

Хәҙер бөтә асыҡ мәғлүмәт — ойошма исемдәренән алып эш графигына тиклем-ике дәүләт телендә: рус һәм башҡорт телдәрендә ҡабатланырға тейеш. Шул уҡ ваҡытта ике текст та йөкмәткеһе һәм күләме буйынса бер төрлө булырға тейеш: тәржемәне ҡыҫҡартыу йәки уны ябайлаштырыу тыйыла. Визуаль биҙәлешкә ҡағылышлы мөһим талап: шрифт, хәрефтәрҙең ҙурлығы, төҫө һәм контрастлығы ике тел версияһы өсөн дә бер төрлө булырға тейеш. Горизонталь урынлашҡанда башҡорт тексы һулда, урыҫ тексы уңда, вертикаль урынлашҡанда башҡорт тексы өҫтән, урыҫ тексы аҫтан урынлаштырыла. Тәҡдимдәрҙә башҡорт алфавитын дөрөҫ ҡулланыуға айырыуса иғтибар бүленә. Ә, ө, ү, л, ҙ, һ, к, ғ, ҫ хәрефтәре хатаһыҙ яҙылырға тейеш, хәҙер улар телдәр тураһындағы ҡануниәтте тупаҫ боҙоу тип һанала. Шулай уҡ документ автоматик тәржемәселәргә таянырға кәңәш итмәй һәм профессиональ лингвистарға мөрәжәғәт итеүҙе талап итә. Шик булған осраҡта БР фәндәр Академияһының башҡорт энциклопедияһы институтында йәки «БашПеревод» мәғлүмәт агентлығында консультация алырға тәҡдим ителә.
Р.ҒӘЛИМОВА.
"Башинформ" фотоһы.