

Бындағы мөхит иҫ киткес!
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Стәрлетамаҡ ҡалаһында йыл һайын үткәрелеүсе “Сауҙагәр 2.0” ҡунаҡсыллыҡ фестиваленең даими ҡунағы булып тора һәм уны республиканың иң сағыу һәм файҙалы сараларының береһе тип баһалай. Был юлы ла ул Стәрлетамаҡҡа эш сәфәре менән килгән ыңғайы ҡунаҡсыллыҡ фестивалендә булды.
Республика етәксеһе тәүҙә Башҡортостан халыҡтар дуҫлығы йорттарының милли мәҙәни үҙәктәр күргәҙмәһен ҡараны, “Артҡы ихата” (“Задворки”) йәштәр биләмәһе һәм трактир урамында булып республиканың төп аҙыҡ-түлек сәнәғәте компаниялары стендтары менән танышты.
Башҡортостан Башлығы шулай уҡ бал күргәҙмәһен һәм Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән килгән, Үзбәкстан, Беларусь һәм Ҡаҙағстандан үҙ продукцияһын тәҡдим иткән 310- дан ашыу оҫтаның һөнәрселек йәрминкәһен ҡарап сыҡты.
“Салауат” скверынан алып Киров паркына тиклемге ара был көндәрҙә Мәскәүҙең Арбатын хәтерләтеп ҡуйҙы. Унда бер-бер артлы сауҙа рәттәре теҙелеп киткән. “Юбилей саҡырымдары” тип аталған тематик майҙансыҡта Стәрлетамаҡтың иң эре предприятиелары үҙҙәренең ҡаҙаныштарын һәм ҡалабыҙҙың социаль-иҡтисади үҫешенә индергән өлөшөн күрһәтеүсе “Элек һәм хәҙер” тип аталған фотокүргәҙмә ойошторолған.
...Фестивалдән ағылған йыр-моң әллә ҡайҙарға тарала, тирә-яҡта шат тауыштар яңғырай, яңы ғына бешерелгән ризыҡ еҫтәре танауҙы ҡытыҡлай, ә ҡомартҡылар әллә ҡайҙарға илтә.
“Иң мөһиме – уның кешеләре”
... Бына тулҡынландырғыс мәл етте. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Салауат скверындағы төп сәхнәгә күтәрелде һәм Стәрлетамаҡты юбилейы менән ҡотлап ялҡынлы телмәр тотто.
– Стәрлетамаҡ үҙенең 260 йыллыҡ юбилейын матур ҡаҙаныштар менән ҡаршылай. Ул – республиканың иң ҡеүәтле сәнәғәт үҙәге һәм беҙ барыбыҙ ҙа уның гөрләп сәскә атыуын теләйбеҙ, – тине Радий Фәрит улы. – Һәр ҡалала ла иң мөһиме – уның кешеләре. Ҡәҙерле Стәрлетамаҡ халҡы, тырыш хеҙмәтегеҙ һәм сыҙамлығығыҙ өсөн рәхмәт һәм тәрән ихтирам һүҙҙәрен ҡабул итегеҙ. Бөтөн ил һәм республикабыҙ менән бергә һеҙ бик ҡатмарлы осор кисерәһегеҙ. Әлбиттә, һуңынан был турала китаптар һәм легендалар яҙылыр. Әммә мин шуны яҡшы беләм, беҙ был юлды бер-беребеҙгә хөрмәт һәм ышаныс менән лайыҡлы үтәсәкбеҙ. Илебеҙ мәнфәғәтенә, махсус хәрби операциялағы егеттәребеҙгә ярҙам итеү өсөн бергәләп эшләйәсәкбеҙ.
Тыуған көнөң менән, Стәрлетамаҡ! Тыныслыҡта, именлектә гөрләтеп йәшә, гүзәл ҡала!
Башҡортостан Башлығы шулай уҡ ҡаланың динамик үҫешен билдәләне, фестивалдең республикала ижади индустриялар өлкәһен үҫтереүҙәге әһәмиәтен юғары баһаланы.
– “Сауҙагәр 2.0” – Стәрлетамаҡтың һәм Башҡортостандың визит карточкаһы. Был ысын ҙур республика фестивале, өҫтәүенә, бында сит илдәрҙән дә киләләр. Был матур тарих – ҡала ижади, талантлы кешеләрҙең энтузиазмын һәм уларҙың башланғыстарын хупланы, – тип йомғаҡланы ҡотлау һүҙен Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе фестивалде асыу тантанаһы һәм ҡала юбилейы айҡанлы ҡалабыҙ үҫешенә ҙур өлөш индергән шәхестәргә “Стәрлетамаҡтың ғорурлығы” тигән почет грамоталарын тапшырҙы.
