

Был тауыш биреү көндәрендә йәшәү урынынан ситтә булған һайлаусылар өсөн бик уңайлы (йәшәгән урыны буйынса теркәлеү тураһында паспорттағы билдәгә ярашлы). Улар яҡындағы һайлау участкаһында – бер мандатлы һайлау округы буйынса тауыш бирә ала.
Бының өсөн урынлашҡан урын буйынса һайлаусылар исемлегенә индереү тураһында алдан ғариза бирергә кәрәк. Ғаризаны 14 сентябрь Мәскәү ваҡыты менән 00.00 сәғәткә тиклем электрон формала федераль дәүләт мәғлүмәт системаһы аша йәки территориаль һайлау комиссияһына тапшырырға мөмкин.
Участка һайлау комиссияларында ғаризалар ҡабул итеү 9 сентябрҙә башлана һәм 2026 йылдың 14 сентябренә тиклем дауам итә. Үҙең менән паспорт алырға кәрәк.
Р.САФИНА.