелен борсомай ҡалмай. Тəүге ваҡытта төндəрен илап йоҡламаным да, хатта көндəлек эштəрҙе лә башҡара алманым. Ул ваҡытта күптəр шундай хəлдə ине, күңел тыныслығын һəм тормош тигеҙлеген юғалтҡайны. Уңыштарға ҡыуандым, ғəскəрҙəребеҙҙə юғалтыуҙар һəм уңышһыҙлыҡтар булғанда иланым. Һуңынан шуны аңланым: тик ултырып борсолоуҙың мəғəнəһе юҡ, эш итергə кəрəк. Улым өсөн ут йотоп ҡайҙа һуғылырға, кемгə мөрəжəғəт итергə, улыма нисек ярҙам итергə белмәй йөрөгәндә бер мәлде “Һөйөү менəн ойоҡбаштар” тигəн иғланға тап булдым. Шулай уҡ “Лидерҙар” порталында ҡалай банкалар йыйыу тураһында иғлан күреп ҡалдым да, шунда юлландым. Унда мин майшəмдəр яһау буйынса оҫталыҡ дəрестəре ҡараным. Шулай итеп, мин ирекмəндəр сафына баҫтым. Артабан инде ете кешенəн торған төркөм булдырып, үҙебеҙ йылы ойоҡбаштар бəйлəй һəм шəмдəр яһай башланыҡ. Бер аҙҙан беҙ интернет селтəрендə фронтта бик тə кəрəкле булған “ҡоро душ”тарҙы күреп ҡалдыҡ. Был идеяны Ҡырым ҡыҙҙары башлап ебəргəн икән. Ҡоро салфеткалар, синтепон төргəк, махсус гель яҙҙырып алып, уларҙы шприц ярҙамында тултырып, тоҡсайҙарға һалып, ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан егеттəр аша биреп ебəрə башланык. “Ҡоро душ” эшлəүҙə мин етəклəгəн 62-се балалар баҡсаһы хеҙмəткəрҙəре лə əүҙем ярҙам итə. Махсус хәрби операция башланғандан алып 50 меңдəн ашыу “ҡоро душ” әҙерләп ебəрҙек. Ирекмəндəр сафында булыуым, хеҙмəтемдə, мин етəклəгəн балалар баҡсаһында, балаларҙа тыуған илгə һөйөү, ысын патриот булыу , бербереңə мəрхəмəтле булып кешелəргə ярҙам ҡулы һуҙыу, дуҫ йəшəү кеүек тойғоларҙы уятыу һәм тәрбиәләү маҡсатында ҙур əһəмиəткə эйə булды. Балалар ҙур ҡыҙыҡһыныу, тырышлыҡ менəн саф күңелдəн МХО-ла хеҙмəт иткəн һалдат ағайҙарына дəртлəндергес хаттар яҙҙы, һүрəттəр төшөрҙөлəр. Ə «ҡоро душ» эшлəгəндə, апайҙарына ҡапсыҡтарға салфеткалар тултырыуҙа ярҙам иттелəр. Видеояҙмалар аша шиғырҙар һөйлəп, йырҙар йырлап яугирҙарҙың кәйефен күтəрҙелəр.