Һәр нәмә дуҫлыҡтан башлана
“Сауҙагәр 2.0” фестиваленең беренсе көнөндә ҙур сараны милли үҙәктәр асып ебәрҙе. Беҙҙең ҡалала төрлө милләттән булған, төрлө һөнәргә эйә, төрлө йәштәге кешеләр дуҫ-татыу йәшәй. Ғөмүмән, Стәрлетамаҡ халҡы һәр ваҡыт толерантлылығы менән айырылып торҙо һәм әле лә шулай булып ҡала. Һәр ваҡыттағыса, иң беренсе булып Стәрлетамаҡ башҡорттары ҡоролтайы ҡунаҡтарҙы матур итеп ҡаршы алды, үҙ милли хазинаһын күрһәтте, һәр яҡлап та байрамдың сағыу биҙәге булып торҙо.
Быйылғы Сауҙагәрҙәр байрамы фестивален театрлаштырылған асыу тантанаһы ла Стәрлетамаҡ ҡала башҡоттары ҡоролтайы сығышынан башланып китте. Артабан тамашаны рустар соборы, татар конгресы, белорус һәм башҡа милләттәр ансамблдәре сығышы йәмләне. Шулай уҡ һәр милли ойошма йорт-ихаталарҙа үҙҙәренең милли үҙәнсәлектәрен күрһәтте. Мәҫәлән, Стәрлетамаҡ ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы Гөлсөм Ишмөхәмәтова янсыҡ эшләү буйынса оҫталыҡ дәресен үткәрҙе һәм уларҙы ҡунаҡтарыбыҙға иҫтәлеккә бүләк итте.
Икенсе көндө байрам ҡыҙғандан-ҡыҙа барҙы. Кискеһен Стәрлетамаҡтың 260 йыллығына арналған байрам программаһы сиктәрендә ҙур концерт ойошторолдо. Ул башҡорт телен, заманса музыканы һәм ҡала мәҙәниәтен бер сәхнәлә берләштерҙе. Ваҡиғалар үҙәгендә “Мин башҡортса һөйләшәм” башҡорт теле фестивале, “Зәйнетдин” этно-музыкаль проекты торҙо. Һай үҙебеҙҙең егеттәр! Тамашасыларҙың яратҡан хиттарын башҡарған Тимур Ямалов, Арыҫлан Тимеров (“Baby Ti”), Зәйнетдин – береһенән-береһе дәртле, сәмле, ғәмле, рухлы сығыштары менән Эстәрлене дер һелкетте! Ошо минуттарҙа утыҙ меңгә яҡын кеше бер тулҡында тирбәлде!
Йәнең теләгәнен алырға булды
Ниндәй генә ҡул эштәре юҡ ине йәрминкәлә! Бер әйбер ҙә бер-береһен ҡабатламай. Ҡайҙарҙан ғына килмәгәндәр: Һамар өлкәһенән дә, Костроманан да хатта! Фестиваль йылдан-йыл байыраҡ була, киң ҡолас ала бара.
Стәрлетамаҡ районы Яңы Отрада ауылынан Светлана Баянованың ҡул эштәрен Мәскәүгә, сит илдәргә ҡунаҡҡа барғанда ла бүләккә яратып алалар. Ә шәлдәребеҙ һуң... Үҙе ни тора!.. Күлдәй итеп ҡулдан бәйләнгән (Ырымбур өлкәһе) Ҡыуандыҡ шәленә етәме һуң!?.
Был көндәрҙә ҡаланың һәр мөйөшөндә, һәр урамында байрам тантана итте. Бында һәр йорт, һәр ағас тарих һөйләй, йолалар менән һулыш ала. Ә кешеләре, төрлө-төрлө милләт вәкилдәренең ғөрөф-ғәҙәтен, Стәрлетамаҡтың үҙенсәлеген сағылдыра!
... Өс көн бер тынала үтеп тә китте, ә халыҡ һис таралышырға теләмәй, әле үк инде алдағы йылдағыһын түҙемһеҙлек менән көтә башланыҡ...
Роза САФИНА.
Автор фотолары.