“Күҙ ҡурҡа, ҡул эшлəй” тигəндəй, һалдаттар өсөн маскировка селтəре үреүҙе лə ойоштороп ебəрҙек. Маскировка селтəрен үреү буйынса ҡыҙҙар оҫталыҡ дəрестəре алды, ниндəй материалдар кəрəклеген белештелəр. Бында көн дауамында йəш категорияһына ҡарамай, уҡыусыларҙан башлап хаҡлы ялдағыларға тиклем, ошо эште башҡарыусылар ағымы туҡталғаны юҡ. Берҙəмлек, татыулыҡ, бер-береңə ярҙам итеү кеүек төшөнсəлəр бөгөн бик мөһим. Эше, уҡыуы, үҙ эштəре, мəшəҡəттəре булған кешелəр, эштəрен ситкə ҡуйып, егеттəребеҙгə изгелек ҡылырға, ярҙам итергə тырыша. Ҡала ҡатын-ҡыҙҙары, өлкəн йəштəге апайҙар һалдаттарға тиҙ бешə торған аштар əҙерлəүҙе яйға һалды. Үҙебеҙҙә үҫкəн үлəндəрҙе киптереп тəмле сəйҙəр әҙерләп ебəрəбеҙ. Тыуған яҡтан ебәрелгән күстəнəстең көсө уның тəмендə лə, хужабикәләрҙең ниəттəрендə лə һиҙелə. Артабан инде носилкалар, ямғырҙан һаҡланыу өсөн плащтар, эске кейемдəр, юрғандар тегə башланыҡ. Йылы ойоҡбаштар, маскировка селтəрҙəре, тиҙ бешə торған аштар, “ҡоро душ”тар... Ирекмəндəр нимə генə яһап ебəрмəй яугирҙарға! Хəҙер инде беҙ тепловизор күрмəй торған япмалар ҙа тегə башланыҡ. Хəрбиҙəр шуның менəн ҡапланып йəшеренə, яраланған һалдаттарҙы шуның аҫтына йəшерəлəр икəн. Етештерелгəн əйберҙəргə ихтыяж артҡас, беҙ “ZОV СЕРДЦА” ойошмаһы, “Бәйләнештә” селтәрендә үҙ төркөмөбөҙҙө булдырҙыҡ, эшебеҙ тураһында барлыҡ мəғлүмəттәрҙе шунда ҡарарға була. Ярҙам итергə телəге булған кешеләр үҙҙəре беҙҙе табып, беҙгə килеп ҡушыла. Əлеге ваҡытта чатта 800-ҙəн ашыу кеше теркəлгəн. Чатта яҙмалар урынлаштырабыҙ, һалдаттарға нимəләр, күпме əйбер йыйылған, ҡайҙа ебəрелгəнен һөйлəп бирəбеҙ. Ошо чатта яҙған ябай кешелəрҙең яҙмаларын, уй-фекерҙəрен уҡып, битараф ҡалыу мөмкин түгел. Ошо ихлас күңелдән яҙылған яҙмаларҙы уҡып күҙҙәргә йәштәр килә. Ҡалабыҙҙа йәшәүселәр бик əүҙемдәр – кемдер əйберлəтə, кемдер аҡсалата йəки эше менəн ярҙам итə. Халыҡтан йыйылған əйберҙəрҙе алып барып урын-еренə еткереү ҙә бик мөһим эш. Берҙəм булғас, барыһы ла килеп сыға. Яугирҙар беҙҙең ярҙамды ала, халыҡ улар менəн бергə икəнде белеп, ҙур терәк-таяныс тоялар. Йыйылған аҡсаға кəрəкле материалдар алабыҙ, һалдаттар өсөн бик мөһим булған əйберҙәрҙе һатып алырға тырышабыҙ. Халҡыбыҙҙың илебеҙ яҙмышына битараф булмауы шатландыра. Ойошмала, гуманитар ярҙам йыйыуҙа, транспорт менəн ярҙам итəлəр. Беҙҙең бурысыбыҙ – хəлдең ҡатмарлы булыуына ҡарамаҫтан, рух көсөнөң ныҡ булыуы, берҙəм, ыңғай фекер йөрөтөү һəм ыңғай энергия таратыу. Шул саҡта барыһы ла яҡшы яҡҡа үҙгəрер, иншалла. Урында хəрби хəрəкəт зонаһынан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡандар менəн даими бəйлəнештəбеҙ. Был эш яйға һалынған. Яугирҙар беҙгә үҙҙəренə кәрәк булған һаҡланыу материалдары буйынса үтенес менән һәм шулай уҡ рəхмəт һүҙҙəре менəн килə. Беҙ инде үҙебеҙҙең яҡтан уларҙың ихтыяждарын иҫəпкə алып, улар өсөн бик кəрəк булған əйберҙəрҙе ебəрергə тырышабыҙ. Беҙ шуны белəбеҙ – махсус хəрби операция зонаһына тип әҙерләгән посылкаларыбыҙ тәғәйен адресы буйынса барып етəсəк, сөнки уларҙы яҡташтатарыбыҙ үҙҙəре менəн алып китə. Үҙебеҙҙең эш бинаһы стенаһына Рəсəй флагы беркетелгəн, уны яуға киткəн егеттəрҙең ҡултамғаһы, сəлəме, рəхмəте, теләктəре биҙəй. Егеттəрҙең ҡайһы берҙәре хəҙер юҡ инде, Тыуған илде һаҡлап батырҙарса һəлəк булдылар. Шулай уҡ, стена маҡтау ҡағыҙҙары, рəхмəт хаттары менəн биҙəлгəн. Əлбиттə, барыбыҙҙа ла бер телəк – донъялар тиҙерəк тынысланһын, һалдаттарыбыҙ тыуған яҡтарына иҫəн-имен əйлəнеп ҡайтһындар. Махсус хəрби операция шарттарында гуманитар ярҙам күрһəткəн өсөн “Бөтə донъя башҡорттары ҡоролтайы” йəмəғəт ойошмаһы, “Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам үҙәге” ойошмаһы рəхмəт хаттары һəм миҙал менəн эшемде баһаланы. 2024 йылдың аҙағында республикабыҙ етәксеһе Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса ҡатын-ҡыҙ ирекмəндəр отряды булдырылды, тигəн хəбəр ишеттем. Проекттың концепцияһы буйынса, ҡатын-ҡыҙ ирекмəндәр ике аҙна һайын хəрби операция һыҙығына барып ҡайта, госпиталдә ятҡан яралыларға ярҙам күрһəтə. “Мин дә шунда барырға тейешмен” тигəн уй башҡа килде. Ойоштороусыларҙы табып, анкета тултырып, сиратҡа баҫтым. Ниһайәт, 2025 йылдың сентябрь айында ҡатынҡыҙҙар – ете кеше Луганск ҡалаһында урынлашҡан хəрби госпиталгə юлландыҡ. Эш етерлек: яугирҙарҙы ҡабул итергə, ауыр яраланғандарҙы ашатырға, йыуындырырға, процедураларға йөрөтөргə. Шул уҡ ваҡытта күңел һəм йөрəк йылыһын бүлəк итергə ... Ябай эшсе булараҡ, аҡсалата ярҙам күрһəтерлек мөмкинселегем юҡ, əммə ысын күңелдəн, йөрəктəн, ҡул көсөм, күңел йылыһы менəн бүлешə алам. Ошо проектта ҡатнашыуым аҙ ғына булһа ла ярҙам итə алыуымдан алған ҡəнəғəтлек тойғоһо миңə рухи көс бирҙе. Тормош юлымдағы иң файҙалы, иң мəғəнəле осор булды ул. Хəҙер мин бушҡа йəшəлмəне, тип əйтə алам. Шул тиклем кəрəкле һәм əһəмиəтле “Беренсе тирмə” төбəк проекты өсөн рəхмəтлемен. Иң ҡыуаныслы ваҡиға – ошо сəфәрҙә МХО зонаһында йөрөгəн улым менəн осрашыу минуттары булды, əлбиттə.
...Əсəлек бурысымды тулыһынса үтəгәнмендер, тип уйлайым. Кесе улым Дим дә Тыуған илебеҙҙе һаҡларға хəрби хеҙмəткə юлланды. Башта ул Һарытау ҡалаһында артиллеристар ғəскəрендə хəрби ант ҡабул итеп, унда уҡыуҙар үткәндән һуң, әлеге ваҡытта Курск өлкәһендә (Украина сигендә) хәрби хеҙмəтен үтәй. Командирҙарынан тик рəхмəт һүҙҙəре генə килеп тора. Мин, үҙ сиратымда, шəфҡəтлелек, бербереңə ярҙам итеү һəм изгелек ҡылыу – донъяны яҡшы яҡҡа үҙгəртеүсе кешенең сифаттары, тип иҫəплəйем. Беҙ барыбыҙ ҙа инҡар ителмəҫ хəҡиҡəтте белəбеҙ: бергə булғанда, берҙəм булғанда еңелмəҫбеҙ!
Баҫмаға Р.САФИНА әҙерләне.
Фотолар Г.Собханғолованың ғаилә архивынан алынды.